Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа телеграмма ебәрҙе.
Дәүләт башлығының ҡотлауында былай тиелә:
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым.
Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына халыҡ- тарҙың берләшеүе, бөйөк, ижади маҡсаттар тирәләй тупланыуы йәһәтенән Рәсәй һәр саҡ көслө булды. Тыуған илгә һөйөү, милли тарихҡа, атай-олатайҙарҙың хәрби ҡаһарманлығына, хеҙмәт ҡаҙаныштарына ихтирам кеүек мәңгелек ҡиммәттәр быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға тапшырыла килә. Бындай күсәгилешлелек дәүләтселегебеҙҙең ныҡлы таянысын тәшкил итә, ил алдында торған мөһим, әһәмиәтле бурыстарҙы үтәүҙә уңышҡа өлгәшергә булышлыҡ итә.
Һеҙгә билдәләнгән ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын, тик яҡшылыҡтар ғына теләйем”.