Башҡорт рухлы ҡаҙаҡ еҙнәйем08.11.2014
Башҡортостан – Ҡаҙағстан... Ер шарының был ике урынын өҙөлмәҫ туғанлыҡ ептәре менән сырмаған ғаилә тураһында бәйән итмәксемен.


Ҡаҙаҡ еҙнәйем Ҡабый Минжасаров ата-әсәһе, туғандары менән 1940–1950 йылдарҙа Баймаҡ райо­нында йәшәй. Ул Ғәле ауылында тыуып үҫкән, Урғаҙа йылғаһының һыуын эсеп, Сатратау итәгенең емеш-еләген йыйып, һомғол, зифа буй еткергән Хәнифә исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Хәнифә Ғилман ҡыҙы Ҡарасова – минең ике туған апайым. Ҡыҙыу ҡанлы ҡаҙаҡ егете апайымды һоратҡас, зиһенле, аҡыллы ҡараш­лы кеше булараҡ, ҡартатайым йәштәргә ризалығын бирә. Заманына күрә, йолаға ярашлы матур ғына туй үткәреп, йәштәр Хәйбулла районының Первомайский ауылында йәшәй башлай. Ҡаҙаҡ ғаиләһе апайымды тиҙ үҙ итә. Ҡабый еҙнәйем алдынғы һарыҡ көтөүсе була. Уны тырыш хеҙмәте өсөн Мәскәүгә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә ебәрәләр. Хатта Хәйбулла районына бүленгән “Волга” машинаһын да уға бирәләр.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ҡаҙаҡ ғаиләһе үҙҙәренең тыуған иленә – Ҡаҙағстанға күсенә. Ата-әсә­һенән, барлыҡ туғандарынан, тыуып үҫкән Баймағынан айырылыу апайыма бик ауыр була. Ләкин Ҡабый еҙнәм уға ныҡлы таяныс булғас, Хәнифә апайым да ҡаҙаҡ далаларына ерегә. Бергәләп мал көтөп, йәйләүгә лә сығып, ал-ял белмәй эшләйҙәр. Һигеҙ балаға ғүмер биреп, татыу ғүмер итәләр.
Бала саҡта, ҡаҙаҡ еҙнәйем менән апайым ҡунаҡҡа килһә, барыбыҙҙы ҡосаҡлап илауына, һөйөүенә ғәжәп ҡыла торғайным. Хәҙер генә аңла­ным: уға сит-ят ерҙә йәшәүе бик ауырға төшкәндер. Әгәр еҙнәйем терәк булмаһа, ул ҡайтып та килер ине. Ҡабый еҙнәйем балаларына – яҡшы атай, апайыма – һәйбәт ир, туғандарына – таяныс.
Уға әле 87 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, шат сырайлы, дәрт-дарманы ташып тора, йәш йөрәкле. Беҙҙе – башҡорт туғандарын онотмай, алыҫ араларҙы яҡын итеп, йыл да Башҡортостанға килеп китә. Үкенескә ҡаршы, апайыбыҙ ҡаты ауырыуҙан һуң дүрт йыл элек мәрхүм булды.
Ҡабый еҙнәйебеҙ Башҡортостанға балаларын да алып килә. Әсәләренең тыуған ерен күреп, туғандарын танып, Хәнифә апайымдың тамыры башҡорт икәнен белеп үҫеүҙәрен теләй. Ғайса, Әхмәтулла ағайым­дарҙың Иҫке Си­бай ауылы эргәһендәге Айсыуаҡ тауына менеп, тирә-яҡҡа хайран ҡалып ҡарап тороуҙары бөгөнгөләй хәтерем­дә. Апайым ауырығанда ла Сат­ра­тауҙың үләнен, яландарының мәт­рүш­кә­һен, Урғаҙа йылғаһының, шишмәһенең саф һыуын, тыуған яғының емеш-еләген һораны тип, еҙнәм йыйып алып ҡайтып китә торғайны. Алып ҡустым: “Өләсәйем һораны”, – тип хатта Сатратауҙың ташын да алып ҡайтты.
Ҡабый еҙнәйемдең хәтере бик яҡ­шы. Ул башҡорт йырҙарын да, ҡаҙаҡ йырҙарын да башҡара, бик оҙон ҡо­байырҙар әйтә, “Урал батыр” эпосын да яттан һөйләй. Беҙҙә бул­ғанында ҡайны-ҡәйнәһенең, улының, Мөжәүир хәҙрәт олатайҙың ҡәберҙәренә барып доға уҡый, ҡорбан сала, туғандар­ҙы йыйып табын ҡора, аяттар ба­ғышлай. Хәҙер еҙнәйем ейәне Алып менән килә. Ҡустым да – бик итәғәтле бала: “Башҡорт­остандың хозур тәби­ғәтенә ғашиҡмын, баш­ҡорт туғанда­рымдың ҡунаҡсыл­лығына, бешер­гән ризыҡтарына рәх­мәт­лемен”, – ти.
Ҡабый еҙнәйем һәр ҡайҙа ҡаҙаҡ халҡының йөҙөн күрһәтеп йөрөй. Ул бер йылда ағайым­дар­ға, еҙнәйем­дәргә милли кейемдә­рен – сапан менән башлыҡ – алып килде. Икенсе йылына балдыҙ­ҙа­рына, килендәренә мәрйен­дәр менән сигелгән камзулдар бүләк итеп ҡыуан­дырҙы. Беҙ был кейемдәрҙе аяттарға, мәсеткә, туғандар бергә йыйылғанда кейәбеҙ.
Бына ошондай ул минең башҡорт рухлы ҡаҙаҡ еҙнәйем. Уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ телә­йем. Ер шарының ҡайһы өлөшөн­дә йәшәһәк тә, ниндәй милләттән булһаҡ та, бер-беребеҙ менән аралашып, татыу туғандар булып ҡалайыҡ.





Вернуться назад