Тоғролоҡҡа ант бирҙеләр01.11.2014
Тоғролоҡҡа ант бирҙеләр
Илебеҙҙә суд приставтары тураһында беренсе яҙмалар Рәсәй феодаль тарҡаулыҡ осоро документтарында осрай. XVI – XVII быуаттарҙа Рәсәйҙә берҙәм суд системаһы ойошторола. Тап ошо осорҙа суд приставтарының хоҡуҡи статусы аныҡ билдәләнә, ә уларҙың функциялары закон тарафынан нығытыла.


Бөгөн Федераль суд приставтары хеҙ­мәте – суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү, суд акттарын, башҡа органдар һәм вазифалы кешеләр акттарын үтәү буйынса, шулай уҡ хоҡуҡ ҡулланыу функцияларын башҡарған федераль башҡарма власть органы.
(Аҙағы 2-се биттә).
Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығында билдәләүҙәренсә, быуат ярым ваҡыт эсендә хеҙмәттең үҙ тарихы, йолалары барлыҡҡа килә. Идаралыҡтың шәхси составы ғорурланырлыҡ үҙ геройҙары ла байтаҡ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә һөнәри оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Мәсетле районы бүлегенең өлкән суд приставы Илдар Шәйәхмәтовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренән бер төркөм – Татьяна Александрова, Луиза Дәүләтшина, Ренат Кәримов, Лариса Семенченко, Зөлфирә Шәрифуллина, Салауат Яҡупов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Кисә Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтары хеҙмәте идаралығында эшкә яңы ҡабул ителгән 100-гә яҡын хеҙмәткәр дәүләт һәм хеҙмәт алдында тоғролоҡҡа ант бирҙе. Матур йолаға әүерелгән тантанала ветерандар ҙа ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Суд приставтары хеҙмәте идаралығының баш приставы Зариф Байғусҡаров тантанаға йыйылғандарҙы тәбрикләп, яңы эшкә ҡабул ителгәндәрҙе намыҫлы хеҙмәт итергә саҡырҙы, һөнәри бурысҡа яуаплы ҡарарға өндәне.
Тантанала ҡатнашҡан ветерандар сығыштарында яңы хеҙмәткәрҙәргә уңыштар теләне, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Суд приставтарының эш күләме йылдан-йыл арта. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бюджеттың килем өлөшөн тулыландырған субъект булып тора. 2014 йылдың башынан республиканың суд приставтары тарафынан бөтәһе 2 миллиард һум аҡса йыйылған. 12 мең кешегә эш хаҡы ҡайтарылған. Әлеге мәлдә суд приставтары-башҡарыусыларында яҡынса 1,5 миллион башҡарыу ҡағыҙы бар. 400 мең дәғүәсенең мөрәжәғәтен тулы кимәлдә үтәгәндәр. Алимент түләү мәсьәләһенә суд приставтары айырыуса иғтибарлы, сөнки һәр эш артында – бала, ғаилә яҙмышы. Һуңғы туғыҙ айҙа ошондай “кәкүк” ата-әсәләргә ҡарата 1743 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Йәмғеһе йыл башынан алимент ҡа йтарыу буйынса 47 мең башҡарыу производствоһы килгән. Суд ҡарарын үтәмәү арҡаһында һаман бурысы булған 12 мең кешегә сит илгә сығыу тыйылған, шуларҙың биш меңе – алимент түләмәгән ата-әсә. Рәсәй биләмәһендә законһыҙ рәүештә йәшәгән мигранттарҙы тыуған яғына оҙатыу бурысы ла суд приставтары иңендә. Йыл башынан 500-ҙән ашыу сит ил гражданы иленә ҡайтарылған.
Республиканың суд приставтары хеҙмәте социаль әһәмиәтле эштәрҙе – алимент йөкләмәләрен үтәтеүгә, эш хаҡын түләтеүгә айырым иғтибар бирә. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр тарафынан даими нигеҙҙә бурыслыларҙан ҡулға алынған мөлкәтте һатыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса ла саралар күрелә.




Вернуться назад