Был ауыл халҡынан көнләшмәү мөмкин түгел: тәбиғәттең матурлығы булһынмы, тормош көтөү өсөн шарттармы – һәммәһе лә услап бирелгән уларға. Юҡҡамы ни республиканың йөҙөн билдәләрҙәй әллә күпме шәхес тәрбиәләнгән бында! Әле ҡайһы бер ауылдарға юҡҡа сығыу янаһа, Смаҡтың тормошо элеккеләй гөрләй. Ауылда мәктәп тә, мәҙәниәт йорто ла бар, күмәк хужалыҡ эшләй. Иман йорто ғына юҡ ине, был бушлыҡ та тултырылды: “Сәғирә” мәсете асылды.
Ауыл халҡы мәсетле булыу хаҡында күптән хыялланған. “Республиканың төрлө төбәгендә Аллаһ йорттары ҡалҡҡанда, беҙ һаман да аҙан тауышын ишетеү бәхетенә өлгәшә алмайбыҙ”, – тип әсенгән улар. Һөҙөмтәлә халыҡ күмәкләп мәсет төҙөргә ҡарар ҡылған. Ярҙам һорап, ауылдан сыҡҡан шәхестәргә лә мөрәжәғәт иткәндәр. Мәҫәлән, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов тыуған төйәгендә мәсет төҙөүгә тос өлөш индергән. Барлыҡ яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған, сығымдар ҙа башлыса уның иңенә ятҡан. Төҙөлөштө ауыл егеттәре атҡарып сыҡҡан, бәғзеләр бинаны йыһазландырыу йәһәтенән булышлыҡ күрһәткән.
Башланған эш – бөткән эш, ти халыҡ. Смаҡ ауылына йәм өҫтәп, дүрт ай ҙа үтмәҫтән, күркәм мәсет ҡалҡып сыҡҡан. Ә күптән түгел халыҡ шундай уҡ дәррәүлек, ихласлыҡ менән иман йортон асыу тантанаһын үткәрҙе. Унда район хакимиәте вәкилдәре, дин әһелдәре, мәсетте төҙөүгә тос өлөш индергән кешеләр смаҡтарға иң изге теләктәрен еткерҙе.
– Иман йортон булдырыу өсөн хәләл көсөңдө түгеү – иң изге ғәмәлдәрҙең береһе, – тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Сәйәхов. – Изге йорт, иншаллаһ, ауыл халҡын бер-береһенә нығыраҡ яҡынайтыр, туплар рухи маяҡҡа әйләнер.
Мәсет төҙөү менән эш бөтмәй, уны тәртиптә тотоу, йылытыу, халыҡтың дини ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү тағы ла ҙурыраҡ бурыстар өҫтәй.
– Иман йорто буш тормаһын ине. Ә бинаны хеҙмәтләндереүҙе күмәкләп хәстәрләрбеҙ, – тине был йәһәттән Закир Бикбулатов.