Улар ҡартлығы өсөн хәүефләнмәй07.11.2014
Улар ҡартлығы өсөн хәүефләнмәй Израиль
Рәсәйҙән Израилгә күсеп килгән пен­сионерҙар бында ҡартлыҡ буйынса пособие ала.
Был илдәге пенсия системаһын аң­латыу өсөн “пенсия” һәм “ҡартлыҡ буйынса пособие” төшөнсәләрен аңлау кә­рәк. Ошоға ҡәҙәр бөтә граждандарға пенсия тәғәйенләнгән тип әйтеп булмай. Ә ҡартлыҡ буйынса пособиены 67 һәм 62 йәшкә еткән һәр кем ала.
2008 йылдың 1 ғинуарынан “Ялланып эшләгән бөтөн хеҙмәткәрҙәр өсөн мотлаҡ пенсия страховкаһы тура­һында киңәй­телгән профсоюз килешеүе” эшләй. Уға тиклем пенсия страховкаһы етештереү өлкәһенә генә ҡағыла һәм тупланманың бары нигеҙ өлөшөн үҙ эсенә ала. Утыҙ йыл буйы илгә хеҙмәт иткән кеше ла­йыҡлы пенсияға хоҡуҡлы. Яңы законға ярашлы, һәр эш би­реүсе үҙенең ял­лан­ған эшсеһе өсөн хеҙмәт хаҡының 7 про­центҡа яҡын өлөшөн пенсия фондына күсерергә бурыслы. Әгәр ҙә кеше теләһә ҡайһы пенсия програм-маһына 35 йыл дауамында аҡса күсерә барһа, уның пенсияһы эш хаҡының 75 процентына ҡәҙәр тәшкил итәсәк. Уртаса хеҙмәт хаҡы алған кеше 30 йәшкә тиклем пенсия программаһына ингәндә, уның фондында пен­сияға сығыу мәлендә иң яҡшы районда “супер” уңайлы, затлы фатир алыу­ға етерлек сумма йыйыласаҡ.
Олоғайған көндәрендә Израилгә йә­шәргә күскән Рәсәй граждандарына пенсия түләнмәй. Әммә уларҙың барыһы ла ҡартлыҡ буйынса пособие ала.

АҠШ

Американдар ҡартлығын бик иртә хәстәрләй башлай. Хеҙмәт эшмәкәр­леген тамамлауға улар ике-өс урындан пенсия килеме алыу өсөн тырыша.
Пенсионерҙың минималь ихтыяжын хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡынан тотоп алып ҡалынған аҡса иҫәбенә финанслаусы дәүләт программаһы ҡәнәғәтлән­де­рә. Пенсияға сығыу ваҡыты — 62 йәш. Айлыҡ түләүҙәр күләме хеҙмәт стажына бәйле. Уның 300-500 долларҙан 2000-3000 долларға тиклем булыуы ихтимал.
Аҡса алыуҙың икенсе сығанағы — эш биреүсе түләгән пенсия. Айырыуса дәү­ләт хеҙмәткәрҙәре өсөн ул отош­ло, өҫ­тә­мә пенсия федераль, төбәк йәки урын­дағы власть фондтарынан түләнә. Өҫтәүенә был секторҙа хаҡлы ялға сығыу йәше түбән — 56-57 йәш. Ә бындай пенсияны алыу өсөн дәүләт структураһында 10 – 30 йыл эшләргә кәрәк.
Пенсия менән тәьмин итеүҙең шәхси программалары ла бар. Был системала бер ниндәй фонд та, формула ла юҡ. Һәр кем өсөн шәхси иҫәп асыла, эш биреүсе һәм хеҙмәткәр уға билдәләнгән нисбәттә аҡса күсерә. Пенсия түләүҙәре ошо иғә­нәләр суммаһынан иҫәпләнә. Был прог­рам­маның өҫтөнлөгө шунда: фондта күсерелгән аҡсаға һалым һалынмай. Өҫтәүенә түләүҙәр формаһы ла төрлөсә: 59,5 йәштә бөтә сумманы бер юлы алырға мөмкин, ашығыс рәүештә аҡса кәрәккәндә пенсияға сыҡҡанға ҡәҙәр ҙә сумманы алыу рөхсәт ителгән. Һуңғы йылда бындай программалар АҠШ-та киң таралып, ҙур популярлыҡ менән фай­ҙа­лана. Шуныһы бик мөһим: был туп­лан­ған иғәнәләр илдең иҡтисадына оҙайлы инвестициялар сығанағы булып хеҙмәт итә.
Американдар, ҡартлығын алдан хәс­тәрләп, банктарҙа аҡса туплауҙы ла онотмай. Финанс корпорациялары уларҙың иҫәптәге аҡсаһын арттырыу өсөн күп кенә отошло ысулдар тәҡдим итә.
Франция

Был илдә уртаса пенсия 1 300 евро тәшкил итә. Өҫтәүенә ул йыл да инфляция иҫәбенә арттырыла.
Шуға күрә француздарҙы пенсия йә­шенә етеү һис тә хафаландырмай. Әле бында бәхетле пенсионерҙар һаны — 15,5 миллион. Әгәр ҙә Жак йәки Жанетт ғүмер буйына илгә хеҙмәт иткән икән, уларға ҡартлыҡтарында бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ. Банк иҫәбенә ай һайын элек алған эш хаҡының 55-60 проценты күсе­релеп торасаҡ.
Ҡартлыҡты мул тормошта үткәреү өсөн нимә талап ителә? Беренсенән, пенсия йәшенә (60 йәш) етеү мот­лаҡ (2017 йыл­да уны 62 йәшкә еткереү күҙаллана). Хеҙ­мәт стажыңдың 41,5 йыл тәшкил итеүе, ошо осорҙа хеҙмәт хаҡыңдың 6,5 процентын дәүләт ҡарамағындағы милли пенсия фондына күсерелеүе кәрәк. Эш биреү­селәр ҙә мотлаҡ рәүештә ошо иҫәпкә иғәнәләр күсерергә бурыслы. Быныһы — пенсия кимәленең нигеҙ өлө­шө. Унан тыш, пенсияны арттырыусы йәнә бер өҫтәмә сы­ғанаҡ бар. Ул айырым билдә­ләнгән социаль-һөнәри төр­көмгә, мәҫәлән, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, һөнәр­се­ләргә, шәхси секторға иҫәпләнгән.
Өс тиҫтә ярым профилле пенсия фонд­тары эшләй. Хеҙмәткәрҙәр һәм пред­приятие етәкселәре уларға ҡатмар­лы схема буйынса иғәнәләр күсерә. Әгәр ҙә кемдер хаҡлы ялға сығыу өсөн тейеш­ле стажды йыйып та, эшләүен дауам итә икән, уның киләсәктәге пенсияһы квартал һайын 0,75 процентҡа артып барасаҡ. Француз хаҡлы ялға иртәрәк сыҡмаҡсы булһа (стажы тулмаһа), уның пенсияһы ла ошондай нисбәттә ҡыҫҡа­расаҡ. Беҙ әлегә тиклем хеҙмәт пенсияһы тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Францияла ҡартлыҡ буйынса тәғәйенләнгән пенсия ла бар. Уны 65 йәштән өлкәндәрҙең бөтәһе лә (стажы тулмағандар ҙа) ала.
Аҙ килемле был төркөм өсөн махсус фонд та төҙөлгән. Ул дөйөм социаль һа­лым­дың бөтә төрҙәре, алкоголле һәм ал­коголһеҙ эсемлектәргә акциздар һәм пош­линалар иҫәбенә йәшәй. Әле пенсия­ның был төрө айына бер кешегә 792 евро тәшкил итә.

Германия

Бында пенсионерҙарҙы тәьмин итеү­гә ба­ла­ларҙы социаль яҡлауға ҡарағанда ла күберәк финанс тотонола (йылына 270 миллион евро).
Өлкәндәрҙе пенсия менән тәьмин итеү, дауалауҙы страховкалау һәм ҡартлыҡта тәрбиәләү — иң өҫтөн­лөклө йүнәлеш.
Пенсия системаһындағы ҡатмарлы схемаларҙы ба­ры белгестәр генә аңлата ала. Һәр кем хеҙмәт юлын баш­лар алдынан тәүҙә уларға кәңәшкә килә. Күптәр тейеш­ле мәғлүмәт алғандан һуң үҙенә эш урынын билдәләй.
Чиновниктарға пенсия түләү дәүләт тарафынан гарантиялана, шуға күрә чиновник статусы бында ҙур хөрмәттә. Ке­ше­нең эш хаҡына, йәшенә һәм урындағы өҫтәмә түләүҙәргә ярашлы, был пенсия айына 2800 — 7000 евро тәшкил итә. Чиновниктар һәм ялланып эшләүселәр өсөн иғәнәне дәүләт үҙе түләй. Ә шәхси предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн эш биреүсе аҡса күсерә. Әгәр ҙә кассала пенсия түләү өсөн аҡса етешмәһә, ҡалғанын дәү­ләт ҡаплай.
Пенсия күләме пенсионерҙың илдең ҡайһы өлө­шөндә — көнсығышындамы, әллә көнбайышындамы — йәшәүенә лә бәйле. Стаждың ҙурлығы, күскенсе бу­лыу-булмау ҙа тәьҫир итә. Иң бәләкәй пенсия социаль пособие күләменә яҡын — айына 400 евро тирәһе. Пен­сионерға фатир, телефон, һыу, газ, электр энер­гияһы һәм башҡа сығымдар өсөн ҙур ташламалар ҡаралған. Пенсияға 65 йәш тул­ғас сығырға мөмкин. Инвалидтар, тау сәнәғәте предприятиелары эшселәре 60 йәштә хаҡлы ялға туҡтай ала. Әле Германияла пенсияға китеүҙе 67 йәшкә тиклем оҙайтырға иҫәп тоталар.

Япония

Японияны пенсионерҙар дәүләте тип ҡыйыу рәүештә атарға була. Ты­уымдың кәмеүе, ғүмер ­оҙон­ло­ғоноң артыуы шуға булышлыҡ итә. Бел­гес­тәр әйтеүенсә, япон ирҙәре уртаса — 80, ә ҡатын-ҡыҙҙары 87 йыл йәшәй. Сәйәсмәндәр өл­кәндәрҙең төп һайлау­сылар икәнлеген яҡшы аңлай, шуға күрә уларҙың тормош шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирә.
Илдә дәүләт пенсия системаһы өҫ­төн­лөк итә. Уның өстән бер өлөшө бюджеттан, ҡалғаны хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эш биреүселәрҙең иғәнәһе иҫәбенән тәьмин ителә. 20 йәшлек һәм унан да өлкә­не­рәктәр дәүләт пенсия страховкаһында ҡатнашырға тейеш.
Дәүләт пенсияһы нигеҙ һәм өҫтәмә өлөш­тәргә бүленә. Нигеҙ өлөшөн – 65 йәше тулған, кәм тигәндә 25 йыл буйы страховка иғәнәһе түләгән һәр кем ала. 40 йыл буйы иғәнә түләгәндә йыллыҡ сумма яҡынса 7728 доллар тәшкил итәсәк. Пен­сияның нигеҙ өлөшө ҡартлыҡ, инвалид­лыҡ һәм ҡараусыны юғалтыу буйынса тәғәйен­ләнеүе мөмкин. Күләме дәүләт та­ра­фынан билдәләнә һәм йыл һайын ин­фляцияға ярашлы индексациялана. Әгәр ҙә пенсионер ҡарамағында ҡарт кеше (ире йә ҡа­ты­ны) булһа, пенсияның нигеҙ өлөшөнә йәнә түләүҙәр өҫтәлә.
Бынан тыш, ялланып эшләүселәр дәү­ләт­тән һәм эш биреүсенән өҫтәмә түләү­ҙәр ала. 60 йәштән дә хаҡлы ялға китергә мөмкин, әммә ул саҡта пенсия аҙыраҡ буласаҡ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.




Вернуться назад