Көҙ миҙгеле йылдың иң хозур мәле булараҡ танылһа ла, һалҡын көндәр етеү менән уның моңһоу, кәйефте төшөрә торған һыҙаты ла асыҡлана төшә. Ә һәр ҡатын-ҡыҙға, көндөң, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамай, эштән һуң киске аш әҙерләү, тормош иптәшен, балаларын көләс йөҙ менән ҡаршы алыу кеүек изге бурыс йөкмәтелгән. Уларҙы сифатлы, йән һәм тән өсөн дә файҙалы итеп атҡарып сығырға була. Мәҫәлән, бейеү аша.
Тап ошо төр физик әүҙемлек ярты сәғәт эсендә 500 калорияны юҡҡа сығарыу, барлыҡ мускулдар, бигерәк тә йөрәк өсөн күнекмә эшләүгә бәрәбәр. Шулай уҡ бейеү ҡанда эндорфин, йәғни бәхет гормоны барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Шатлыҡ-һөйөнөс, нескә камиллыҡҡа ынтылыш менән күнекмәләр яһау кешенең көсөн арттыра, рухын нығыта.
Күп иғтибар талап иткән интеллектуаль йәки физик эш тамамланғас, бер нисә минут бейеп алһағыҙ, көҙгөгә ҡарап үҙегеҙҙе танымай ҙа тороуығыҙ ихтимал. Яратҡан йыр, матур көй оҙатыуында еңелсә күнекмәләр яһау – саф, алһыу йөҙлө, нурлы ҡарашлы, һомғол буй-һынлы булыуҙың төп серҙәренең береһе. Ә бейеү – бәхетле һәм сәләмәт тормош алып барғандарҙың иң яҡын һәм тоғро дуҫы.
Көнсығыш бейеүҙәре, мәҫәлән, умыртҡа (арҡа һөйәге) өсөн бик файҙалы, сөнки бында эс, бил мускулдары, ҡулдар ҙа әүҙем хәрәкәтләнә. Бер нисә тапҡыр ғына шөғөлләнгәндән һуң да арҡа төҙәйә, муйын, түш, бил тирәһендәге һыҙлауҙар бөтә, баш ауыртыуы баҫыла, быуындар нығый.