Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй Оборона министрлығының “Ҡырымды ҡайтарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Тантана ил төбәктәрендәге һайлау комиссиялары рәйестәре менән үткәрелгән Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә уҙҙы.
Республикабыҙҙың Үҙәк һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре һайлауҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡырымдың Белогорск районына бер нисә тапҡыр барып ҡайтты. Ундағы коллегалар Ҡырым Дәүләт Советы һәм Белогорск районындағы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙа булышлыҡ иткән өсөн Башҡортостан вәкилдәренә ихлас рәхмәт белдерҙе.