Майҙандар гөрләне, халыҡ уйнаны, көлдө05.11.2014
Барлыҡ рәсәйҙәр кеүек үк Башҡортостан халҡы ла кисә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итте.


Баш ҡалабыҙҙа байтаҡ ижтимағи-сәйәси, мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды. Төп ваҡиғалар иҫәбенә “Өфө — дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы” муниципаль профессиональ ижад коллективтары фестивале, “Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмәһе инде.
Өфө китапханаларында төрлө бәйгеләр, викториналар, тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Муниципаль музейҙар хәйриә лекциялары, экскурсиялар менән ҡыуандырҙы. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе — тхэквондо, ә “Юлаевсы” клубы фигуралы шыуы буйынса ярыш үткәрҙе. Баш ҡаланың бөтә райондарында ла ихата байрамдары, концерттар, театрлаштырылған тамашалар, конкурстар, ярыштар гөрләне. Һуңынан Ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур байрам тантанаһы булды.
Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында ла ошондай уҡ саралар уҙҙы. Республика китапханаларында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң әһәмиәтен асыҡлаған китап күргәҙмәләре, бәйгеләр, әңгәмәләр ай буйына дауам итәсәк.




Вернуться назад