Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина: “Эште дөрөҫ ойоштора белеү мөһим”08.11.2014
— Эште дөрөҫ ойошторғанда, Мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙе ҡаҙнала ҡаралған сығым иҫәбенә лә хәл итергә мөмкин. Ғөмүмән, төп документты Президент 2010 йылда уҡ ҡуйған бурыстарҙың дауамы тип ҡабул итәм. Республика башлығы Хөкүмәткә, башҡа власть органдарына аныҡ талаптарын ишеттерҙе, эш биреүселәрҙе социаль яуаплы­лыҡҡа саҡырҙы, уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыуҙы маҡсат итеп билдәләне. Бынан тыш, Мөрәжәғәтнамәлә өлкән йәштәгеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыуға, уларҙы социаль яҡлауға ҙур иғтибар бүленде. Хәҙер иһә бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аныҡ юлдарҙы, йүнәлештәрҙе билдәләү шарт.


Вернуться назад