“Болоттар”ҙа күңел болоттары таралды08.11.2014
“Болоттар”ҙа күңел  болоттары таралды Юғары даирә кешеләре йыр йырлаһа йә шиғыр һөйләһә, нисектер сәйер ҡабул итеп күнеккәнбеҙ шикелле. Беҙҙең өсөн улар ҡырыҫ, уҫал ҡарашлы, һәр һүҙен үлсәп һөйләгән түрә ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫа.
Ә бына Өфөләге “Болоттар” (“Облака”) хәҙерге сәнғәт үҙәгенә килгән халыҡтың: “Улар ҙа беҙҙең һымаҡ кешеләр ҙә баһа! Мөхәббәт утында яныу, һөйгәнең өсөн йондоҙҙар тиреү, тыуған ауылыңдың айлы кистәрен һағыныу кеүек ҡанатлы хистәр уларҙың да күңелен урап үтмәй икән”, – тиеүенә шигем юҡ.
Әҙәби-музыкаль кисәгә йыйылғандарҙы Башҡортос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев сәләмләне. Йөрәгендә йыр-моң йөрөткән элекке һәм хәҙерге депутаттар тамашасыны “болоттар”ға ултыртып, шиғриәт күгендә тибрәтте. Рауил Бикбаев, Рафаил Зинуров, Йомабикә Ильясова, Таңсулпан Бабичева, Айҙар Ғәлимов кеүек күңелдәре моңға тулы шәхестәр барҙа тормошобоҙ йырлы ла, нурлы ла булыр.


Вернуться назад