Шайтан бармы?08.11.2014
Шайтан бармы?
Ҡарап торһаң, шайтандар, мамонттар кеүек үк, үлеп бөттө шикелле. Ниңә тиһәң, беҙ бәләкәй саҡта бисура, пәрейҙәр тураһында һүҙ күп була торғайны, кем ишеткән, кем үҙе күргән, кемде йоҡлатмай интектергәндәр. Ә хәҙер бындай имеш-мимеш тынып ҡалды, шайтандарға алмашҡа сит планета кешеләре килде.


Шулай ҙа кеше күҙенә шайтан күренеүе ысынмы, була торған хәлме, әллә буш һүҙме? Ошо хаҡта ғүмер буйы уйлана торғас, бер фекергә килдем. Элекке заман кешеһенең шайтан тураһында ишетмәгән көнө булмағандыр. Бишектә ятҡанда уҡ ул әкәмәт әкиәттәр тыңлай башлаған, унан һуң шайтандарға ҡаршы доға уҡыу, өшкөрөү һәм башҡа ритуалдар тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө булған. Шуға тағы ла теге кеше күргән, бының йортона ен эйәләшкән тигән кеүек әленән-әле ишетелеп торған хәбәрҙәр был ышаныуҙарҙы ҡаҡшамаҫ иткән.
Бына шунан иң ҡыҙығы башлана. Халыҡ телендә ҡурҡҡанға ҡуш күренә тип аталған эффект барлыҡҡа килә: шайтандың барлығына йәне-тәне менән ышанған кешенең күҙенә ысынлап шайтан күренә. Нисекме? Былай була. Беҙ бөтәбеҙ ҙә шайтандың ниндәйерәк икәнен беләбеҙ, шулаймы? Был образ беҙгә ҡайҙан килгән һуң? Билдәле, быға ҡәҙәр “ижад” ителгән сығанаҡтарҙан: әкиәт-риүәйәттәр, боронғолар һүҙе, ауыл имеш-мимештәре. Ҡыҫҡаһы, образ әҙер, беҙ шайтандың, мәҫәлән, мөгөҙлө, ҙур күҙле, йөнтәҫ һ.б. икәнен самалайбыҙ. Тимәк, был образ беҙҙең башта һаҡлана. Ул баш мейеһенең бер өлөшөндә булыр, беҙ уны шартлы рәүештә “мистика үҙәге” тип атайыҡ. Шул уҡ ваҡытта баш мейеһендә “күреү үҙәге” лә бар. Хәҙер күҙ алдына килтерәйек: “мистика үҙәге” менән “күреү үҙәге” ялғанһа, нимә була? Аңлашыла ки, “мистика үҙәге”ндә һаҡланған образ “күҙгә күренә”!
Шайтан беҙҙең алдыбыҙҙа баҫып тормай, ҡағыҙҙағы һүрәтенә ҡарамағанбыҙ, һис юғында бер тәртипһеҙ малай ҡором менән ҡоймаға ла төшөрөп ҡуймаған. Шулай ҙа ул беҙҙең күҙгә күренә. Ни өсөн? Сөнки “мистика үҙәге” менән “күреү үҙәге”нең ялғаныуы — тәбиғи хәл. Тәбиғи хәл булғанлыҡтан, баш мейеһе был яңылышты һәм шуның һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән хәлде аңлай һәм анализлай алмай, ул быға көй­ләнмәгән. Шунлыҡтан “күреү үҙәге” “мистика үҙәге”нән алынған һүрәтте ябай ғына ҡабул итә, йәғни күҙ аша ингән мәғлүмәт тип “яңылыша”.
Был аңлашыла торғандыр, ундай хәлдәр бар ул. Мәҫәлән, ике бармаҡты салыштырып ара­һына ҡәләм ҡыҫтырһаң, ҡулда икәү һымаҡ тойола. Сөнки тормошта был бармаҡтарҙың ошо өлөштәре (осрашмай торған ерҙәре) бер ҡасан да бер үк әйберҙе тотмай. Шунлыҡтан ике урындағы рефлекторҙар һәр ҡайһылары берәр әйбер тойоуҙары тураһында баш мейеһенә сигнал бирә. Эйе, күҙ ҡәләмдең берәү икәнен күреп тора, ә бармаҡтар икәүҙе һиҙә.
“Мистика үҙәге” менән “күреү үҙәге” араһында бәйләнеш, берҙәм эшсәнлек, ғәҙәттә, юҡ һәм булмай, тинек, ләкин бәйләнеү мөмкинлеге бар. (Беҙ үҙебеҙҙең бер тән, бер нервы системаһы, бер йән икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ). Бына шул бәйләнеш ҡасан барлыҡҡа килә һуң? Кеше бик ҡаты хис-тойғо йоғонтоһона тарығанда (ҡурҡҡанда) йәки психотроп мәтдәләр менән баш мейеһе эшсән­легенә насар тәьҫир иткәндә. Мәҫәлән, алкоголиктар, наркомандар шайтан ғына түгел, тағы ла әллә нәмәләр күрә әле! Тимәк, ниндәй һөҙөмтә яһай алабыҙ, кешеләр шайтанды нисек күрә? Бик ныҡ ышанғанда, образлы әйткәндә, шайтан кеше­нең башында оялағанда һәм психиканың сама­һыҙ ҡаршылыҡтарға дусар булған ваҡытында.
Ошо ике үҙәк араһында ҡыҫҡа ялғаныш була алыуы тураһында тағы бер айырып әйтке килә. Быға ышанырға була, сөнки баш мейеһенең мөмкинлектәре әле бик аҙ файҙаланыла, ә аҡыл үҫешенең ҡасанға ҡәҙәр дауам итәсәген бер кем дә белмәй. Беҙҙә ниндәй һәләттәр һаҡлан­ған­лығы ҡараңғы. Быны әлеге күҙ миҫалында ла күрергә була. Ғалимдар әйтеүенсә, күҙ менән баш мейеһен туғыҙ канал тоташтыра, шуларҙан тик береһе эшләй. Улайһа, ҡалғандары нимәгә? Беҙ беләбеҙ, тәбиғәттә кәрәкһеҙ нәмә юҡ, әгәр инде донъяны һәм кешене Аллаһ яралтҡан тип уйла­һаҡ, быға тағы ла нығыраҡ ышанырбыҙ. Тимәк, икенең береһе: был каналдар йәки элек, ҡасан­дыр боронғо заманда ғәмәлдә булған, йә иһә алыҫ киләсәктә кәрәк буласаҡ.
Ә бөгөн беҙ дөм һуҡыр! Мәктәпкә барып физика уҡый башлауға беҙ иң беренсе булып нимә беләбеҙ? Эйе, кеше күҙе ике төрлө төҫтө айырмай икән. Йәғни донъя менән таныша башлағас та, кешенең бер ни ҙә күрмәүен беләбеҙ. Мәҫә­лән, рентген нурҙарын, электромагнит ҡырын, гравитацияны, радиацияны, йылылыҡ энергия­һын, биотокты...
Былары һуңғы 100-200 йылда ғына яһалған асыштар, әгәр беҙ тағы ла 1000 йыл йәшәһәк, йәнә лә күпме нәмәне күрмәй йәшәүебеҙҙе белер инек. (Ә бит һанап кителгән нәмәләр есем генә түгел, улар үҙҙәре субстанция, йәғни үҙенә күрә бер донъя тиергә мөмкин). Ҡыҫҡаһы, беҙ ҡояш нуры арҡаһында йәшәйбеҙ һәм бары тик уны ғына күрәбеҙ! Йәки ҡояш нуры килеп төртөлгән есемде. Әгәр ул килеп төртөлмәй икән, уныһын да шәйләмәйбеҙ, мәҫәлән, һауаны, бушлыҡты, шулай уҡ ҡараңғылыҡты. Беҙ ҡояш нуры донъяһында ғына йәшәп тә тереклек итеү өсөн етерлек күреүебеҙҙе иҫәпкә алғанда, әйтеп үтелгән субстанцияларҙы, уларҙа сағылғандарҙы айыра алһаҡ, шайтандарҙы ғына түгел, әллә ниҙәр күрер инек.
Күҙебеҙҙе урынында ҡалдырып, хәҙер инде “шайтан бармы?” тигән һорауға ҡайтайыҡ. Динле кешеләр өсөн бындай шик, ғөмүмән, юҡ. Атеистар өсөн шуны әйтергә була: уларҙың барлыҡ фәлсәфәһе өс көнлөк бала аҡылына ҡоролған: мин ул нәмәне күрмәйем, тимәк, ул юҡ. Етди итеп әйткәндә, шундай гипотеза бар: төшләнгәндә, һаташҡан ваҡытта, иҫерек саҡта, наркотик тәьҫирендә кеше ниндәй шайтандар, ендәр һ.б. күрһә, улар бөтәһе лә бар. Ғөмүмән, булмаған нәмә күҙгә күренмәй (һүрәте мейелә барлыҡҡа килмәй). Тик быларҙың береһе лә матди донъя элементтары түгел, улар кеше мейеһенең ғәҙәти халәтенән сығып, беҙ аңламаған халәттә (йәғни башҡа донъя менән контакт) булған саҡта ғына барлыҡҡа килә. Бындай фекер минең башҡа күптән килгәйне, бары тик оҙаҡ йылдарҙан һуң ғына матбуғатта уҡыным. “Шайтан бармы?” тигән һорауға ысын яҙыусылар теле менән “һис икеләнеүһеҙ” әйтә алам: шайтан юҡ ул, ләкин булыуы мөмкин.
Ахырҙа күҙгә күренеү миҫалдарын килтерге килә. Мин төндә ҡайтып киләм, юл урман аша уҙа. Бер заман күҙгә алда айыу торған һымаҡ тойола башланы. Һаҡ ҡына алға атлайым, эйе шул, тора. Мин беләм, беҙҙең яҡта айыу юҡ. Яңылыш күреүемә инаныу өсөн ҡурҡыуымды еңеп алға атлайым — айыу һаман баҫып тора. Хәҙер инде мейем эшләй башлай, уның ҡайһы урмандан килеүе мөмкин, кем ҡасан күргән, кемдең малына зыян һалған? Мейем бындай мәғлүмәт тапмай, яуап бер — юҡ! Ләкин айыу бар. Ул – минең алдымда, юл уртаһында. Хәҙер инде мин туҡталам, тын да алмай тыңлайым, ҡолаҡтарым бүректе тишеп үҫеп сыҡты шикелле. Тик тауыш ишетмәйем. Тимәк, был айыу түгел, тигән өмөт тыуа. Ләкин миндә әле ҡурҡыу менән ҡыйыулыҡ оҙаҡ көрәшә. Ниһайәт, тағы ла бер нисә аҙым атлайым һәм... айыу юлда төшөп ҡалған бесән өйөмөнә әйләнә. Ғәжәплә­неүемдең сиге юҡ. Нисек шуны айыуға оҡшаттым һуң? Хәҙер инде мин ун, ун биш, егерме аҙым артҡа сигенеп, баяраҡ туҡталған урындарыма барып баҫам. Текләп алға ҡарайым. Юҡ, унда айыу түгел, бары тик ҡара тап күрәм. Һуң ни өсөн мин әле генә айыу күрҙем? Сөнки айыу бар тип уйланым. Хәҙер ниңә уны күрмәйем? Сөнки айыу юҡ икәнен беләм. Бына эш нимәлә икән.
Бына был осраҡ ҡурҡҡанға ҡуш күренә иҫәбенән. Кеше бындай осраҡта нимәнән ҡурҡа? Айыуҙан һәм бүренән. Тик ҡара тап ҙур булғас, бүре төшөп ҡала һәм кеше өсөн берҙән-бер ҡурҡыныс сығанағы — айыу тороп ҡала. Һәм баш мейеһендә барлыҡҡа килгән образ күҙгә “күренә”.
Икенсе миҫал. Бала саҡ. Аулаҡ өйгә минең ағайҙар янына тағы ла бер нисә малай килгән. Мейес алдында утлы күмер өҫтөндә ҡағыҙ яндырып юрарға уйлайҙар. Кемде ҡарарға һуң? Аранан бер малай фәлән ағайҙы, ти. Сөнки ул һуғышта юҡҡа сыҡҡан, хатта “хәбәрһеҙ юғалды” тигән яҙыуы ла килмәгән. Ошо ағайҙың исеме яҙылған ҡағыҙ яндырыла, һәм бер аҙҙан аҡ экранда шәүләләр күренә. Был эштәр нисек эшләнгәндер, мин хәҙер хәтерләмәйем, ә бына күргәнем иҫтә әле. Башта танк шәүләһе күренде, ул хәрәкәт итә ине, башняһы, сайҡалып килгән көбәге асыҡ күренде, эйе, был танк ине. Шунан һалдаттар күтәрелде. Улар экрандың аҫҡы яғынан ҡалҡып сығып, өҫкә һәм уңға хәрәкәт­ләнделәр. Баштары йомро, тимәк, каска кейгән­дәр, мылтыҡтары алға төбәлгән. Әлбиттә, был һүрәт түгел, бары тик шәүлә ине, ләкин һындарҙы танырлыҡ. Ялҡын һүрелеп, экрандағы шәүләләр юҡҡа сыҡҡас, мин ағайҙарҙан уҙып һүҙ ҡушырға ашыҡманым (ҡара, ниндәй аҡыллы булғанмын), киреһенсә, инаныу өсөн башҡаларҙың һүҙен көттөм. Малайҙарҙың өсәүһе мин күргәнде күргән булып сыҡты. Был хаҡта һүҙ ҡуйыртыу булманы, сөнки бөтәһе лә шомланып ҡалған ине.
Мин бында үҙем күргәндәрҙе бәйән иттем, кешенән ишеткәнде һөйләп һеҙҙе алдағым килмәне. Һуңғы факт тураһында нимә әйтергә була һуң: үҙебеҙ теләгән йәки үҙебеҙ баш мейеһендә тыуҙырған күренештең күҙгә күренгән кеүек булыуы түгелме икән? Ә һеҙ шайтан бармы тигән булаһығыҙ. Был донъяны беҙ ифрат аҙ беләбеҙ, ифрат аҙ күрәбеҙ икән, башҡа донъяларҙа ни генә булмаҫ тиһең? Бәлки, берәй шайтан “донъяла кеше бармы?” тип мәҡәлә яҙып ултыра торғандыр әле...


Вернуться назад