“Һәммә ерҙә – тотороҡлолоҡ”05.11.2014
Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодецтың килеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо уңайҙан Хөкүмәт йортонда Президент Рөстәм Хәмитов социаль-гуманитар мәсьәләләргә арналған кәңәшмә уҙғарҙы.


– Беҙ Ольга Юрьевна менән бер нисә объектты ҡараныҡ, тиҙ арала хәл ителеүҙе талап иткән мәсьәләләр хаҡында һөйләштек, – тине республика етәксеһе. – Ысынлап та, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү – көн үҙәгендә. Был тәңгәлдә республика бар тырышлығын һала. Әлбиттә, әҙме-күпме ҡыйынға ла тура килә. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хеҙмәт, мәҙәниәт өлкәләренә сығымдарҙы күп йүнәлтәбеҙ. Башҡортостандың кредит рейтингы ла насар түгел.
Президент, социаль йүнәлештәге эш яҡшы һөҙөмтәләр ме­нән ҡыуандырһын өсөн киләсәктә лә ең һыҙғанып тыры­шасаҡбыҙ, тип билдәләне. Балалар баҡсаларын төҙөү киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк, мәктәптәрҙе сафҡа индереү ҙә – тәүге планда. Артабан иһә спорт объекттарына иғтибар кө­сәйтеләсәк. Рөстәм Зәки улы һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениеларын төҙөү кәрәклеген дә телгә алды.
Ольга Голодец белдереүенсә, уның Башҡортостанға килеүе – эш буйынса 47-се төбәккә сәфәре.
– Мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, мәҙәниәт учреждениеларында булдыҡ, – тине Ольга Юрьевна. – Ҡайҙа ғына барһам да, һөҙөмтәле эште күрҙем, һәммә ерҙә – тотороҡ­лолоҡ. Барыһы ла бер генә көндә тормошҡа ашырылмаған бит инде.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары демография мәсьә­ләһенә туҡталып, үҙенең фекере менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бала табыу йәшендәге гүзәл заттың кәмеүенә ҡарамаҫтан, тыуымдың артыуы күҙәтелә, шул уҡ ваҡытта вафат булғандар һаны ла кәмей.



Вернуться назад