Ялланып эшләгән хеҙмәтсе кеүек...05.11.2014
Мәктәптәрҙең ҡулайлаштырылыуы сәбәпле, уҡытыусыларҙың, айырыуса ауылдағыларҙың, күпләп эшһеҙ ҡалыуы хаҡында мәғлүмәт сараларында быға ҡәҙәр йыш яҙылды, һөйләнелде. Хәҙер иһә, минеңсә, был мәсьәлә онотола төштө. Беҙҙе, педагогтарҙы, яҙмыш ҡосағына ташланылар кеүек.


Мин, мәҫәлән, Өфөнән алыҫ түгел урынлашҡан ауылдарҙың береһендә химиянан уҡыта инем. Мәктәп башланғысҡа үҙгәртелгәс, эшһеҙ ҡалдым. Бәхетемә күрә, 20 – 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылда химия фәнен алып барырға тәҡдим иттеләр. Ике йыл инде шулай йөрөп белем бирәм. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы отчеттарында минең хаҡта “эшләй” тигән һүҙ бар, улар шуның менән ҡәнәғәт. Ә минең көн дә ниндәй юл ғазаптары кисереүем тураһында берәйһе беләме икән?! Таң менән район үҙәгенә юлланам, унан трассаға сығып үткән машиналарға ҡул күтәреп торорға тура килә. Ҡышҡы һыуыҡтарға, көҙгө ямғырҙарға эләгеп, ауырып китһәм дә, эшемде ҡалдырмайым, уға “йәбешеп ятам”.
Дәрес теҙмәһен төҙөгәндә минең мәнфәғәтте иҫәпкә алырға теләмәйҙәр: ҡайһы бер көндәрҙә икенсе, өсөнсө сәғәтте үткәргәндән һуң алтынсыны көтөп ултырам. Эштән бушауыма кире трассаға алып сығырлыҡ машина ҡалмаған осраҡ та йыш була. Күп ваҡыт такси ялларға тура килә. Ғөмүмән, урынымдан яҙмаҫ өсөн барыһын да башҡарам, һөҙөмтәлә 15 мең һумлыҡ эш хаҡымдың яртыһы тиерлек юл сығымдарына китеп тора. Зарланһам, урыныма икенсе кеше алырҙар тип ҡурҡып, өнһөҙ-тынһыҙ хеҙмәтемде дауам итәм. Редакция хеҙмәткәрҙәренән дә яҙмамдың аҫтына исем-шәрифемде, йәшәгән районымды ҡуймауҙарын үтенәм.
Минең кеүек хәлдә ҡалғандарҙың юл сығымдары өсөн өҫтәмә хаҡ түләнергә тейеш түгелме икән? Юғиһә беҙ, ҡулайлаштырыу арҡаһында яҙмыш ҡосағына ырғытылған уҡытыусылар, үҙебеҙҙе ялланып эшләп йөрөгән хеҙмәтсе кеүек тоябыҙ бит...



Вернуться назад