Республика Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында Яңы 2015 йылды ҡаршылау тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам сараларына әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкләй.
Президент шыршыһы 22 декабрҙә үткәрелә. Унда, ғәҙәттәгесә, республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестивалдәр лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары ҡатнаша. Улар өсөн “Салют” шифаханаһында өс көнлөк ял ойошторола. Президент шыршыһында ҡатнашыусыларға, шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә Яңы йыл бүләктәре тапшырыла.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә профсоюз һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә үҙ биләмәләрендә театрлаштырылған тамашалар, карнавалдар һәм бүтән байрам саралары уҙғарыу бурысы йөкмәтелде.