Беҙ, етмешкә етеп барған пенсионерҙар, ҡарт көнөбөҙҙә бәпес ҡарарға мәжбүрбеҙ. Ейәнебеҙҙең атаһы ла, әсәһе лә бар, Аллаға шөкөр, етем түгел, әммә медицина хеҙмәткәрҙәренең вайымһыҙлығы, яуапһыҙлығы арҡаһында ун ике көнлөк сабый әлегә беҙҙең ҡарамаҡта. Ейәнебеҙҙең тыуыуын көткәндә әсәһе йыш ҡына дауаханала ятты, шулай булғас, табиптар уның хәлен яҡшы белә ине. Баланы операция яһап алдылар. Йәш әсәне бер көн генә реанимацияла тоттолар, өс көн дөйөм палатала ятҡырҙылар ҙа сығарып ебәрҙеләр. Имеш, йөклө ҡатындар күп, сират ҙур, башҡаларға урын кәрәк. Ике көндән ҡыҙымдың хәле насарайҙы, температураһы күтәрелде, эсе ауыртыуы туҡтаманы.
Уны яңынан дауаханаға һалдылар, 12 көнлөк сабыйы беҙҙең ҡарауға ҡалды. Әле ҡыҙыбыҙ Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология бүлексәһендә дауалана. Әйткәндәй, ул ошо уҡ медицина ойошмаһының акушерлыҡ бүлексәһендә бала тапҡайны. Әле килеп гинекологияға һалып ҡуйҙылар. Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә булып сыға түгелме?
Әгәр йәш әсәне балаһы тыуғас та тейешенсә ҡараһалар, ваҡыты еткәс кенә (дүрт түгел, ә ҡағиҙәгә ярашлы алты-ете көндән һуң) дауахананан сығарһалар, сәләмәтлеге яйлап көйләнер, тән йәрәхәттәре аҙ булһа ла уңалыр ине. Юҡ, һауығып етмәгән сирлене тиҙерәк ҡайтарып ебәрергә тырыштылар. Битарафлыҡ һәм оло яуапһыҙлыҡ был!
Акушер-гинекология бүлеген яңыраҡ ҡына астылар, иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, тиҙәр. Күпме аҡса, көс түгелгәндер — белмәйбеҙ уныһын. Әммә тимер ҡорамалдар кешене алмаштыра алмай, улар – йәнһеҙ, табиптарҙың белеме, оҫталығы, тәжрибәһе етерлек булғанда ғына приборҙарҙы тейешенсә файҙаланырға мөмкин. Дауаланыусылар тейешле иғтибар күрмәһә, яҡшы һүҙ ишетмәһә, кәрәкле дарыуҙар алмаһа, һөҙөмтә булмаясаҡ.
Икенсенән, дауахана хеҙмәткәрҙәре, сирлене ваҡытынан алда сығарып ебәреп, күпмелер аҡсаны янында ҡалдыра ла алалыр. Ҡулайлаштырыу йәки яраҡлаштырыу заманы бит. Әммә сырхауы бөтмәгән кешене, сире аҙғандан һуң ғына ныҡлап тотоноп, оҙағыраҡ ваҡыт дауалау күберәк сығымдар талап итмәйме? Ҡыҙым тағы ла кәмендә 10-12 көн ятыр әле, тиҙәр. Баҡтиһәң, балаһын операция яһатып тыуҙырған ҡатындарҙың яртыһы ошо рәүешле дауаланырға, йәғни бер нисә бүлексә аша үтергә мәжбүр икән. Уйланырға урын бар. Беҙгә, хаҡлы ялдағыларға, 12-15 көнлөк сабый менән күпме ултырырға тура килер? Билдәһеҙ.