“Һәҙиә Дәүләтшина” кемгә йылмайыр?07.11.2014
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия 2014 йылдың 31 декабренә тиклем Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул итә.
Йәш быуынды рухи-әхлаҡи һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн премия бер ижадсыға ғына тапшырыла. Эштәр бер йыл алдан айырым китап итеп нәшер ителгән, матбуғатта баҫылған йәки башҡа юл менән халыҡҡа еткерелгән булырға тейеш. Бер үк эште башҡа дәүләт премияларына тәҡдим итеү тыйыла. Конкурстан үтмәгәндәре премияға тағы бер тапҡыр тәҡдим ителә ала. Был осраҡта документтар ҡайтанан тултырыла. Дәғүә итеүселәр араһында лайыҡлылар табылмаһа, бүләк бер кемгә лә бирелмәй. Лауреат премияға биш йыл үткәс кенә ҡабаттан тәҡдим ителергә хоҡуҡлы.
Премияға эштәр дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, предприятие, ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре һәм ижади союздар тарафынан тәҡдим ителә.
Документтар Комиссия тарафынан күрһәтелгән өлгөләргә ярашлы тултырылырға тейеш (өлгөләрҙе www.presidentrb.ru сайтында табырға мөмкин).
Премияға документтар Комиссия тарафынан түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, 419-сы бүлмә. Белешмә өсөн телефондар: 280-80-96, 280-80-75 йәки www.presidentrb.ru сайты. Эштәрҙе тапшырыу һәм документтарҙы тултырыу тәртибенә тап килмәгән йәки почта аша ебәрелгән материалдар ҡаралмай.