Заман елдәренең ниндәй генә боролош алыуына ҡарамаҫтан, Йәмилә Исмәғилева бер ҙә бирешергә теләмәне, үҙгәрештәр менән бергә атланы.
Белорет районының Ҡыҙылъяр ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың атаһы Кәрим Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Әсәһе Мәрғипъямал дүрт йәшлек улы Ғәлиәхмәт, йәш ярымлыҡ Йәмилә менән тороп ҡалған. Балаларын уҡытыу маҡсатында ҡатын Арышпар ауылына күсеп килеп, леспромхоз эшселәре йәшәгән баракка йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша. Ҡыҙҙар ҙа бер-бер артлы үҫеп етә.
Ғәлиәхмәт хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Сахалин утрауында ил сиген һаҡлай, артабан да ошонда ҡала. Ҡыҙы Йәмилә төрлө эштә йөрөй. Әхмәтгәрәй исемле егет менән танышып, кейәүгә сыға. Татыу ғаиләлә өс бала үҫә.
Йәмилә Кәрим ҡыҙы оҙаҡ йылдар Белорет — Ҡарлыман тимер юлын төҙөүҙә, һуңғараҡ уны хеҙмәтләндереүҙә эшләй, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Тырыш хеҙмәте бихисап грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр, “Хеҙмәт ветераны” тигән исем менән баһаланған. Тимер юлсылар ҡасабаһынан фатир ҙа ала. Бына шулай матур ғына йәшәгәндә, 1993 йылда тормош иптәше яҡты донъя менән хушлаша. Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡыҙҙарын башҡаларҙан кәм-хур итмәй үҫтерә ҡатын. Хәҙер балалар — үҙҙәре башлы-күҙле, әсәйҙәренең көтөп алған ҡунағы.