“Монгол тамырҙарын эҙләү урынһыҙ...”01.02.2012
“Монгол тамырҙарын эҙләү урынһыҙ...”Тоҡомло башҡорт аты 1952 йылда маршал Семен Михайлович Буденный тарафынан сығарылған “Ат тураһында китап”тың беренсе томында шулай тасуирлана: “Башҡорттарҙа йылҡысылыҡ тарихи аренала монголдар барлыҡҡа килеүҙән күпкә алда үҫешкән булған. Шуға күрә башҡорт атының монгол тамырҙарын эҙләү (ҡайһы бер хеҙмәттәрҙәге кеүек) нигеҙһеҙ”.
Ул заманында Өфө, Ырымбур, Пермь, Ҡазан, Һамар губерналарында киң таралған булған. Почта хеҙмәте өсөн күп аттар Сембер, Түбәнге Новгород, Мәскәү губерналарына һатып алынған. Шулай уҡ 1789 йылда ойошторолған башҡорт ғәскәре туплана. Ырымбур һәм Яйыҡ казактары өсөн 1845 йылда ат үрсетеү заводтары асыла башлай.
Башҡорт атының тоҡом булараҡ барлыҡҡа килеүенә тәбиғи шарттар ҙур йоғонто яһаған. Тибендә йөрөтөүҙең нигеҙе булып ҡылғанлы далалар һәм урман эргәһендәге болондар тора. Улар аттарҙы йыл әйләнәһенә яланда аҫрау мөмкинлеге бирә, сөнки бөртөклөләр ғаиләһенә ҡараған ҡылған менән тырса яҡшы ҡурпылары, һалҡындарҙа ла туҡлыҡлылығын һаҡлауы менән айырылып тора. Шуға ла Көньяҡ Урал далаларында башҡорт тоҡомоноң иң яҡшы нәҫелдәре һаҡланған. Ә урманлы төбәктә аттар, ғәҙәттә, ҡышын ҡурала аҫрала.
Төп төҫтәре — туры һәм ҡола.
Айғырҙарҙың үлсәмдәре:
Бейеклеге — 142–145 см.
Кәүҙә оҙонлоғо — 147 — 150 см.
Күкрәк әйләнәһе — 170–175 см.
Ауырлығы — 450 – 470 кг.
Һауын осоронда бейәләрҙән 1700–2000 литр һөт һауып алып була. Иң һөтлөләренән ете-һигеҙ ай эсендә — 1700 литр, йәғни көн һайын 15–20 литр һөт алына.
Башҡорт аты дала һәм тау төрҙәренә бүленә. Тау аттары бәләкәйерәк, әммә ауырыраҡ. Улар күпселектә еккегә һәйбәт. Дала аттары менге өсөн ҡулай. Сыҙамлылыҡ яғынан башҡорт атына етеүсе мал һирәк. Почта хеҙмәтендә йөрөүселәр уларҙа көнөнә 120–150 саҡрым юл үтеп булыуы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, заманында улар Өфөнән Стәрлетамаҡҡа һигеҙ сәғәт эсендә барып еткән.
Тоҡомсолоҡ эше фәнни нигеҙҙә, махсус ат заводтарында алып барыла башлағандан бирле, башҡорт аттарын үҙҙәренә хас сифаттар буйынса һайлау үткәрелә килә. Иң беренсе сиратта — тәбиғи шарттарға яраҡлашыусанлыҡ. Был сифат атты аҫрауҙың сығымдарын мөмкин тиклем кәметә. Йылҡыларҙың өйөр инстинкты ла, һөттөң юғары сифаты ла, ныҡлы тән төҙөлөшө лә, бешелек тә шунан килә. Халыҡта ҡымыҙҙың популярлаша барыуы бөгөн дә һөтлөлөктө үҫтереү бурысын ҡуя.
Тоҡом эсендә иң яҡшы һыҙаттар (айғыр яғынан нәҫел “шәжәрә”һе) үткән быуат башында уҡ һалынған. 1932 йылда донъяға килгән Гремучий, 1932 йылғы Мамай, 1940 йылғы Шакал ҡушаматлы айғырҙарҙың нәҫеленә тоҡом сифаттарын яҡшы сағылдырыу хас.
Аттың тоҡом сафлығын һаҡлау — айырым мәсьәлә, сөнки ат заводтары башҡорт атына ниндәй генә тоҡомдарҙың ҡанын ҡушып ҡарамаған. Һөҙөмтәлә, тоҡом тәүге сафлығын юғалтып, бик күп кире сифаттарҙы үҙләштергән. Ҡатнаш тоҡомло аттар үҙҙәренең ата-бабаларынан күпкә ҡайтыш булып сыға. Ә ҡан ҡатнаштырыу бары тик бер ябай маҡсатты күҙ уңында тотоп башҡарылған: аттарҙың үлсәмдәрен ҙурайтыу. Алтын ҙур булмай тигән мәҡәл йылҡы малына ҡағылмай, тип уйлағандыр бәғзе берәүҙәр. Фәҡәт таҙалыҡта үрсетеү генә башҡорт атының бөтә ҡиммәтле сифаттарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәген оноторға ярамай.
Һуңғы ваҡытта башҡорт аттарын үрсетеү дәүләт ат заводтарында ғына түгел, фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙа ла алып барыла. Киләсәктә улар күбәйер, моғайын, сөнки йылҡы үрсетеүҙең отошло икәнен хәҙер күптәр аңлай башланы.
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.


Вернуться назад