Йәш саҡ, дәртле саҡ05.11.2014
Ҡала мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Йәш ғаилә-2014” республика конкурсының төбәктәрҙә уҙғарылған бәйгеһендә еңеүселәр сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар Өфө, Учалы, Нефтекама, Ишембай, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ райондарынан килгәйне.


Гран-приға Өфөнән Юриндар лайыҡ булды. Өс балалы йәш ғаилә ижади һәләттәре менән һоҡландырҙы. Улар баш ҡалала үткән конкурстың төп призына — автомобилгә эйә булғайны.
Беренсе урынға Әбйәлилдән Хәлиловтар сыҡты. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Өфөнән Шакировтар менән Ишембайҙан Ғилмановтар уртаҡлашты. Уларға Башҡортостандың Йәш­тәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.
“Йәш ғаилә” конкурсы республикала 1998 йылдан уҙғарыла. Бәйге шарттары буйынса унда 35 йәшкә тиклемге 5-тән 10 йәшкәсә балалары булған парҙар ҡатнаша.





Вернуться назад