Аҙыҡ мул, кеҫә яғы ғына таҡыр…07.11.2014
Аҙыҡ мул, кеҫә яғы ғына таҡыр…
— Ит алығыҙ, ит!
Өфөнөң Үҙәк баҙарында ошо һүҙҙе йыш ишетергә тура килә. Әммә сират тороп ит үлсәткән кешеләрҙе күргән юҡ. Кемдер алһа ла, бер нисә кило менән генә хушһына. Ә инде өлкәндәрҙең күпселеге бары уның хаҡын һорашыу менән сикләнә һәм:
— Ҡыйбат шул! – тип китеп бара.
Ай һайын фатирға, башҡа кәрәк-яраҡҡа түләүҙе, дарыуҙарға мохтажлыҡты иҫәпкә алһаң, барлы-юҡлы 10 мең һум самаһы аҡсаны нисек бөтә тарафҡа һуҙмаҡ кәрәк?


Был осраҡта бөгөн белгестәрҙең, “импорт түгел, ә халыҡтың кеҫәһе таҡырлығы ҙур хәүеф тыуҙыра”, тиеүенең дөрөҫлөгөнә йәнә бер ҡат инанаһың. Ярай, ҡайһы бер сит ил тауарҙарынан баш тартырбыҙ, үҙебеҙҙеке менән кәштәләрҙе тултырырбыҙ, әммә илдең төп байлығы һаналған халыҡ теләгән ризығын етерлек күләмдә һатып ала алырмы? Бына ҡайҙа мәсьәлә!
Дөрөҫ, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары менән сағыштырғанда, күпкә яҡшыраҡ туҡланабыҙ. Ит, бәрәңге, йо­мортҡа, шәкәр, үҫемлек майы, уртаса алғанда, бөтәбеҙгә лә етә. Шулай ҙа емеш-еләк, һөт, балыҡ аҙыҡтарын “үгәйһетеп ҡарайбыҙ”. Янсыҡ шулай мәжбүр итә. Магазин кәштәләре ара­һында йөрөгәндә, “ярай, улары икмәк, һөт ризыҡтары кеүек әллә ни мөһим түгел әле”, тип үҙебеҙҙе йыуатабыҙ.
Белгестәр билдәләүенсә, был йә­һәттән ил төбәктәре араһында етди айырма барлыҡҡа килгән. Ҡайҙалыр аҙыҡ-түлеккә ғаилә килеменең күп булмаған өлөшөн генә тотонһалар, икен­се өлкәләрҙә, барлыҡ тапҡан-таянған ашауға китеп торһа ла, тейешенсә туҡлана алмайҙар. Иң ярлы иҫәп­ләнгәндәр ғаилә табышының – 44,6, бер аҙ хәллерәктәр 16 процентын ашауға сарыф итә. Әммә уларҙың рационын сит илдәрҙән килтерелгән һыйыр йәки сусҡа ите түгел, ә башлыса төрлө тәмләт­кестәр ҡушылған, бешмәгән килеш ҡаҡланған йә ыҫланған колбаса, төрлө ит продукттары тәшкил итә. Бындай аҙыҡтарҙың организм өсөн бик үк файҙалы булмауы һәр кемгә мәғлүмдер.
Тыва һәм Ингуш республикалары аҙыҡ рационында ит аҡһымы етмәү буйынса иң беренселәрҙән һанала. Был төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтың тейешенсә ит, һөт ризыҡтары ҡулланыу өсөн аҡсаһы юҡ. Тикшеренеүселәр бил­дәләүенсә, мәсьәлә аҙыҡ-түлек хәүеф­һеҙлеге проблемаһы ғына түгел, ә социаль низағ өсөн ерлек тә булып тора.
Рәсәйҙә 2010 йылда Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһын раҫлауҙары хәтерегеҙҙәлер. Киләсәктә сит илдәргә ауыҙ һоноп тормаҫ өсөн унда үҙебеҙҙең икмәкте, ит һәм һөт ризыҡтарын етештереү күләме билдәләнде. Уртаса алғанда, теге йәки был аҙыҡтың 80-дән алып 95 процентҡа ҡәҙәрен үҙебеҙҙә әҙерләү маҡсат итеп ҡуйылғайны.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе 2010 йылғы планда ҡаралған ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте етештереүҙе арттырып ебәреүебеҙҙе күрһәтә. Иген һәм үҫемлек майы менән Рәсәй үҙен генә түгел, башҡа илдәрҙең 50 миллион самаһы кешеһен дә туйҙыра.
Дөрөҫ, бөтәһе лә беҙ теләгәнсә яҡшы түгел әле. Мәҫәлән, ит, башлыса һыйыр ите, һөт етештереү буйынса күрһәткестәр һаман да түбән булып ҡала. Күпселек халыҡ бәрәңге, икмәк, макарон изделиелары, ярма кеүек аҙыҡты саманан тыш ҡуллана. Шәкәр, үҫемлек майына ла ҡытлыҡ юҡ. Ә бына йәшелсә, емеш-еләк, һөт, балыҡ аҙыҡтары менән тейешенсә туҡланыу өсөн халыҡтың кеҫәһе таҡыр.
Бөгөн күптәр Рәсәйҙә һыйыр ите етерлек күләмдә етештерелмәй, әгәр уны сит илдән алмайыҡ тиһәк, беҙгә мал һанын арттырыу кәрәк тип бара. Дөрөҫ фекер. Әммә барлыҡ кеше лә теләгәнен етерлек күләмдә һатып ала алмағас, кәш­тәләрҙе һығылдырып ҡуйыуҙан ғына ниндәй файҙа? Тимәк, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге хаҡында һөйләгәндә, теге йәки был төбәктең уны ҡулланыу мөмкинлеген дә иҫәпкә алыу кәрәктер.


Вернуться назад