“Аҡбуҙат” килә елеп!07.11.2014
Халыҡ-ара “Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале хаҡында мәғлүмәт биреүҙе дауам итәбеҙ. Ебәрелгән 200-ҙән ашыу фильмдан 33-ө конкурсҡа өс йүнәлеш буйынса һайлап алынды: тулы метражлы нәфис фильм, ҡыҫҡа метражлы фильм, документаль фильм. Конкурстан тыш тағы ла 11 фильм тәҡдим ителәсәк кино сәнғәтен һөйөүселәргә.

Жюри ағзалары менән дә танышып китәйек:
Шәүҡәт Абдусәлимов – актер, режиссер. Андрей Тарковский, Элем Климов, Али Хамраевтың фильмдарын эшләүҙә ҡатнашҡан. Тонино Гуэрро һәм Антониини кеүек билдәле кино сәнғәте белгестәре уның ижады хаҡында юғары фекерҙәр әйтә;
Давкат Худоназаров – Тажик ССР-ының дәүләт премияһы лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре;
Актан Арым Кубат – Ҡырғыҙ Республикаһының халыҡ артисы, Европа киноакадемияһы ағзаһы;
Одельша Агишев – кинодраматург, Үзбәк ССР-ының дәүләт премияһы лауреаты, ВГИК профессоры;
Василий Антипов – “Мусульманин” тапшырыуы етәксеһе (“Рәсәй-1” каналы).
Фестивалгә шулай уҡ Рәсәй Кинематографистар союзы етәкселеге, билдәле артистар ҙа ҡунаҡ булараҡ саҡырылған. Заманында Ю. Гагариндың Ергә әйләнеп ҡайтыуын төшөргән билдәле кинооператор Мәхмүт Рафиҡовтың килеүе үҙе ҙур ваҡиға булмаҡсы.




Вернуться назад