“Ҡатын-ҡыҙ үҙен яратырға тейеш”08.11.2014
“Ҡатын-ҡыҙ үҙен яратырға тейеш” Тормошо – маҡсатына, исеме есеменә тап килгән кешеләр менән йылдың ниндәй генә миҙгелендә осрашма, уларҙан яҡты нур, һөйөү бөркөлә. Алға ҙур өмөттәр бағлап, минут-сәғәттәрҙе тулыһынса файҙаланып, бәрәкәт­ле итеп үткәрә ундайҙар һәр яңы көндө. Рәсәй кимәлендәге гүзәллек бәйгеләрендә ҡатнаш­ҡан башҡорт һылыуы Эльвира ИШМОРАТОВА, эш көнө аҙағында осрашыуыбыҙға ҡарамай, тормошо, маҡсаттары менән ихлас уртаҡлашты.


– Өфө ҡалаһында үҫһәң дә, тамырҙарың Баш­ҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгенә ба­рып тоташа, шулай бит?
– Эйе, атайым – Бөрйән, әсәйем Хәйбулла районынан. 1985 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуғанмын, әммә ғаиләбеҙ унда өс ай ғына йәшәгәс, Өфөгә күсеп килгән. Ҡала ҡыҙы булһам да, йәмле Талҡаҫ буйҙарын, тыуған яҡ тәбиғәтен ныҡ яратам, мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡайтып килергә тырышам.
– Бала сағың, мәктәп йылдарың ҡайҙа, нисек үтте, ниндәй хәтирәләр иҫтә ҡалған?
– Өфөнөң 5-се лицейында, Фатима Мостафина исе­мендәге 20-се ҡала башҡорт һәм 39-сы гим­назияларҙа белем алдым. Уҡыусы саҡта йәйге ялымды өләсә­йем­дәрҙә, көньяҡ-көнсығыш төбәк лагерҙарында үткәрә инем. Ғаиләлә өс ҡыҙ һәм бер малай үҫтек. Ата-әсәйем беҙҙе башҡорт рухында тәрбиәләне, милләт тарихы, мәҙәниәте төшөнсәләрен ентекле өйрәтте, шәжәрәбеҙ ҙә ситтә ҡалманы. Өс ҡыҙ ҙа оҙон сәсле булдыҡ, үҙ-ара тик башҡортса аралаштыҡ, ауылға ла йыш ҡайттыҡ. Әле лә ошо тәрбиәгә тоғробоҙ.
– Бөгөнгө ижади эшмәкәрлегеңә нимә башланғыс булды?
– Бала саҡтан уҡ асыштар яһарға, ҡыҙыҡлы яңылыҡ өйрәнергә, эҙләнергә яраттым. Мәктәптә уҡыған ва­ҡытт­а халыҡ, бал бейеүҙәре менән шөғөлләндем. Шиғыр, йыр ҙа яҙғаным булды, ансамблдә сығыш яһаным. Ижади һәләтем тыумыштан килә, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Башҡорт дәүләт университетын, Баш­ҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамланым. Шул уҡ ваҡытта ижади эҙләнеүгә тоғро ҡалдым, айы­рыу­са Көнсығыш бе­йеүҙәре менән ҡыҙыҡһынып, улар­ҙы өй­рәнә башланым. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыу бәхете тей­ҙе, әммә диплом алғас, был шөғөлөмдө ҡалдырып торҙом. Күпмелер ваҡыт үткәс, тап бөгөн ҡайнап торған илһамлы тормошом академия­лағы уҡытыусым Гөлсинә Кондрать­еваның “Үҙең кеше­ләргә бейеү өйрәтеп ҡара, һин булдыра алаһың бит” тигән кәңәшенә бәйле барлыҡҡа килде.
– Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләп үтһәңсе...
– Яратҡан шөғөлөм буйынса бәләкәй генә эш асып ебәрҙем – бейеү өйрәтеү дәрестәре бирә башланым. Төрлө йәштәге, ҡиәфәте, вазифалары менән айыры­лған ҡатын-ҡыҙ төркөмдәре бик тиҙ тупланды. Аҙна­һына өс тапҡыр кис шөғөлләнәбеҙ. Унда бейеү серҙәрен генә түгел, матурлыҡ, үҙ-үҙеңә ҡарата һөйөү, нәзәкәтлек төшөнсәләрен дә өйрәтәм. Бөгөн бит тормош бик тиҙ үҫешә, алға бара, ҡатын-ҡыҙҙа нескә затҡа хас бул­маған һыҙаттар ҙа барлыҡҡа килә. “Уҡыусы­ларым” ошо хәлгә бәйле кире тойғоларын, арыу-талыуын тап бейеү аша сығарып, ғаиләһенә, өйөнә яҡшы кәйеф, мөләйем йөҙ менән ҡайтып китә. Балалар, ир өсөн иһә йылы ҡарашлы әсәй, үҙен яҡшы тойған ҡатынды ҡаршы алыу – үҙе ҙур бәхет.
– Дәрескә йөрөгәндәр һөҙөмтәнән ҡәнәғәтме?
– Ярты йыл самаһы шөғөлләнгәндән һуң, эш нәтижәһен самалау ниәтендә, барлыҡ уҡыусыларыма ла “Минең дәрестәрҙә нимәгә өйрәндегеҙ?” тигән смс-хәбәр ебәрҙем. Уларҙан “Ниһайәт, кәүҙәмде төҙ тоторға, үҙемде яратырға өйрәндем”, етди вазифа биләгән уҫал ханымдан “йылмая башланым” тигән яуаптар алып ҡыуандым.
– Рәсәй кимәлендә билдәле актриса, телетапшырыу алып барған Анфиса Чехованың тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үткәргән “Стандарттарға ҡаршы” тигән фотоконкурста еңеүең хаҡында ишетеп беләбеҙ. Башҡорт ҡыҙы булараҡ, ил кимәлендә ҙур аҙым яһарға нисек йөрьәт иттең?
– Конкурста ҡатнашырға фотограф әхирәтем тәҡдим итте. “Хәҙер үк фотоға төшөрәм дә Интернет аша ебәрәбеҙ”, – тине ул. Шулай эшләнек тә. Фотоһүрәтем тәүге көндән үк бик күп тауыш йыйҙы. Ойошто­роусыларҙа иһә был ҙур шик уятты. Бер ниндәй мәкер-алдаҡ булмауына ышанмайынса, заман тех­но­логия­ларын ҡулланып, тикшереү үткәрҙеләр. Бәй­гелә тик үҙ көсөм, тырышлығым менән ҡатнашыуыма инанғас ҡына конкурсҡа кире индерҙеләр, әммә йыйылған тауыштарым алып ташланғайны инде... Ваҡыт аҙ булыу сәбәпле беренсе урынға сыҡмай ҡалдым. Шуға ҡарамаҫтан, был бәйге мине күп нәмәгә өйрәтте. Беренсенән, үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарау, ҡурҡып, ҡаушап ҡалмай, алға барыу кәрәклегенә төшөндөм, башҡаларға ла шуны кәңәш итер инем. Эҙләнеүҙәр барышында ниндәй ҙә булһа өлкәлә, һис шикһеҙ, үҙегеҙҙе табасаҡһығыҙ.
– Тап ошо һүҙҙәреңә таянып, “Стандарттарға ҡаршы” исемле гүзәллек бәйгеһендә тағы бер тапҡыр ҡатнашырға ҡарар иткәнһеңдер, моғайын?
– Модель, подиум төшөнсәләре менән яҡыныраҡ танышып, күпмелер тәжрибә туплағас, үҙемде бәйгелә яңынан һынарға булдым. Быйыл “Мисс Июль” конкурсына фотоһүрәтемде ебәрҙем һәм еңеү яуланым. Бейеү менән ҡыҙыҡһыныуыма фотомодель булыу теләге лә өҫтәлде, сөнки бөгөн кейем фирмалары, 90х60х90 үлсәменә тап килгәндәрҙән тыш, “Модель плюс”, йәғни стандарт булмаған буй-һынлы моделдәр менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Был мода ағымы сит илдәрҙә күптән барлыҡҡа килеп, танылыу яулап, хәҙер инде беҙҙең төбәктәргә лә үтеп инде. “Стандарттарға ҡаршы” бәйгеһендә еңеп сыҡҡас, төрлө фирма вәкилдәре эшкә саҡыра башланы. Улар араһынан баш ҡалалағы итальян кейем-һалым магазинын, “Өфө трикотаж фабрикаһы”ның Санкт-Петербург ҡалаһындағы компанияһын атап үтергә була. Әйткәндәй, миңә Питерҙа мода өлгөләрен күрһәтеү сараһын асыу бәхете тейҙе.
– Хеҙмәттәшлек тәҡдимдәре, яңы кешеләр, осрашыуҙар... Уңыш тауына үрләй ҙә башланың түгелме?!
– Уңыштың, күптәр уйлағанса, еңел генә бирел­мәүенә инандым. Танылған төҙөлөш компания­һында йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу буйынса эш башлағас, ваҡыт яғы ла тарайҙы. Һәр шөғөл көс, тырышлыҡ талап итә. Яңы фотолар эшләү, кастинг-бәйгеләр менән берлектә кире ҡағыуҙар ҙа булғыланы. Мәскәү ҡалаһындағы бер сығышымды “Ҡиәфәтең Көнсығыш тибына әллә ни тап килмәй” тигән баһа менән үткәрмәнеләр. Кәйефем төшөп, дәрт тә юғала башлаған осорҙа ғына Санкт-Петербург ҡалаһында ойошторолған “Төньяҡ Аврора” гүзәллек бәйгеһендә кастингһыҙ ҡатнашырға саҡырҙылар. Был конкурстан һуң маҡсатыңа илткән юлда ниндәйҙер ишек ябыла икән, ҡайғырмай, артабан да өмөт һәм ышаныс менән йәшәү кәрәклегенә төшөндөм.
Еңеү мөһим түгел, көсөңдө һынап ҡарау ҙа үҫеш өсөн бик файҙалы. Әммә һәр ваҡыт нескә күңелле, гүзәл ҡатын-ҡыҙ булып ҡалыу зарур. Миңә ышаныс белдереп ярҙам иткән “Өфө трикотаж фабрикаһы”на рәхмәтлемен, сөнки тап ул беренсе булып стандарт булмаған буй-һынлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем күрһә­теүҙе ойошторҙо. Төрлө кастингтарҙа, сараларҙа сығыш яһау миндә нескә зат менән эшләү, тәжрибә уртаҡлашыу, ярҙам итеү теләген уятты. Был йәһәттән Көнсығыш бейеүҙәре дәрестәре киләсәктә ҙурыраҡ форматта ойошторолор, психология, стилистика, визаж серҙәре өйрәтелгән матурлыҡ үҙәгенә әйләнер, тип уйлайым.
Уңыш ҡаҙаныу тигәндә, үҙенсәлекле, тәжрибәле, тәрән фекерле кешеләрҙең кәңәш-нәсихәтен ҡыуанып ҡабул итәм. Улар – тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәйем, уҡытыусым Гөлсинә Кондратьева, үҙенең “Визит” фильмында төшөргә саҡырған билдәле режиссер Булат Йосопов, “Өфө трикотаж фабрикаһы” етәксеһе Зөһрә Исмәғилева һәм, әлбиттә, яратҡан уҡыусыларым – мине илһамландырып, артабанғы эшкә, ижади эҙлә­неүҙәргә көс-дәрт өҫтәп тора.


Вернуться назад