Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ғаиләһенән биҙеп, үҙ балаһын тере етем иткән атайҙар күп. Наркомания, эскелек, токсикомания кеүек афәт ҡолона әйләнгәндәр ҙә юҡ түгел. Әммә һәр йәһәттән өлгөлө ғаилә башлыҡтары ла юҡ түгел. Уларҙың, ғөмүмән, атайҙарҙың абруйын күтәреү йәһәтенән Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы атайҙар советы рәйестәренең йыйынын үткәрҙе. Уның сиктәрендә “Атай — ғаилә терәге” тип исемләнгән бәйгегә йомғаҡ яһалды.
— Беҙҙе балалар именлеге борсой. Ә ул тулыһынса ата-әсәгә бәйле. Атай ролен арттырыу, ыңғай ғаилә тәрбиәһе өлгөһө күрһәтеү буйынса эште әүҙемләштерергә кәрәк. Ошо маҡсатта Ҡатын-ҡыҙҙар союзы атайҙар советтарын ойошторҙо һәм “Атай — ғаилә терәге” бәйгеһен үткәрҙе, — тине Союз етәксеһе Рәшиҙә Солтанова.
Республикабыҙҙа ғорурланырлыҡ атайҙар күп икән. Бер ҡыҙ бәйге комиссияһына яҙып ебәргән хатында атаһы тураһында аҡыллы, һәләтле, матур, көслө, ҡыйыу, маҡсатлы, эшһөйәр, спорт һөйөүсе тигән.
Гәзит уҡыусыларҙың хәтерендәлер, 2013 йылда ил Президенты В. Путин Балтас районынан Хәйҙәршиндар ғаиләһенә “Ата-әсәлек даны” миҙалын тапшырғайны. Ғаиләлә — туғыҙ бала. Әле унынсыһын түҙемһеҙләнеп көтәләр. Ике бала студент булһа, бишәүһе мәктәптә белем ала. Уларҙың бөтәһе лә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Эшкә талымһыҙ балалар баҡсала ла, ҙур хужалыҡта ла һынатмай. Ғөмүмән, һәр йәһәттән өлгөлө Хәйҙәршиндар. Шуға бәйге комиссияһы бер тауыштан ғаилә башлығы Винер Хәйҙәршинға Гран-при бирергә ҡарар итте.
“Әсәйемдең күҙҙәре, атайымдың һүҙҙәре”... — тип йырлана бер йырҙа. Эйе, ҡәҙерле кешеңдең һүҙҙәре күктәргә күтәргәндәй тойола. Һәр бала өсөн атай — донъя терәге, йәшәү өлгөһө. Арабыҙҙа ошо хәҡиҡәтте хәтерҙән сығармаған атайҙарҙың булыуы һөйөндөрә.