Айырма түгел, йолалар юғала08.11.2014
(Гөлсәсәк Ғәбитова, “Ике енес араһында айырма юғала’’, 2014 йыл, 6 сентябрь)
Был яҙманың һығымталары, минеңсә, ашығысыраҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙҙы ғәйепле итеү менән генә бер ни ҙә үҙгәрмәй. Ә ошо күңелһеҙ күренешкә кил­тергән социаль сәбәптәрҙе асыҡлау бик тә кәрәк. Алдан шуны билдәләү зарур: айырма түгел, ә башҡортто башҡорт, мосолмандар вәкиле иткән йолалар юғала.


Хәл иткес сәбәп, әлбиттә, цивилизация үҫешендә, сөнки бынан 20 – 30 йыл элекке башҡорт йәмғиәте менән хәҙер­геһе араһында айырма бик ҙур. Ул иң элек социаль ҡоролош алма­шыныуға, Интернет селтәренең тор­мош­ҡа йылдам үтеп инеүенә бәйле. Яҡшы сифаттарҙы ерек­тереү өсөн күп ты­рышлыҡ һәм ваҡыт кәрәк булһа, на­сар­ҙары үҙенән-үҙе йо­ғорға тора. Был – бер.
Икенсенән, йәмғиәтебеҙ элекке Советтар Союзында сәсеп ҡалдырылған “орлоҡтар’’ҙың мул уңышын йыя: ҡа­тын-ҡыҙҙы ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы итеүҙә ҡалышмай эсеп-тартҡан, хол­ҡон да уларҙыҡына оҡшатырға ты­рыш­ҡан “көс­һөҙ зат’’ тип ҡабул иттек, ундайҙарҙың бер нисә быуыны үҫеп тә сыҡты.
Әлбиттә, милләттәштәребеҙ ара­һын­да ҡайһы берәүҙәрҙең үҙен баш­ҡа­ларҙан түбәнерәк күреүе, атайһыҙ үҫкән балаларҙың йылдан-йыл күбә­йеүе лә аяныслы хәл. Тик быны нисек төҙә­тергә, һәм ул ҡулдан килерҙәй сарамы? Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ғаилә тәр­биәһен көсәйтеү иҫәбенә генә быға өл­гәшеп булмаясаҡ, сөнки бала баҡ­саға, мәктәп­кә йөрөй, тиҫтерҙәренә оҡ­шарға тырыша һәм насар тәртипте лә үҙләштереүе мөмкин. Мәҡәләлә һүҙ бар­ған кире сифаттар цивилизация үҫеше эҙемтәһе икән, ва­ҡытты кирегә ебәреү мөмкин түгел. Юҡ, мин бының менән килешергә кәрәк тимәйем, бөтәһен дә ваҡыт хәл итер кеүек.



Вернуться назад