Йәшәү йәме — татыулыҡта07.11.2014
Йәшәү йәме — татыулыҡта
Ошо көндәрҙә Белорет районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 50 һәм 60 йыл татыу ғүмер иткән 16 парҙы хөрмәтләү тантанаһы үтте. Үҙенсәлекле сарала тормош юбилярҙарының балалары, яҡындары ҡатнашты. Күпте күргән, донъяның әсе-сөсөһөн татыған ололарҙың йөҙөндә тулҡынланыу сағыла. Шулай булмай ни! 50 йәки 60 йылдан һуң тағы ла ЗАГС-ҡа кил әле!


Ғүмер буйы йәшлек антына тоғро ҡалып, бер-бе­реһенә хыянат итмәй, ғаилә ебен ошоғаса һаҡлап килгән парҙар оло хөрмәткә лайыҡ. Республика етәк­селеге лә уларҙы иҫтәлекле көн менән тәбрикләп, Башҡортостанда ғаилә ҡиммәттәре юғары баһа­ла­ныуын дәлилләй. Тантанала һәр парға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡотлау папкаһын тапшырҙылар, иҫтәлеккә бүләк бирҙеләр. Аҙаҡ ту­ғандары йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен еткерҙе, ҡәҙерлеләрен сәскә гөлләмәләренә күмде.
Юбилярҙар араһында Хөсәйен ауылынан Сәйбә Ғизитдин ҡыҙы менән Ишмырҙа Шәмиғол улы Мәх­мүтовтар ҙа булды. Улар бынан 50 йыл элек никахтарын теркәгән. Ошо ғүмер эсендә 10 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, шулай уҡ бер ейәндәре лә уларҙың ҡанаты аҫтында нығынған.
Үткәл ауылында тыуып үҫкән Сәйбә Ғизитдин ҡыҙы 1961 йылда Хөсәйен ауылына килен булып төшкән, ире менән өс йыл яҙылышмай йәшәгәндәр. Ишмырҙа Шәмиғол улын армияға алыр алдынан никахтарын теркәргә ниәт­ләй­ҙәр. Шулай итеп, Сәйбә апай өс йыл һалдатҡа киткән ирен көтә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан Ишмырҙа ағай ғүмере буйы Хөсәйен фермаһында мал ҡа­рау­сы, ә Сәйбә апай һауынсы булып эшләй.
– 50 йылдан һуң ЗАГС-ҡа килеп, фо­тоға төшөп йөрөрбөҙ тип кем уйлаған? Яҙмышымдан ҡәнәғәтмен. Бергә йәшәү­ҙең йәме — татыулыҡта, — ти Сәйбә Ғизитдин ҡыҙы.
– Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бала­ларға терәк булып йәшәйбеҙ, тормоштоң мәғәнәһе лә шунда, — тип өҫтәне Иш­мырҙа Шәмиғол улы.
Мәхмүтовтарҙың иң оло ҡыҙҙарына — 50, ә төпсөктәренә – 26 йәш. Хәҙер улар­ҙы ҡыуандырып, 26 ейән-ейәнсәре, 6 бү­лә-бүләсәре үҫеп килә. Ошо балаларҙы тормоштоң иң ҙур бүләге тип иҫәпләй Сәйбә менән Ишмырҙа Мәхмүтовтар. Бәхетле парҙарға тағы ла ун йылдан киләһе юбилейҙарында ЗАГС-ҡа килергә яҙһын.




Вернуться назад