Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы яҡынлаша. Һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү, уларҙың тормош шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе элеккесә көн ҡаҙағында торған бурыстарҙың береһе булып ҡала.
2014 йылдың 1 июленә алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 8652 һуғыш ветераны, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары федераль бюджеттан бүленгән аҡса иҫәбенә йәшәү шарттарын яҡшыртты. Шуның менән бергә әле 1597 ветеран торлаҡҡа мохтажлыҡ кисерә. Сәбәбе — федераль бюджеттан етерлек кимәлдә аҡса бүленмәүе. Быйылға бирелгән федераль субвенциялар ни бары 639 ветеранды фатир менән тәьмин итергә етә.
Ошо мөһим мәсьәләне йәһәтерәк хәл итеү маҡсатында Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына республикаға өҫтәмә средстволар бүлеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Яуап ыңғай — 2015 йылда федераль бюджеттан ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 1572,7 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был үҙ йәһәтендә фатир алыуға иҫәптә торған 1344 ветерандың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға булышасаҡ. Депутат әйтеүенсә, “2015 йылға һәм 2016-2017 йылдарҙың план осорона федераль бюджет тураһында” закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡаралған һәм яҡын арала ҡабул итеүгә әҙер.
БЕЛЕШМӘ. 2014 йылдың 4 июленә алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, ил буйынса торлаҡҡа сиратҡа 11823 ветеран ҡуйылған. 2015 йылда федераль бюджеттан бүленгән аҡса иҫәбенә 10746 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.