Стәрлебаш район Советы Фәнүр Туҡтаровты контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләргә ҡарар итте.
Әлегә тиклем ул һуңғы ике йыл дауамында — 2012 йылдың авгусынан — районға етәкселек иткәйне. Төрлө йылдарҙа Фәнүр Туҡтаров Өфөнөң Октябрь районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында яуаплы вазифалар биләне.