Ҡанаттар бында нығый05.11.2014
Ҡанаттар бында нығый
Һәләтте ваҡытында аса белеү мөһим. Малаяҙ ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары ошо хәҡиҡәткә таянып эш итә.


Учреждение 1967 йылда асыл­ған. Мәктәпкә уҡырға ки­лергә теләгәндәрҙең йылдан-йыл күбәйеүенә бәйле яңы йү­нәлештәр булдырыла, фи­ли­алдарға нигеҙ һалына. Янған­тау, Арҡауыл ауыл­да­рындағы бүлексәләр әле лә уңышлы эшләй.
Балалар сәнғәт мәктәбендә бөгөн 220 самаһы уҡыусы фор­тепиано, баян, ҡурай, саксофон, һуҡма музыка ҡо­рал­дары, һын­лы сәнғәт, хо­рео­­графия сер­ҙәренә төшө­нә. Бында ике оркестр ҙа ойошторолған.
Ҡанаттар бында нығыйМәк­тәптә эшен мөкиббән яратҡан юғары квалификациялы 16 уҡы­тыусы белем бирә. Кол­лек­тивҡа тәжрибәле музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Радик Ханов етәкселек итә. Педагогтар балаларҙың һәләтен үҫте­реп кенә ҡалмай, уларҙың күңеленә рух ныҡ­лығы, еңеүгә ынтылыш та һала. Тырыш хеҙмәт һөҙөмтә бирмәй ҡалмай: сығарылыш уҡыусы­ларының күбеһе, белемен ошо йүнәлеш­тәге уҡыу йорттарында дауам итеп, яҙмышын сәнғәт өлкәһе менән бәйләй. Ғөмүмән, мәҙәни усаҡ һәр тәрбиә­ләнеү­сеһенең күңе­ленә йылылыҡ өҫтәй, дәрт­ләнеп йәшәргә һәм эшләр­гә ҡанат ҡуя.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.


Вернуться назад