Аты барҙың – даны бар01.11.2014
Аты барҙың – даны бар
Халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу, үрсетеү, яҡшы шарттарҙа тәрбиәләү маҡсатында эшләй республикабыҙҙың Өфө дәүләт йылҡысылыҡ заводы коллективы.

Төрлө хужалыҡтар буйлап тара­тылған ҡолонсаҡтарҙың хәл-торошо даими тикшерелә, тейешле ярҙам күрһәтелеп, үҫтереп алына. Хужалыҡта барлығы 345 баш мал, улар араһында юртаҡ, йөк, менге төрҙәге 100 айғыр иҫәпләнә. Һуңғы 10 ай һөҙөмтәләре буйынса, завод эшселәре 794 ҡолон алыуға өлгәш­кән.
Был хужалыҡ бел­гестәре тоҡом­солоҡ ме­нән шөғөлләнгән башҡа ойошмаларға ла һәр төрлө ярҙам күрһәтеүе менән маҡтауға лайыҡ. Ил, республика кимәлендә үткәрел­гән йәмәғәт, мәҙәни, спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша улар. Күгәрсен районында уҙғарылған ҡымыҙ бешеүселәр һәм йылҡы көтөүселәр конкурсы ла – быға матур миҫал. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, төбәк­тәрҙән килгән зоотехниктар, кооператив етәк­се­ләре, шәхси эш­ҡы­уарҙар ҡатнашлығында ойош­торолған сарала еңеү­се кеше башҡорт то­ҡомло ҡолонсаҡ менән бүләкләнгән.
Өфө йылҡысылыҡ заводы киң танылыу яулаған “Һөт иле” фес­ти­валендә үҙ күргәҙмәһен булдырған. Мәскәү ҡалаһында “Алтын көҙ” аг­росәнәғәт йәр­мин­кәһендә лә ҡат­­на- шып, көмөш миҙал алып ҡайтҡан.
Киләсәккә ыша­ныслы аҙым менән барған хужалыҡ эш­мәкәрлектән өҫтәмә килем алыу мәсьә­ләһен күтәргән. Өфө районының Загорский ауылында бейә һауыу, ҡымыҙ бешеү эше ойош­торолған, Миш­кә районының Ишем ауылында ла нөктәләре бар. Етеш­терелгән эсемлек баш ҡалалағы һәм яҡын-тирәләге сауҙа селтәрҙәренә оҙатыла.
Аты барҙың – даны барТоҡомсолоҡ күҙлегенән сығып ҡарағанда, рус, орлов юртаҡтарын үрсетеү буйынса хәл киҫкен тора. Шулай уҡ был өлкәлә тәжрибәле белгестәрҙең аҙ булыуы ла бәкәлгә һуға. Хужалыҡтар буйлап үткәрел­гән мониторинг һөҙөмтәләренә ярашлы, урындарҙа талап ителгән зоотехник-селекционерҙарҙың юҡлығы асыҡ­ланған, уларҙың ва­зифаһын ферма мөдире йә бүлек етәксеһе башҡарырға мәжбүр.
Йылҡысылыҡтың төп маҡсаты – заман ауыл хужалығы етештереүе өсөн яраҡлаштырылған, аҡты ла күп биргән, тибенгә лә өйрәтелгән малдар үҫтереү һәм үрсетеү. Республика шарттары өсөн иһә башҡорт тоҡомло аттар ҡулай тип табылған.


Вернуться назад