Исем алмашыныуҙан есем үҙгәрмәй07.11.2014
Рәсәй тарихында бындай ҡанлы биттәр бихисап, сөнки бер империя ла тетрә­неү­ҙәрҙән башҡа йәшәй алмай. 1917 йылдың 7 ноябре Ер шарында иң ҙур империалистик берләшмә һаналған батша Рәсәйе тарихының һуңғы бите ябылған көн булыуға ҡарамаҫтан, дәүләттең был үҙенсәлеге теге йәки был кәүҙәләнешендә әле лә һаҡлана. Исем алмаштырыуҙан ғына есем үҙгәрмәй йәки, “һандуғас” тип атау менән генә турғай һайрарға тотонмаған кеүек, батша Рәсәйе менән совет Рәсәйен айырып торған көнгә – 7 ноябргә — икенсе атама биреү менән генә йәмғиәт хәтерендә Октябрь инҡилабы ХХ быуаттағы иң ҙур ваҡиға булыуҙан туҡтамай.

Шуға күрә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фе­керен өйрәнеү үҙәге 2008 йылда үткәргән сара барышында “7 ноябрь байрам түгел, һеҙҙең өсөн ул нимәне аң­лата?” тигән һорауға рес­пон­денттарҙың 38 проценты “Бөйөк Октябрь ре­во­люцияһы көнө” тип яуаплауы тәбиғи. 2005 йыл (4 ноябрь тәү тапҡыр байрам ител­гән көн) менән сағыштырғанда, ошондай ҡарашта тороусыларҙың 9 процентҡа артыуы был тенденцияның көсәйеүе хаҡында һөйләй.
“Килешеп, тыныс йәшәү Рәсәй йәмғиә­тендә бер ҡасан да артыҡ булманы, шуға күрә ул турала (7 ноябрь һабаҡтарын. – М.Х.) иҫкә алыу бер ҙә урынһыҙ тойолмаҫ ине, — ти “Граждандар көсө” фирҡәһенең юғары советы рәйесе Владислав Иноземцев. — Ләкин сәйәси курстың сираттағы алмашыныуы сәбәпле килеп тыуған үҙгәрештәр нигеҙендә элекке дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре ХХ быуат та­ри­хындағы иң мөһим ваҡиғаны оно­толоуға дусар итә”. Әлбиттә, Бөйөк Октябрь революцияһы – Рәсәй империяһы тарихы үҫешенең объектив эҙемтәһе донъя тарихы үҫешенә көслө йоғонто яһаған социаль ваҡиға. “Швед социализмы”ның, “япон мөғжизәһе”нең өлөшләтә боль­ше­виктарҙың социаль сә­йәсәтен файҙа­ланып ижад ителгәнлеген бөгөн бер кем дә инҡар итә алмай. Ошо йәһәттән ВЦИОМ-дың “һеҙ В.И. Ленинға ниндәй ҡарашта?” тигән һорауына рес­пон­дент­тарҙың 34 проценты “ихтирам менән”, 9-ы “һоҡланыу менән” тип яуаплауы аңлатмаға мохтаж түгел. “Советса” тигән төшөнсәгә респонденттарҙың 18 процен­ты “ғорурлыҡ менән”, 17-һенең – “хуплап”, 13-өнөң – “рәхмәт тойғоһо менән”, 10-ар процентының “һоҡланыу” һәм “өмөт тойғоһо менән” ҡарауы, ә 31 про­центының иһә “юҡһыныуы” ла 7 ноябрҙең ябай күренеш түгеллеге хаҡында һөйләй.
“Ни өсөн?” тигән һорауға яуапты әллә ҡайҙан эҙләргә түгел. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында иғлан ителгән яңы курс граждандарҙың ҙур өлөшөнөң матди хәле яҡшырыуға килтерһә, әҙәп-әхлаҡтың юҡҡа сыға барыуы арҡаһында йә­мә­ғәт­селек 2014 йылды Мәҙәниәт йылы тип иғлан итергә мәжбүр булмаһа, граждандар түләгән һалымдың өстән бер өлөшө именлек һәм оборона кеүек тармаҡтарға сарыф ителеп тормаһа, социаль сы­ғымдар хәҙерге 15 процент урынына Европалағы ише 70 процентҡа етке­рел­һә, бәлки, ватандаштарыбыҙ өсөн 7 ноябрь ысынлап та “ил тарихының һә­­ләкәтле бите”нә (әлегә уны рес­понденттарҙың 7 проценты ғына шулай ҡабул итә) әйләнер ине.



Вернуться назад