Киттек... әрме күрергә07.11.2014
Киттек... әрме күрергә
Хәрби хеҙмәт ҡайҙан башлана? Әлбиттә, саҡырылыш пунктынан. Унда индең икән, кире бер йылдан һуң ғына сығырға мөмкин, тип мәрәкәләйҙәр.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың төп саҡырылыш пункты “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрҙе. Унда хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы алғандар, уларҙың ата-әсәләре армияға оҙатыласаҡ егеттәрҙең ваҡытлыса йәшәү шарттары менән танышты.

Киттек... әрме күрергәТәүҙә хәрби-патриотик фильмдар күрһәтелде, унан Үҙәк хәрби округы инспекторы, генерал-майор Владимир Трофимов (һүрәттә) илдәге ижтимағи-сәйәси хәл тураһында һөйләне, армияға эләккәс ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура киләсәген бәйән итте. Үҙ ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған генерал-майорҙың иҫтәлектәрен тыңлауы ҡыҙыҡ булды. Әңгәмә барышында буласаҡ һалдаттар уға һорауҙар бирҙе. Артабан хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырылыш бүлеге начальнигы полковник Риф Вәлиев республиканың саҡырылыш пункты тураһында ентекле һөйләне һәм егеттәргә ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторҙо. Улар ашхананы, медицина кабинеттарын ҡараны, автоматтарҙы ҡороп, атып ҡараны.
Егеттәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар күп ине: йылы кейем алырға кәрәкме, аҙыҡ-түлек мәсьәләһе нисек хәл ителә, кеҫә телефондарын ҡулланырға яраймы һәм башҡаһы. Риф Вәлиев уларҙың һәр ҡайһыһына төплө яуап бирҙе. Кеҫә телефондарына килгәндә, хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәргә үҙ райондарында уҡ ике SIM-карта бирергә тейештәр. Уның береһе ата-әсәһендә ҡала, икенсеһен һалдат үҙе менән алып китә. Был сара ғаилә ағзалары роумингһыҙ аралашһын өсөн ойошторолған.
Саҡырылыш пунктының эше менән танышырға теләүселәр байтаҡ булды. Көн дауамында бынан кеше өҙөлмәне.



Алһыу ШӘРИПОВА:
– Улым хәрби хеҙмәткә йыйына. Саҡырыу ҡағыҙы алдыҡ. Әлбиттә, борсолабыҙ. Шуға ла саҡырылыш пунктына килеп, бер аҙ күңелде тынысландырмаҡсы булдыҡ. Күргәнебеҙ оҡшаны. Шарттар һәйбәт. Тыныс ергә эләгеп, хеҙмәтен имен-аман тултырып ҡайтһын тип теләйбеҙ.
Максим ЮХИН:
– Быйыл мәктәпте тамамланым. Хәрби хеҙмәткә барырға ҡарар иткәс, әлегә бер ергә лә уҡырға инмәҫкә булдым. Ҡайтыу менән БДУ-ның хоҡуҡ институтына документтарымды тапшырырға уйлайым. Хәрби хеҙмәттән һуң был маҡсатыма ирешеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаҫ тип ышанам. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ғәскәрҙәренә эләкһәм ине тип теләйем.
Роберт ӘҘЕЛГӘРӘЕВ:
– Атайым Зәбир заманында армияла хеҙмәт иткән. Минең дә бала саҡтан хәрби хеҙмәткә барғым килде. Колледжға индем, хәрби хеҙмәттән һуң уҡыуымды дауам итәсәкмен. Ата-әсәйем борсолһа ла, бармайынса тороп ҡалыуҙы күҙ алдына ла килтермәйем. Ир-егет илен һаҡларға тейеш. Миңә хәрби хеҙмәтте бер йылға ҡыҫҡартыу армияның бәҫен бер аҙ төшөрҙө һымаҡ тойола. Бер йыл эсендә нимәгә өйрәнеп булыр икән? Барып күрәйем әле.


Вернуться назад