Мәктәбем – алтын терәк07.11.2014
Мәктәбем – алтын терәк
Ейәнсура районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев ҙур ихласлыҡ менән беҙҙе Үрге Муйнаҡ урта мәктәбенә алып барып таныштырырға теләк белдерҙе.


Белем усағы ихатаһында ҡайнашҡан ир-атты күреп, ирекһеҙҙән уларҙың эше­нә күҙ һалдыҡ. Бер кем буш тормай. Кемдер бағана ултырта, икенселәр турник урынын билдәләй. Ҡыҫҡаһы, балалар майҙансығы уңайлы булһын өсөн һәр кем тырышлы­ғын һала.
Урта мәктәп директоры Даян Аҙна­ғо­лов белдереүенсә, улар быйыл уҡыу йор­то ҡаршыһында буш торған бинаға “икен­се ғүмер” биргән. Район хакимиәте етәксе­ле­ге менән кәңәшләшкәндән һуң, уның статусын үҙгәрткәндәр – хәҙер бина балалар баҡсаһы һәм интернат булып хеҙмәт итә.
– Беҙҙә эргә-тирә ауылдарҙан килгән балалар ҙа уҡый, – тине Даян Фәрит улы. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулайлаштырыу еле беҙҙе лә урап үтмәне. Уның ҡарауы, бында уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ.
География уҡытыусыһы Лилиә Теләү­моратова әйтеүенсә, ул, дөйөм дәрес­тәрҙән тыш, һәр бала менән айырым шө­ғөлләнә, уҡыусыны төрлө яҡлап асыуҙы мөҡәддәс бурысы һанай. Мөғәллимәнән ҡыҙ һәм егеттәрҙең гәзит-журналға ҡарата мөнәсәбәтен һораштыҡ.
– Үҫмер Интернет менән дуҫ икән, уны бер нисек тә тыйыу кәрәкмәйҙер, – тине ул. – Һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте барыбер ҡайҙандыр таба, шул уҡ Интернеттан да, матбуғат аша ла. Балалар гәзит-журнал уҡымай тип әйтә алмайым. Шәхсән үҙемә килгәндә, матбуғат бит­тәрендәге мәҡәләләрҙе дәрестә файҙа­ланам. “Башҡортостан” гәзите иһә – был йәһәттән ысын мәғәнәһендә тоғро ярҙам­сыбыҙ, кәңәшсебеҙ.
Быйыл белем усағын тамамлаған ете уҡыусының дүртәүһе юғары уҡыу йортона ингән, ҡалғандары һөнәрселек училищеларында белем алып йөрөй. Үрге Муйнаҡ урта мәктәбендә бөгөн – 162 уҡыусы. Уларға белем һәм тәрбиә биргән уҡы­тыусылар, тотош коллектив менән “Баш­ҡортостан”ға яҙылып, мат­буғат дуҫ­тары­ның һанын арттырҙы.


Вернуться назад