Малды йомарт кешенән ал01.02.2012
Тупһаға, ишек башына даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шул дағаға эләгеп ҡала тип һанала. Даға ен-шайтандарҙан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта:
— Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм кермәһен өсөн,
Тел-теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, —
тип теләк һамаҡлайҙар. Ул даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш, сөнки ҡатынан да ҡаты — ат тояғы ҡаты тип һаналған.

* * *
Борон йорт тирәһенә тел-теш ҡағылмаһын өсөн кәртә-ҡура бағанаһына йылҡының башын, салыу һөйәген кейҙереп ҡуйыу ырымы булған.

* * *
Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ борон, йәш ҡолон күрергә кәрәк. Шул саҡта йыл буйы ҡолон шикелле еңел йөрөрһөң, һау-сәләмәт булырһың.

* * *
Тирләгән атҡа ҡапыл һыу эсерергә ярамай, “эҫеләй була”, яна. Эҫеләй булған атҡа андыҙ төнәтмәһе эсерәләр. Андыҙ эсе киткән атҡа ла килешә. Шуға “андыҙ барҙа ат үлмәҫ” тигән әйтем бар.

* * *
Ат һатҡанда, хужа һатып алыусыға уны йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен тип, малды һарайҙан арты менән сығаралар. Һатҡан кеше менән алғаны бер-береһенә таҫтамал бирешә.

* * *
Малды йомарт кешенән алһаң — уңа. Кешенең ҡулы ауыр булһа, уға һатҡан мал киңгәй (ауырый): ял-ҡойроғо бөтә, күҙҙәре ыуҙыға.

* * *
Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡурала ҡалған мал өҙөлмәһен тип, өс тапҡыр: “Ҡотоңдо алам”, — тип ҡабатлап, һырт буйынан, һыйыр малы һатҡанда — мөгөҙ төбөнән өс тапҡыр берәр семтем йөнөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар. Кеше ҡулынан мал алғас, артҡа ҡарарға ярамай, юғиһә алған малың үрсемһеҙ була.


Вернуться назад