Ауыл кешеһе ерҙә тапһын бәхетен07.11.2014
Ауыл кешеһе ерҙә тапһын бәхетен
Район хакимиәте башлығының һәр эш көнө уҙған осорҙа атҡарылырға тейешле сараларҙың үтәлеү-үтәлмәүен ҡарауҙан, бөгөнгә билдәләнгәндәрен тағы бер тапҡыр барлауҙан башлана. Өфөгә кәңәшмәгә саҡырылған йәки башҡа мөһим сәбәп тыуған осраҡта ғына аҙыраҡ үҙгәрә. Райондағы ведомство һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашҡан кәңәшмәгә, ғәҙәттә, дүшәмбе йыйылалар.
Йома көндө лә башлыҡ бүлмәһендәге ут күнегелгән ваҡытта, иртәнге сәғәт һигеҙ тулмаҫ элек ҡабынды. Зәйнулла Хәбибулла улының урынына ултырыуын ғына көткәндәр тиерһең – телефондарға “йән” инде. Береһен һалыуға икенсеһе “тел”гә килде. Тауыштар тынып торғанда үҙе лә бер нисә урынға шылтыратып өлгөрөргә ашыҡты. Ул һөйләшкән арала танышып сығырға, ҡултамға ҡуйырға тейешле ҡағыҙҙар һалынған папка өҫтәленә ятты. Уларҙы иркенләп ҡарарға форсат теймәне, район үҙәк дауаханаһына бәйле мәсьәлә буйынса төҙөүсе ойошма вәкилдәренең башлыҡ менән осрашырға теләүен еткерҙеләр.


Мәсьәләләр шул уҡ,
тик яңыса хәл итеү кәрәк


Зәйнулла Насиров инеүселәрҙе йылы ҡаршылаһа ла, һүҙҙе етди һәм ҡыҫҡа тотто.
– Дауахананы тулыһынса файҙала­ныуға тапшырыу бик оҙаҡҡа һуҙылды бит, иптәштәр. Күҙәтеү органдары тарафынан әйтелгән күрһәтмәләрҙе еренә еткереп үтәп бөткәнһегеҙҙер, тип уйлайым. Әл­биттә, санитария талаптарының туҡтау­һыҙ үҙгәреп тороуын, нормативтарҙың яңырыуын, кураторҙарҙың алмашыныуын һәм һәр береһенең үҙенсә талап итеүен аңлап торам. Шулай ҙа был мәсьәләгә күптән нөктә ҡуйырға ваҡыт, артабан һуҙмағыҙ, – тип йомғаҡланы һөйләшеүҙе.
Ауыл кешеһе ерҙә тапһын бәхетенТөҙөүселәр артынан ишек ябылыр-ябылмаҫтан, торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләү алыу хоҡуғы биргән таныҡлыҡ тапшырылырға тейешле ғаиләләрҙең йыйылып бөтөүен хәбәр иттеләр.
Зәйнулла Хәбибулла улы бүлмәһенә баҙнатһыҙ ғына аяҡ баҫҡан йәштәрҙе ихлас йылмайып ҡаршы алды. Хәл-әхүәлдәрен белешкәс:
– “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы буйынса сентябрь урталарында ғына 15 ғаилә сертификат алып, ҙур ҡыуаныс кисергәйне. Ниһайәт, бөгөн һеҙҙең дә шатлыҡлы көнөгөҙ. Һүҙ ҙә юҡ: Хөкүмәтебеҙ яғынан һеҙҙең кеүек күп бала тәрбиәләүселергә ярҙам тос. Һөҙөмтәлә күптәре үҙ йортон ҡалҡыта, торлаҡ һатып ала, төҙөлөш өсөн ер майҙанына эйә була. Быға районыбыҙ миҫалында ла ышанырға мөмкин. Мәҫәлән, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының элек һабантуй үткәрелә торған яғында бер-бер артлы өй туйлайҙар, әллә күпмеһенең нигеҙе һалына, социаль торлаҡ төҙөү ҙә йылдам бара. Былтыр етемдәр, ветерандар 24 фатирлы йорттан асҡыс алып ҡыуанды. Һеҙгә лә, моғайын, күп балалы ғаилә булараҡ йорт һалыу өсөн урын бүленгәндер. Ҡулығыҙға инәсәк аҡсаны бер үк икенсел торлаҡ баҙарынан фатир һатып алыу өсөн тотонмаҫҡа, ә йорт һалып инергә кәңәш итәм. Төҙөлөш барған Көньяҡ һәм Көнсығыш биҫтәләрендә проект эштәре бөтөп килә, ошо маҡсатҡа 15 миллион һум бүленгәйне. Киләһе йылда электр линияһы һуҙыу тамамланырға тейеш. Коммуникация селтәрҙәре үткәреү буйынса ла эш әүҙем бара. Ярай, хәҙер күптән көтөлгән күңелле сараны атҡарайыҡ, – тип иң элек Гүзәлиә менән Радик Саҙиҡовтарҙы саҡырҙы.
Ауыл кешеһе ерҙә тапһын бәхетен– Өс бала тәрбиәләйбеҙ, күп балалылар булараҡ ер алғайныҡ инде. Шуға ла дәүләт ярҙамын көтөп тормай, үҙ көсөбөҙ менән йорт һала башланыҡ. Әлеге социаль түләү бик ваҡытлы бирелә, былай булғас, өй һалыу оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, – тип шатлығын белдерҙе ғаилә башлығы.
Евгения менән Артем Макарен­коларҙы ла матур теләктәр менән тәбрикләне башлыҡ. Был ғаилә лә дәүләт ярҙамын йорттарын төҙөп бөтөү өсөн тотонасаҡ.
Әнисә менән Дшод Джумаевтарҙың да ҡулдарын ихлас ҡыҫты Зәйнулла Насиров.
– Әлбиттә, көткән кешегә оҙағыраҡ та тойолғандыр был көндөң килеп етеүе. Шулай ҙа бәхетлеһегеҙ. Мин, мәҫәлән, йортомдо үҙ көсөм менән туғыҙ йыл һалдым, балалар иҫкеһендә буй еткерҙе. Һеҙҙең ул-ҡыҙҙарығыҙ яңы йортта, иркенлектә үҫеп өлгөрәсәк әле. Барығыҙға ла матур итеп өй туйларға һәм балаларығыҙҙы иҫән-һау тәрбиәләп үҫтерергә яҙһын! – тип изге теләктәр менән тамамланы сертификат тапшырыу тантанаһын. Йәштәрҙең иҫтәлеккә фотоға төшөргә тигән тәҡдименә лә шатланып риза булды ул.
Күңелдәре күтәрелгән йәштәр сығып киткәс тә, торлаҡ мәсьәләһен дауам итеп:
– Төҙөлөш алып барыуға дәүләт ярҙамы ҙур, мәҫәлән, ошо маҡсатта районға 300 миллион һум самаһы бүленде. Ауыл ерендә төпләнәм, тыуған ерҙә ҡалам тиһәләр, торлаҡ программалары буйынса ярҙамға өмөт итә алалар, йәшәү шарттары ла ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Мәҫәлән, юлдарыбыҙ яҡшыра, быйыл ғына 20 километрҙан ашыу ара төҙөкләндерелде. Ниһайәт, Бишбүләк районы менән сиктәш урындағы 1200 метр юлда ла эш тамамланды. Миәкә йылғаһы аша күпер ҙә оҙаҡламай файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ғөмүмән, байтаҡ ҡына күләмдә эш атҡарылды. Хәйер, быға үҙегеҙ ҙә күреп ышанырһығыҙ: бөгөн Ҡырғыҙ-Миәкәләге балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышып ҡайтырға йыйынғайным. Төҙөүселәр билдәләнгән ваҡытҡа өлгөртәбеҙ тип вәғәҙә итә лә ул, шулай ҙа контролдә тоторға кәрәк. Йәш ғаиләләр объекттың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә бит, – тип йәһәтләп урынынан ҡуҙғалды.

Төҙөлөш бара икән,
тимәк, йәштәр төпләнә


Ауыл кешеһе ерҙә тапһын бәхетенЮлда ла төҙөлөшкә бәйле һүҙ дауам ителде. Көньяҡ һәм Көнбайыш биҫтәләрендәге йорттарға күрһәтеп:
– Анау ике ҡатлы икәүһе – социаль йорттар. Уларҙан етемдәргә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына фатир бирелде, – тип яңы микрорайон менән таныштырып барҙы. – Әле тағы иҫәптә 52 етем тора, уларҙың 22-һе суд ҡарары буйынса ошо категорияға индерелгән. Ғәжәп тә, ғибрәт тә инде: ата-әсәле килеш етем мөһөрө һуғылһын әле! Тәрән уйландыра был мәсьәлә. Ә был йорттағы фатир асҡыстарын яңыраҡ ҡына тапшырҙыҡ. Эргә-тирәһендә кеше күренә, тимәк, күсенеп бөтөп бараларҙыр. Ошонда уҡ 32 фатирлыһы ла урын аласаҡ, төҙөлөш башланды. Тағы ла 16 фатирлыһына нигеҙ һалынған. Әйткәндәй, арзан вариант ҡулланыла, йәғни әҙер материалдар килтерелә, ҡорорға ғына кәрәк буласаҡ. Һәр кем ҡаҙанлыҡты ла үҙе ҡуя. Һәр тинде ҡат-ҡат иҫәпләргә, мөмкин тиклем сығымды ҡыҫҡартырға тырышабыҙ инде. Быны беҙҙән заман талап итә. Ҡасандыр нефтселәр төҙөгән йорттар ныҡ туҙған, шунда йәшәгән халыҡты күсерергә тип торабыҙ.
Балалар баҡсаһы биләмәһенә аяҡ баҫҡас, башлыҡ иң элек тирә-яҡты байҡап алды. Иртәнсәктән яуған ямғырға берәү ҙә иғтибар итмәй кеүек: асфальт та түшәйҙәр, төҙөкләндереү эштәрен дә бер юлы алып баралар. Күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды Зәйнулла Хәбибулла улы.
– Былай булғас, хәүефләнмәҫкә мөмкин. Эске яғында ла эш күп ҡалмаған. Йылытыу ҡаҙанлығы килтереү генә бер аҙ һуҙыла. Ошо социаль объектты ла “Акрополь” йәмғиәте төҙөүселәренә ышанып тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, бында трансформатор үҙҙәренеке буласаҡ, – тип аңлатып ҡуйҙы ул.
– Йә, нисек, планлаштырылған ваҡытта тапшыра алаһығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынды баш архитектор Р. Борхановтан.
– Эш ыңғай ғына барһа, өлгөрөрбөҙ. Бында балалар яңы йылдан һуң аяҡ баҫасаҡ, – тип ышаныслы яуап­ланы ул.
– Ярай, һынатмағыҙ. Асылыуын түҙемһеҙләнеп көтөүҙәрен дә, мөһим төҙөлөш икәнлеген дә яҡшы беләһегеҙ, – тип йылы хушлашты башлыҡ төҙөүселәр менән.
Ауыл кешеһе ерҙә тапһын бәхетен– Мөһимлегенә баҫым яһауым юҡҡа түгел. Беренсенән, кескәйҙәр өсөн, тимәк, тәү сиратта сифат мәсьәләһе торорға тейеш. Икенсенән, балалар баҡсаһының дөйөм хаҡы 70 миллион һум самаһы тәшкил итә, етди ҡарау кәрәк. Әйтеп үткәнемсә, район үҙәгенең был төбәгендә 600-ҙән ашыу ғаилә йәшәй. Нигеҙҙә йәштәр төйәкләнә, өй туйлай. Шуға балалар ҙа күп. Бынан тыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ биҫтәләрендә лә йорттар йылдам ҡалҡа. Ошо яҡта 500 ер участкаһы бүленгән, уларҙың 200-ө – ишле ғаилә­ләр өсөн. Әйткәндәй, район буйынса күп балалы 420 ғаилә иҫәпләнә. Торлаҡ менән тәьмин ителеш һәйбәт тип әйтергә мөмкин, мәҫәлән, файҙаланыуға тапшы­рылған майҙан – 6990 квадрат метр. Ғөмүмән, бер кешегә 28,2 квадрат метр тура килә, һәм был – республика буйынса яҡшы күрһәткес.
Хәҙер ҡатын-ҡыҙ сабыйына 1,5 йәш тулыу менән эшкә сығырға теләй, балалар учреждениеһына ихтыяж шул сәбәп­ле лә арта. Районда өс-ете йәшлектәр урын менән тәьмин ителгән, йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемгеләр өсөн генә бина кәрәк ине. 120 урынлыҡ ошо баҡса асылһа, был проблеманан да ҡотолоп торасаҡбыҙ. Ауылдарҙа ла балалар баҡсаһы мәсьәләһен хәл итергә тырышабыҙ. Мәктәп йәки клуб биналарында асып, шунда ла йөрөтөлә кес­кәйҙәр. Төрлө юлдарын эҙләйбеҙ, бул­ған­дарын төҙөкләндерәбеҙ. Һөҙөм­тәлә балалар баҡсаһы мәсьәләһе хәл ителгән биш район иҫәбенә инәбеҙ, – тип аңлатып ҡуйҙы Зәйнулла Хәбибулла улы.
Үтеп барышлай “Миәкә” физкультура-һауыҡтырыу комплексына күҙ һалдыр­тып:
– Былтыр ошо ваҡытта асылғайны был мөһабәт бинаның ишеге. Уның район үҙәгенә йәм биреп кенә ултырмауы, ә ысын мәғәнәһендә йән индереүе шатландыра. Сәләмәтлек үҙәгенә балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҙур теләк менән йөрөй. Ҡайһы бер хеҙмәттәр түләүле, әлбиттә, шулай ҙа буш торғаны юҡ. Уҡыусылар гел ошонда. Элгәре көн ингәнемдә тренажер залында буш урын булманы ла – 30-лап бала шөғөлләнә ине. Ошо комплекс асылғас һыраханаларҙа үҫмерҙәр күҙгә күренеп кәмене, тиҙәр. Ауылдарҙан да киләләр. Елдәр ауылының бер кешеһе: “Етәкселәр, моғайын, бассейндың һыуы таҙа саҡта, иртәнсәк булалыр инде, ә беҙ кискеһен генә йөрөй алабыҙ”, – ти икән. “Һис тә улай түгел, ҡара әле был яҡҡа, ана, район хакимиәте башлығы йөҙөп йөрөй”, – тип күрһәткәндәр. Бассейнға түләп инәм, сөнки башҡалар минән өлгө ала бит, – тип ҡуйын кеҫәһенән бассейнға йөрөү абонементын, касса чегын алып күрһәтеп, миңә лә икеләнергә урын ҡалдырманы. – Спорт кейемдәре һалынған сумкам һәр ваҡыт машинала йөрөй. Заманында еңел атлетика буйынса республика чемпионы булған кеше лә бит әле мин, – тип йылмайып ҡуйҙы.
Эш урынына әйләнеп ҡайтыуына М. Ғө­бәйҙуллин исемендәге Өршәкбаш-Ҡарамалы мәктәбе директоры Ғафур Әхмәев көтөп тора ине. Йомошо ремонтҡа бәйле булып сыҡты. Был мәктәп тураһында һөйләшеү-кәңәшләшеү күптән бара икән, башлыҡ ундағы хәл менән яҡшы таныш. “Тырышырбыҙ, оҙаҡламай мәсьәлә асыҡланыр”, – тип директорҙың өмөтөн һүндермәй хушлашты ул.
Үкенескә ҡаршы, ремонт талап иткән мәктәп ул ғына түгел: Елдәрҙә лә, Ҡаран-Ҡунҡаста ла көтәләр. Мөмкин тиклем яңыртырға ынтылалар. Мәҫәлән, Ҡырғыҙ-Миәкәләге 1-се мәктәп 70 йыллығын танымаҫлыҡ булып ҡаршы алған, Миәкәтамаҡтағыһы хәҙер көнләште­рерлек икән.
Зәйнулла Хәбибулла улының эш көнө шулай дауам итте. Бер аҙ бушаған арала ауыл хужалығы тармағындағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып алды. Борсолорға урын бар – иртәнсәк һибәләй башлаған ямғыр туҡтарға уйламаны ла. Ул арала район мәҙәниәт йортона барырға ваҡыт та етте. Уҡытыусылар көнө айҡанлы тантананы һуңғараҡ ҡалдырып торорға тура килгән. Йыл да ойошторолһа ла, ғәҙәти кисә түгел ул, ә изге һөнәр эйәләрен тәбрикләү сараһы. Башлыҡ килгәндә район мәҙәниәт йортоноң залы шығырым тулы ине. Байрам кисәһе күсерелһә лә, бәҫе һис тә юғалманы. Зәйнулла Насиров Уҡытыусылар көнө айҡанлы ихлас тәбрикләгәндән һуң, мәғариф алдынғыларының бер төркөмөнә Почет грамоталары тапшырҙы. Хеҙмәте менән айырылып торған дүрт уҡытыусы район хакимиәте башлығы грантына лайыҡ булды. “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” ла ошо төбәктә йәшәй: Ҡырғыҙ-Миәкәләге 1-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлнара Баянова, ил күләмендәге абруйлы бәйгелә ҡатнашып, яҡташтарын һөйөндөргән. Башлыҡ мәртәбәле конкурс еңеүсеһен йылы ҡотланы.
Шулай ҙа сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барған матур кисәлә оҙаҡ ултыра алманы, малсылар, игенселәр эргәһенә ашыҡты Зәйнулла Хәбибулла улы. Быйыл “Илсеғол” ауыл хужалығы етештереү кооперативы “500 ферма” программаһында ҡатнаша. Хакимиәт башлығы ошонда төҙөлә башлаған мал аҙбарындағы хәлдәр менән яҡындан танышырға, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе урында ҡарарға планлаштырғайны. Бер ыңғай Миәкәтамаҡҡа һуғылып китеү ҙә кәрәк тип, юлға сығырға йыйынды. Көндәр яуынлап тора, был ауылдағы балалар баҡсаһында ремонт барышын да күреп китеү зарур.
– Бинаһының түбәһен алмаштыртыуҙы күптән үтенәләр ине, ниһайәт, атҡарыла был эш. Былтыр яңы мәктәпле булдылар, әле унда 110 бала уҡый. Балалар баҡсаһында ремонт тамамланһа, миәкәтамаҡтарҙың проблемалары бөтөп торасаҡ, буғай. Ауыл халҡына эш бар: “Маяҡ” хужалығы көслөләрҙән һанала, барлыҡ культураны ла сәсәләр, малсылыҡ та үҫеш кисерә. Заманға яраҡлашып, яңыса фекерләп күтәрәләр ауыл хужалығын. Яңыраҡ ҡеүәтле техника алғандар тип ишеткәйнем, уны ла күреп китә алабыҙ, – тип ҡуҙғалды сәфәргә.

Хужалыҡтар
һаҡлап ҡалынды


Миәкәтамаҡта ла ямғыр һибәләй ине, әммә эшселәрҙе урында тап иттек. Генподрядсы Урал Нурғәлиев тә, “Маяҡ” йәмғиәте директоры Фәнзил Иҙрисов та ошонда булып сыҡты.
– Һаумыһығыҙ, егеттәр! Йә, эш нисек бара? – тип шунда уҡ балалар баҡсаһы менән ҡыҙыҡһынды Зәйнулла Насиров.
– Киләһе аҙнала тамамларбыҙ, эш күп ҡалманы, – тип ышандырҙылар.
– “Маяҡ” етәкселәре әйткән һүҙендә тора торғандарҙан.
260 баш малға иҫәпләнгән аҙбар, иген киптергес, ашлыҡ келәте һалдылар. Әйткәндәй, иген киптергес өр-яңы технология буйынса эшләй, хатта уның республикала тиңе юҡ, – тип йәнә тырышлыҡтарын баһалап алды район етәксеһе.
– Баҫыуҙарҙан уңышты йыйып алып бөттөк. Һөрөнтө ерҙәребеҙ 4750 гектар майҙанды биләй. Хужалыҡта йәйге-көҙгө миҙгелдә эшләүселәр һаны 60-ҡа етә. Халыҡҡа ашлыҡты иҫке уңыштан 6 һум менән биргәйнек, яңыһынан таратманыҡ әле. Улар беҙгә ҡарап, өмөт итеп тора бит. Ауылда төпләнгәндәр тырыша-тырыша мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Ҙур өс көтөү сығыуы ла шуға дәлил. Көҙгө эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙманыҡ, ваҡытында тамамланыҡ. Техника һынатмай, уларҙы яңыртып торабыҙ. Күптән түгел тағы бер ҡеүәтлеһен алып шатландыҡ, өс комбайнды алмаштыра ала ул. Әйҙәгеҙ, күреп китегеҙ, – тип ангарға табан әйҙәне Фәнзил Иҙрисов.
– Ысынлап та, ифрат ҡеүәтле техникаға эйә булғанһығыҙ, афарин! Кабинаһы ла ҡайһылай уңайлы! Былай булғас, эшегеҙҙе күпкә еңеләйтәсәк, – тип шатлыҡтарын уртаҡлашты Зәйнулла Хәбибулла улы.
– Арышты август башында сәсә башлап оттоҡ бит, ә, егеттәр! Күптәр, һуңғараҡ тотоноп, өлгөрмәй ҡалды. Район буйынса 17 мең гектарҙа сәселде был культура.
Ангарҙары таң ҡалдырҙы ”Маяҡ”тарҙың. Барлыҡ техникалары ла һыйған, тап-таҙа итеп индереп ҡуйылған. Ҡыҙыҡһыныуҙы күреп, директор:
– Ҡеүәтле генә түгел, ҡиммәтле лә бындағы һәр трактор һәм комбайн. Уларҙы ҡыш – ҡар, көҙ ямғыр аҫтында тотоп булмай бит инде, һаҡларға кәрәк. Шуға ошо ангарҙы булдырҙыҡ, хәҙер күңел тыныс, – тип аңлатаһы итте.
“Маяҡ”тар менән хушлашып, Илсеғолға юл тоттоҡ.
– Районда “500 ферма” программаһы буйынса биш ферма төҙөлдө, Илсеғолдағыһы – алтынсыһы. “Урал”, “Ҡаран”, “Маяҡ” йәмғиәттәре, Крупская исемендәге кооператив миҫалында заманса ферманың ниндәй булыуын күрҙеләр. “Елдәр” һәм “Баязит”тар ҙа дәғүә итә әле. Йәмғеһе 23 хужалыҡ бар, һәм уларҙың барыһы ла һаҡлап ҡалынды. Әле район хужалыҡтарында 37 меңдән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Үкенескә ҡаршы, ер кешеһенә һуңғы биш-алты йылдағы ҡоролоҡ ныҡ ҡамасаулай. Игенселәр ҙә, малсылар ҙа тырыша инде ул. Быйыл сәсеүҙе тәүгеләрҙән булып тамамлағайныҡ та бит, май айында 45 градусҡа еткән эҫелек арҡаһында өмөт аҡланманы. Төбәктәге ерҙең сифаты буйынса 47-48-се урындарҙабыҙ, баҫыуҙар тау-ташлы ерҙә, шуға гектарынан 16 центнерҙан да күберәк уңышҡа өмөт итеп булмай. Быйыл бөртөклөләрҙең гектар ҡеүәте уртаса 11 центнер тәшкил итте. Әммә сәсеүлек майҙанын кәметмәйбеҙ. Игенселәрҙе, нигеҙҙә, бензин, ашлама хаҡының артыуы борсой. Ауыл халҡы иген үҫтерәм, мал-тыуар үрсетәм тип ер һорап мөрәжәғәт итә икән, хуплайбыҙ ғына. Сүп баҫтырғансы, әйҙә, файҙа­ланһындар. Ғөмүмән, беҙ урындағы халыҡты эшле итеү, ерҙе уларға биреү яғында. Юғиһә, ҡайҙа барһын ул, ни менән мәшғүл булһын? Хужалыҡтар эшләһә, ауыл халҡы үҙ ихатаһында ла ҡош-ҡорт үрсетә, мал-тыуар ишәйтә ала. Һүҙ ҙә юҡ, малсылыҡ үҫешә, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә арта, һарыҡ аҫраусылар ҙа күбәйә. Әйткәндәй, шәхси хужалыҡтарҙан йыйылған һөт күләме буйынса республикала 2-3-сө урынды тотоп киләбеҙ. Бына ошо күрһәткес тә ярҙамсы хужа­лыҡтарҙың нығыныуын дәлилләй. Шулай уҡ йәшелсә-емеш үҫтерергә оҫтаралар, умартасылыҡты тергеҙәләр. Сауҙа баҙарына инеү өсөн тауарҙы ҙур күләмдә етештереү һәм тәҡдим итеү кәрәк бит. Шуға күрә ошо төбәктә умартасыларҙың ассоциацияһын булдырып, райондың бал брендын танытырға ниәт бар. Ул сағында умартасыларға бал менән баҙарға сығыу еңелләшер ине. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында бал һатыуҙы еңелләштергән сараны көтөүселәр күп, әммә үҙҙәренең аҡсаһын һалырға ғына ашыҡмайҙар, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Зәйнулла Хәбибулла улы.

Иң мөһиме –
тәүәккәлләп башлау


“Илсеғол” хужалығында ла көҙгө ямғырҙың маҙаһыҙлауына иғтибар итмәй, эш менән мәшғүлдәр ине.
– Был бина күптән һалынған, әммә мал индереп өлгөрмәгән булғандар, заманалар үҙгәреп киткән. Шуға күрә байтаҡ йылдар файҙаланылмай ултыра ине. “500 ферма” программаһына инергә уйлашҡанда уны үҙгәртеп ҡорорға булдыҡ. Түбәһен профилләнгән ҡалай менән ябып, тәҙрәләр ҡуйып, заманса төҫ индерҙек. Июнь айында тәүәккәлләп тотонғайныҡ, хәҙер эске яғында ғына ҡалды эш. Ноябрь аҙаҡтарына тамамларбыҙ, тип торабыҙ. Ҡыҙыуыраҡ та барған булыр ине, тик финанс мәсьәләһе бер аҙ тотҡарланы, кредит юллау оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Әле хужалығыбыҙҙа 1800 баш мал аҫрала, шуның 360-ы – һауын һыйыры. Программаға ярашлы, уларҙың һанын 500-гә еткерергә тейешбеҙ. Һыйырҙарҙы һауыу залы ана теге башта буласаҡ, тиреҫ автоматлаштырылған ҡоролма ярҙамында тышҡа сығарыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, ҡул көсө ҡулланыу ныҡ кәмейәсәк. Беҙ һөт етештереүгә йүнәлеш алғанбыҙ. Тик һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында ауырлыҡ тыуа. Шулай ҙа иң мөһиме – “500 ферма” программаһына ҡушылдыҡ. Башланған эш – бөткән эш, тиҙәрме әле? Объектты файҙаланыуға тапшырғас, һөт етештереү бермә-бер артыр тип ышанабыҙ һәм ышандырабыҙ, – тип таныштырҙы хужалыҡ етәксеһе Роман Жнейкин.
“Илсеғол”дарҙың эштәренә һүҙ тейҙерерлек түгел ине.
– Роман Васильевичҡа таянырға була, тырыш ир-аттарҙың береһе ул инде. Район Советы депутаты итеп һайланыуы ла ышанысты аҡлай белеүенә бәйле, – тине район етәксеһе хушлашҡанда.
Башлыҡтың эш көнө район үҙәгенә әйләнеп ҡайтыу менән генә тамамланманы. Көноҙоно байтаҡ мәсьәлә йыйылған, уларҙы ентекләп ҡарап сыҡҡандан һуң тармаҡ етәкселәре менән осрашып кәңәшләшеү дауам итте. Зәйнулла Хәбибулла улы өсөн хәл ителергә тейешле проблемаларҙың ҙуры йәки бәләкәйе юҡ – бөтәһе лә мөһим. Һәр ҡайһыһы Миәкә ерен төйәк иткән халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға һәм алдағы көндәре ышаныслы булыуына бәйле.



Вернуться назад