Тормош сере лә, ҡото ла — әсәлектә24.11.2011
Тормош сере лә, ҡото ла — әсәлектәБашҡортостанда ҡатын-ҡыҙ ни өсөн йышыраҡ бала таба? Тыуым күрһәткестәре буйынса беҙ нилектән алдынғы урында киләбеҙ? Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ниндәй тәьҫирле саралар күрелә?
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Александр Афанасьев менән “Комсомольская правда” гәзите редакцияһында булған осрашыуҙа ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса йәнле һөйләшеү үтте.
Бына биш йыл инде республикабыҙҙа сабыйҙар тыуымы артҡандан-артып, барыбыҙҙы ла шатландыра, өр-яңы мәшәҡәттәр тыуҙырып, үҙенә һаҡсыл, йылы мөнәсәбәт булдырыуҙы талап итә.
Былтыр республикала 57 мең 100 бала тыуған, быйыл да шул сама сабый яҡты донъяға килеп, ата-әсәһен һөйөндөрмәксе. Тыуымдың үлем күрһәткесенән аҙға ғына булһа ла өҫтөнлөгө беҙгә киләсәккә өмөт менән ҡарарға ышаныс бирә.
— Ҡайһы саҡта хеҙмәттәштәремдең “һаулыҡтың 15 проценты ғына медицина сифатына бәйле” тип дәлилләргә тырышыуына ҡаршымын, сөнки сабыйҙарҙың имен-аман донъяға килеүендә гинеколог, неонатолог, акушер һәм башҡа белгестәрҙең ҡолас еткеһеҙ эш башҡарғанын яҡшы беләм. Әсәләрҙең репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау буйынса даими эш алып барылғанға күрә генә бала табыусы әсәләрҙең үлеменә кәртә ҡуйҙыҡ, яңы тыуған сабыйҙар араһында үлем күрһәткесен күпкә кәметтек, — тине Александр Александрович.
Һуңғы осорҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биреү, һаулығыңа иғтибарлы булыу, насар ғәҙәттәрҙән арыныу, йәштәрҙе айыҡ, йөкмәткеле, файҙалы тормошҡа ылыҡтырыу буйынса иҫәпһеҙ-һанһыҙ акциялар, саралар, ҡала майҙандарында иртәнге күнекмәләр, спорт ярыштары өҙлөкһөҙ үткәрелеп тороуы ла киләсәк быуын файҙаһына. Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген тикшереү былтыр ойошҡан рәүештә үткәрелгән. Быныһы инде — онотолған, “иҫке” яңылыҡ.
— Бөгөн генә Шишмә тарафтарына заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған модулле диагностика комплексы юлға сыҡты. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының эшмәкәрлеге һис һүҙһеҙ һөҙөмтә бирәсәк, сөнки тап ошондай иҫкәртеү саралары организмдағы шештәрҙе, ялҡынһыныуҙы, түлһеҙлеккә килтереүсе сәбәптәрҙе иртә асыҡларға ярҙам итә, — ти баш акушер-гинеколог.
Онкология сирҙәре араһында һөт биҙе шешенең “алдынғылыҡты” тотоуы, ошо хәтәр хәлгә дусар булыусыларҙың 30 процентының ауырыу аҙғас ҡына дауаханаға мөрәжәғәт итеүе сер түгел. Республикала ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлау буйынса 28 маммографтың эшләүен, кабинеттарҙы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға иғтибар артыуын билдәләп, баш акушер ҡайһы бер дауаханаларҙа бала табыу сертификаттарынан килгән аҡсаның маҡсатлы файҙаланылмауын да билдәләне. “Мәҫәлән, Салауат, Белорет бала табыу йорттарында ошо аҡсаны ҡиммәтле, заманса ҡорамалдар алыуға тотонһалар, ҡайһы берәүҙәр уны эш хаҡына өҫтәп, әсә һәм бала һаулығын хәстәрләү тураһында онотто, — тине ул. — Һөҙөмтә ус төбөндәге кеүек. Белорет бала табыу йортонда 500 грамм ауырлығында ғына тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләп, йәшәп китерлек хәлгә, нормаға еткергәнсе ҡурсалап үҫтерергә өйрәнделәр. Сертификатты иң тәүҙә сабыйҙарҙы реанимациялау аппаратын алыуға тотоноп, улар дөрөҫ эшләгәндер, тип уйлайым”.
Барыбыҙ өсөн дә оло яңылыҡ: киләһе йылдан башлап ярты ғына килограмм ауырлыҡта тыуған балалар ҙа Рәсәй гражданы итеп иҫәпләнә һәм теркәлә. Донъя стандарттарына һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы талаптарына яраҡлашыу өсөн Рәсәй ҙә ошондай етди аҙымға барасаҡ. Александр Александровичтың раҫлауынса, республика медиктарын яңылыҡ ҡурҡытмай, улар бөгөн сабыйҙарҙың һәм әсәләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү буйынса заманса алымдар өҫтөндә эшләй, баш вата.
Онлайн системаһында республиканың иң төпкөлөндәге дауаханала ятҡан йөклө ҡатындың да сәләмәтлек торошо менән яҡындан танышыу, консультация биреү мөмкинлеген юғары баһалай баш акушер. Йөклөлөк нисек үтә, сабыйын нисек тапҡан — бөтә мәғлүмәт менән “ҡоралланыу” әсә һәм баланың сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһаясаҡ. Яңылыҡтың техник эшләнмәһен республика перинаталь үҙәге коллективы тормошҡа ашырған.
Медиктарҙы киләһе йылда йәнә бер ҡыҙыҡлы проект көтә: неонатолог һәм педиатрҙарҙы заманса муляждарҙа уҡытыу үҙәге асыласаҡ. Күҙ алдына килтереү өсөн: 500-600-700 грамм ауырлығында тыуған сабыйҙарҙың копияһы булған муляждар тере йән эйәһе кеүек ҡыбырҙай, тауыш сығара — барыһы ла ысынбарлыҡтағы кеүек. Әгәр ҙә белгес ниндәйҙер процедураны, операцияны дөрөҫ эшләмәһә, уның хатта илауы, ризаһыҙлыҡ белдереүе ихтимал. Әлегә медицина уҡыу йортонда бындай күнекмәләр хаҡында хыял итергә генә ҡала, студент бары хеҙмәт юлын башлағас ҡына ысынбарлыҡ менән күҙгә-күҙ осрашырға мәжбүр. “Ҡурсаҡтарҙың” хаҡы ҡиммәт, әммә проекттың уңышы, тәьҫирле булыуы барыһынан да өҫтөн, ти Александр Афанасьев.
Конференцияла ҡатын-ҡыҙға психологик ярҙам күрһәтеүҙе дөрөҫ ойоштороу һөҙөмтәһендә балаларынан баш тартҡан әсәләрҙең ҡырҡа кәмеүе хаҡында ла әйтелде. Мәҫәлән, былтыр ошондай 140 осраҡ теркәлһә, быйыл — 28. Һуңғы осорҙа аборттар һаны һиҙелерлек кәмеһә лә (1000 ҡатын-ҡыҙға 24 аборт тура килә), сәләмәтлекте ҡаҡшатыуға, стресс тыуҙырыуға, түлһеҙлеккә килтереүсе операцияның илдә һаман да ғаиләне планлаштырыуҙа төп сәбәп булып ҡалыуы борсолоу уята. “Шәхси клиникаларҙа ете-һигеҙ меңгә төшкән операцияның дәүләт гарантиялары программаһында ҡаралыуы һис шикһеҙ мөһим”, — тип билдәләне баш акушер.
Ҡатын-ҡыҙға сәләмәт булыу, яман шешкә юлыҡмау һәм һау сабыйҙарға әсә булыу өсөн нимә етмәй, тигән һорауға ла баш акушерҙың яуабы бар:
— Организмдың гормондар балансын боҙмау өсөн тәҡдимдәрем ябай ғына: стресс һәм аборттан һаҡланыу, өс бала табыу һәм һәр береһен йәш ярымғаса күкрәк һөтө имеҙеп үҫтереү.
Динә АРЫҪЛАНОВА


Вернуться назад