Көсөргәнешле шарттар ҡайһы саҡта кешене бик ауыр хәлгә ҡуя. Берәүҙәр ҡыйынлыҡтарҙы үҙе еңеп сыға, икенселәре яҡындары ярҙамы менән ҡотола, табип кәңәштәренә таянғандары ла бар.
Бөтә көсөргәнешле шарттарҙы ла зарарлы тип уйлаусылар яңылыша. Фәнни термин булараҡ, “стресс” “баҫым” мәғәнәһен аңлатҡан һүҙҙән килеп сыҡҡан. Сәләмәтлек һаҡлау тураһында һүҙ йөрөткәндә, стресс төшөнсәһенең ике төрлө булғанлығын әйтеү кәрәк: эустресс һәм дистресс. Эустресс – ыңғай, ә дистресс – кире баҫым. Тәүгеһе организмды сынығыуға этәрә, дистресс иһә сирләтә. Стресс – дөйөм төшөнсә, ул физик тәьҫирҙәрҙе лә, психик көсөргәнешлектәрҙе лә үҙ эсенә ала.
Стрестың самаһы бар, уның шәхескә кәрәкле дәрәжәһен билдәләү еңел түгел. Дистресс тәьҫиренә эләкмәҫ өсөн һәр ғаиләлә, йәмғиәттә байтаҡ эш башҡарыла, саралар күрелә. Кешенең аң кимәле ни тиклем юғарыраҡ булһа, ул дистресс тәьҫиренән мөмкин тиклем үҙен-үҙе һаҡлаясаҡ.
Һөйөнөслө хәбәр, яҡшы, мул тормош, яратҡан эш, белем алыу, һайлаған һөнәреңде үҙләштереү, сәләмәт йәшәү рәүеше – барыһы ла йәшәйеш өсөн кәрәкле стрестар. Ҡайһы ғына дәүерҙә, ниндәй генә йәмғиәттә йәшәһәк тә, тыныс тормошто тәьмин итеү өсөн күп көс һалына. Кеше үҙенә уңайлы мөхит ойоштороу өсөн ынтыла, йәмғиәт тыныслыҡты, тәртипте һаҡлау өсөн көрәшә. Йәшәү дәүерендә кешенең тормошҡа мөнәсәбәте үҙгәреш кисерә, донъяла юғалып ҡалмау өсөн ул даими камиллаша, шөғөлдәрен арттыра, тәбиғәт көйһөҙлөктәренә яраҡлаша.
Мәҫәлән, һыуыҡ ҡышта өшөмәҫ өсөн тун тегәләр, йылы кейем-һалым хәстәрләйҙәр, ҡыйыҡтан һыу үтһә, түбә ябалар һәм башҡалар. Был эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн йәнә стресс кисерергә, ең һыҙғанып эшләргә тура килә.
Күп ауырлыҡтарға әҙер булғанлыҡтан, беҙ үҙебеҙҙе кире стресс йоғонтоһонан һаҡлайбыҙ ҙа. Бында тәрбиәнең әһәмиәте бик ҙур. Шуға күрә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе ҡыйынлыҡтар тыуҙырған эҙемтәләрҙән һаҡлау кәрәк. Психик дистресс невроз тыуҙырыуҙан тыш, баш мейеһенең гиппокамп тип аталған өлөшөн кесерәйтеүе, шул арҡала хәтерҙең һәм холоҡтоң насарайыуы ихтимал.
Балаһын урамға сығармай, тәртипһеҙлектәрҙән араларға тырышҡан ата-әсәләр бар. Иртәме-һуңмы, үҫеп еткәс, кеше барыбер мәрхәмәтлек менән яуызлыҡ аралашҡан өлкәндәр тормошона сумырға мәжбүр буласаҡ. Яңыраҡ күршем ошоға ҡағылышлы бик дөрөҫ фекерен ярып һалды: “Бала төрлө холоҡло – тәртипле һәм тәртипһеҙ кешеләрҙе лә күреп үҫергә тейеш, сөнки үҫкәс, улар араһында йәшәргә тура киләсәк бит”. Әлбиттә, бындай осраҡта бала эргәһендә ата-әсә, уҡытыусы-тәрбиәсе булыуы бик яҡшы, сөнки стрестың самаһын белеү, билдәләү мөһим. Урамдың кире тәьҫиренән, насар ғәҙәттәрҙән ҡасып, икенсе ергә күсергә мәжбүр булған ғаиләләрҙе лә беләм.
Баланы тормош рәхәтлектәрен генә күрһәткән әҫәрҙәр менән таныштырыу аҙ, минеңсә. Аҙым һайын һағалап торған ауырлыҡтарҙы, рәхимһеҙлектәрҙе шыма ғына еңеп сыға алған шәхестәр менән таныштырыу ҙа кәрәк. Донъяла иң күп тираж менән таралған һәм байтаҡ телгә тәржемә ителгән Робинзон Крузо тураһындағы китап һымаҡ әҫәрҙәр үҫмерҙәргә лә, өлкәндәргә лә йәшәүгә ҡеүәт бирә, тип уйларға нигеҙ бар. Үҫмер сағымда боҙоҡлоҡтарға ҡотортҡан осраҡтар аҙ булманы. Уларға бирешмәүҙә атай-әсәй һүҙе генә түгел, китап уҡыу ҙа миңә бик ныҡ ярҙам итте.
Һис арттырмайым, беҙҙең тормош тотош стрестарҙан тора. Уларҙың йоғонтоһона бирешмәҫ өсөн мөмкин булғанса әҙер тороу кәрәк. Белем алыу, эшләп үҫеү, өлкәндәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу йәштәрҙең психик тотороҡлолоғон нығыта. Төрлө ҡайғы-хәсрәт кисереп, табипҡа ярҙам һорап килеүселәр байтаҡ. Дистресты бөтә осраҡта ла алдан киҫәтеп булмай. Ә унан сығыу юлдарын айырыуса балаларға өйрәтеү мөһим.
Донъяла хатта илдәр араһында үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ тыуып, бер-береһенә көслө йоғонто яһалғанда инҡилаптар ҡупҡаны, һуғыштар башланғаны билдәле. Әммә һәр стрестан тыныс юл менән сығыу әмәлдәрен дәүләт тә, халыҡ та таба белергә тейеш.