Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 14 сентябрҙә үткән һайлауға йомғаҡ яһаны.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов республиканың һайлау системаһын юғары баһаланы.
— Башҡортостанда һайлау лайыҡлы үтте — асыҡ, ғәҙел, ҡануни шарттарҙа. Был – тәү сиратта һайлау комиссияларының тырыш, яуаплы хеҙмәт һөҙөмтәһе, — тине Сергей Александрович.
Хакимиәт етәксеһе билдәләүенсә, һайлау кампанияһы ижтимағи-сәйәси система өсөн етди һынау булды.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев үҙ сығышында, йомғаҡтарҙы барлап, һайлау кампанияһында ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙен еткерҙе. Сара һуңында бер төркөм территориаль һайлау комиссияһы ағзалары Башҡортостан Республикаһының, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамоталары менән бүләкләнде.