Сит ауылда кемдең нисек йәшәүен белгең килһә, уның йорт-ихатаһына бер күҙ һирпеү ҙә етә. Бөгөнгө геройым менән танышыу өсөн ул йәшәгән йорт янына килеп туҡтағас та, хужабикәнең эшһөйәр булыуын аңланыҡ. Ишек алды таҙа, баҡсала алмалар балланып бешкән, сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Өй иҙәне һап-һары буяуға буялып, ҡояш кеүек ялтырап ята, диван, ултырғыстарға күҙҙең яуын алырлыҡ түшәк-япмалар йәйелгән, тәҙрә төптәрендә яран гөлдәре теҙелгән.
Ошондай матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырған Фәрихә инәй Шакирова Әбйәлил районының Ишҡол ауылында йәшәй. Биш балаһын бер яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән әсәгә уларҙы уҡытыу, юғары белем биреү өсөн көн буйына ғына түгел, хатта төндәрен эшләргә тура килә. Тәүҙә кешеләргә күлдәк тегә, аҙаҡ шәл бәйләү менән шөғөлләнә. Бер юлы ауылдағы мәктәп- интернатҡа тәрбиәсе булып урынлаша. Әммә әсә тормош ауырлыҡтарынан бөгөлөп төшмәй, яйлап балалары ҡул араһына инә, һәр береһе һөнәр алып, үҙ юлын таба.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәрихә Шакирова күптән күңелендә йөрөткән шөғөлөнә тотона. Күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр сигә, мәрйендәрҙән ҡашмау-селтәрҙәр теҙә, милли кейем тегә. Һуңғы ваҡытта сәйләндәрҙән төрлө муйынсаҡтар эшләү менән мауыға.
– Бигерәк тә ҡыш көнө ҡул эштәре менән йыш булышам, — ти Фәрихә Зәкәриә ҡыҙы. – Әле өс ҡыҙыма ла ҡашмау һәм селтәрҙәр эшләп бирҙем, заказдар ҙа бар. Ваҡ эш булғанлыҡтан, мәрйен һәм сәйлән теҙеп оҙаҡ ултырып булмай.
Уның бүлмәһендә эшләй башланған селтәр ҙә, беселгән милли күлдәк тә, ҡайылған яға ла, мәрйендән теҙә башлаған муйынсаҡ та бар. “Күңел ҡушыуы буйынса уларҙың һәр береһен алмашлап ҡулыма алам”, — ти алтын ҡуллы оҫтабикә.
76 йәшен тултырған мөләйем йөҙлө, уңған инәйгә ҡарап, кешене тышҡы ҡиәфәте генә түгел, хатта яратҡан хеҙмәте лә матур итәлер, тип уйлап ҡуяһың. Ысынлап та, донъя йәме, йәшәү мәғәнәһе кешене кеше иткән хеҙмәттә шул.