Әбйәлил районында гәзит уҡыусылар менән осрашыу ваҡытында кемдер һәр райондың Өфөлә йәшәгән арҙаҡлы шәхестәре үҙ туғандарына һәм яҡташтарына гәзиткә яҙылып бүләк итһә ине тигән тәҡдим яһағайны. Был турала әсәйемдең бер туған ағаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа шылтыратып әйтеүем булды, апам (беҙҙең яҡта әсәйҙең ағаһын шулай тип йөрөтәләр) шунда уҡ минең тәҡдимде хупланы.
Студент саҡта миңә күптәр кеүек китапханаларҙан кәрәкле әсбап эҙләп йөрөргә тура килмәне. Әҫәрҙәрҙе апаларҙың шәхси китапханаһынан алып уҡыным, Маһиҙә инәй эшләгән нәшриәттән яңы ғына баҫылып сыҡҡан китаптар ҡулыма килеп эләгә ине. Ә инде улар яҙҙырған гәзит-журналдың ниндәйе генә килмәй ине?! Аҙна һайын бүлмәлә йәшәүсе ҡыҙҙар өсөн матбуғат баҫмалары ташығанымды осрашҡанда әле лә хәтерләп алабыҙ.
Ғүмере буйы илем, халҡым, телем тип йәшәгән шағирҙың бөгөн дә үҙенең яратҡан гәзите өсөн янып-көйөүе аңлашыла. Ҡасандыр “Совет Башҡортостаны” редакцияһында эшләгән Абдулхаҡ Игебаевты гәзиткә яҙылыу кампанияһының йылдан-йыл ауырлашыуы борсомай ҡалмай. Үҙенең шиғырында яҙғанса,
Хаҡлыҡ даулап яуға сыҡҡан баһадирҙай,
Хәҡиҡәтте яҡлап ҡыйыу көрәшәһең,
Халҡың менән бөтәһен дә бәйнә-бәйнә
Ҡап уртаға һалып ихлас һөйләшәһең,–
тип, яңыраҡ шағир тыуған ауылы Күсейҙәге Абдрахман Ғәлләмов исемендәге мәктәпкә, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында йәшәүсе туғандарына “Башҡортостан” гәзитен биш дана яҙҙырҙы ла квитанцияларын почта аша һалып ебәрҙе.
Юғары трибуналарҙан халҡым, телем, илем тип яр һалғансы, халыҡ шағирынан өлгө алып, һәр райондың, ҡаланың арҙаҡлы шәхестәре яҡташтарына бер нисә дана гәзит-журнал яҙҙырып бүләк яһаһа, күпкә файҙалыраҡ булыр ине. “Ил төкөрһә, күл була”, ти халыҡ мәҡәле лә. Милләтебеҙ зыялылары, арҙаҡлы шәхестәребеҙ ошо матур башланғысты хуплап, уға ҡушылыр һәм барыбыҙ өсөн ҡәҙерле булған милли матбуғатыбыҙҙы таратыуға, уны һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Әйҙәгеҙ, киләсәктә лә “Башҡортостан” гәзите һәр йорттоң изге ҡунағы, туғандарҙы, яҡташтарҙы берләштергән рухи көс булһын!