Бәхет уны үҙе эҙләп тапты08.11.2014
Тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Тау-ташты аҡтарып, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, үҙенә уңайлы юл һайлап, ҙур һыуҙарға ҡушылып аҡҡан йылға төҫлө ул. Ә бит бәләкәй генә шишмәләр ҙә алға ынтыла. Кәртәләрҙе еңеп сыҡҡандарҙы яҙмыштың бүләкләүе, ә бәхеттең ҡулыңдан етәкләүе бик ихтимал. Ни генә тиһәң дә, кешене рух, киләсәккә ҡуйған маҡсаты етәкләй.


Үҙе хаҡында ҙур бер роман яҙырлыҡ шәхес ул Шәүрә Ноғман ҡыҙы Дәүләтова (Мирасова). Тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. 1932 йылдың ғинуар һыуығында Маҡар районының Байғужа ауылында донъяға килә ул. Атаһы 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, әсәһе биш бала менән яңғыҙ ҡала. Көн һайын килеп торған “ҡара ҡағыҙ”ҙар ҡатындарҙы сыныҡтыра. Бер яҡтан, илгә фашист баҫып инһә, икенсе яҡтан, аслыҡ-ялан­ғаслыҡ һөжүм итә. Дүрт йыл барған һуғыш халыҡты тамам интектерә.
— Яҙ етеү менән хәлһеҙ, аслыҡтан интеккән бала-саға ялан аяҡ тау башына һибелә. Иң беренсе ҡалҡып сыҡҡан йыуа, ҡуҙғалаҡҡа һөйөнәбеҙ, шат­лы­ғыбыҙ эсебеҙгә һыймай. Улар беҙҙең өсөн аҙыҡ та, дарыу ҙа булды. Тимәк, тәбиғәтебеҙ беҙҙе тыуҙырыусы ла, ҡурсалаусы ла ролен үтәгән. Бөгөн дә йәш быуынға еребеҙҙең матурлығын, бөйөк­лөгөн, ҡәҙерле булыуын аңлатырға тейешбеҙ, — ти Шәүрә Ноғман ҡыҙы. — Кешеләрҙең бер-береһенә ярҙамсыллығына, һуңғы аҙыҡ-түлеге менән уртаҡ­лашыуҙарына хайран ҡалырлыҡ ине. Япа-яңғыҙ ҡалған инәй-бабайҙарҙы өйҙән-өйгә йөрөтөп тамаҡ ялғатабыҙ. Ҡара йыландай ағыулы, көслө Гитлерҙы нисек еңергә икән, тип хыяллана ине һәр кем. Алға ҡуйылған маҡсат, рух, ышаныс етәкләне беҙҙе.
Шәүрә Ноғман ҡыҙының әсәһе Мәхмүзә апай балаларын аслыҡтан һаҡлауға бөтә көсөн һала. Са­бый­ҙарын үлтермәҫ өсөн әсәһенең бүләккә төшкән күлдәген ике биҙрә картуфҡа алмаш­тырғанын да хәтерләй ул.
Әсәһенең бер туған ҡустыһы Әмин Әлмө­хәмә­товтың Бөйөк Ватан һуғышында ауыр яралар алып, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Мәләүез райо­нының Юлдаш мәктәбендә директор булып эшләүе тураһында ла яҡты иҫтәлектәр һаҡлай Шәүрә Ноғман ҡыҙы.
— Әмин ағайым, ҡыш көнө кейергә аяҡ кейеме булмағас, дәрес ҡалдырмаҫ өсөн мейес көлөн йы­йып ала ла аяғына һибә-һибә мәктәпкә йүгерер ине... Аҙаҡ яҙыусы булып киткән Булат Рафиҡов үҙенең китабында яратҡан уҡытыусыһы хаҡында бына нимә ти: “Әмин ағай Юлдаш мәктәбенең директоры ғына түгел, ә беҙҙең тирәләге иң абруйлы кеше булды. 1930 йылдарҙа балаларҙы буш­лай ашатыуҙы ла ул ойошторҙо. Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында һуғышып, яра­ланған, оло йөрәкле, тыуған иленең патриоты бул­ған кешелә уҡыу бәхете тейҙе миңә. Уҡы­тыусым алдында баш эйәм...”
Атайым да миңә бәләкәйҙән: “Ҡыҙым, бик зирәк­һең, минең кеүек һис шикһеҙ уҡытыусы булырһың”, — тип дәртләндерә торғайны.
Ысынлап та, Шәүрә 1953 — 1956 йылдарҙа Стәр­летамаҡ уҡытыусылар институтында белем алды. Мәғәфүр Әхмәт улы менән ғаилә ҡороп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тыл һалдаттарының балалары һынатманы, ҡоростай ныҡлы булып, илебеҙгә тоғро хеҙмәт итте.
Шәүрә Ноғман ҡыҙы ауыл Советы депутаты итеп һайланды. Яңы Әптек урта мәктәбендә партия ойошмаһын байтаҡ ваҡыт етәкләне, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә булды. “Почет Билдәһе” ордены менән наградланды. Рәхмәт һеҙгә, тыл һалдаттары, Мәхмүзә инәй кеүек миллионлаған ҡатын-ҡыҙҙар! Дәһшәтле һуғыш осоронда аҡыллы, белемле балалар тәрбиәләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Һуғыш балаларын бөгөн донъя именлеге борсой, йәштәрҙең киләсәге, яҙмышы уйландыра. Күпме йәш-елкенсәк үҙенә ҡул һала, ғаиләләр тарҡала, кешенең ҡәҙере бөттө, ер-һыу бысрана, тартып алына, һатыла... Ә бит ниндәй ауыр, аслыҡ йылдарында ла халыҡ киләсәккә ышаныс менән йәшәне, тип уйлана ил инәһе.






Вернуться назад