Башҡорт балы — Ҡытайҙа05.11.2014
Ҡытайҙың Цзянси провинцияһында “Башҡортостан Республикаһы бизнесы көндәре” асылды. Был төбәк менән хеҙмәттәшлек быйыл майҙа, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре барышында башланғайны.

– Нефть һәм газ тармағындағы мөһим ҡарарҙар Ҡытай менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәргә яңы этәргес бирҙе, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов. — Хәҙер илебеҙ төбәктәренә лә Ҡытай провинциялары менән сауҙа әйләнешен үҫтерергә кәрәк.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин республикабыҙ менән таныштырыу сараһында билдә­ләүен­сә, сәнәғәт һәм нефть химияһы, үҫемлекселек продук­цияһын тәрән эшкәртеү һәм инфраструктураны үҫтереү Ҡытай менән хеҙмәттәшлек өсөн иң ҡулай йүнәлештәр булып тора.
Сара барышында үҙ-ара бәйләнештәргә ҡағылған бер нисә килешеү төҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәте менән Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу, Өфө хакимиәте менән Наньчан ҡалаһының халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү ниәте тураһындағы протоколдарға ҡул ҡуйылды. Бынан тыш, бер нисә шәхси килешеү төҙөлдө. Шуларҙың береһе Ҡытайҙы бал менән тәьмин итеүгә ҡағыла. 4 ноябрҙә Гунцинчэн ҡалаһында башҡорт балы һатылған тәүге магазин асылды.



Вернуться назад