Мәскәүҙә “Алтын көҙ” ХVI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 55 өлкәһенән, ә Башҡортостандан 125 ойошма ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ йәмғеһе 442, йәғни 261 алтын, 106 көмөш, 75 бронза миҙал яуланы. Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде.
Башҡортостан вәкилдәре бик матур әҙерлек менән килгәйне. Республикабыҙ стенды Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең уртаһында урынлашҡан ине. “Пышка” предприятиеһы әҙерләгән күҙҙең яуын алырлыҡ “Мостай Кәрим”, “Урал батыр” торттары, Бәләбәй һөт комбинатының сырҙан эшләнгән “Башҡортостан” гербы, “Дуҫлыҡ монументы” скульптураһы, “Рощинский” совхозы етештергән колбаса, ит ризыҡтары, бал, “Алексеевка” совхозынан килтерелгән йәшелсә, еләк-емеш — барыһы ла күркәм залға йәм өҫтәп торҙо.
Беренсе көндә күргәҙ- мәгә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ҙур баһа бирҙе. Илебеҙҙең төрлө төбәгенән килгән һәр вәкилгә Башҡортостан күстәнәстәрен тәмләп ҡарарға ла, һатып алырға ла мөмкинлек булды. Башҡорт балын күпләп алдылар, Көйөргәҙе районынан “Айытова” шәхси предприятиеһының йылҡы итенән әҙерләгән ҡаҙыһын сират тороп тәмләгәндәр байтаҡ ине. “Өфө” йылҡысылыҡ заводы ҡымыҙын да яратып эсте ҡунаҡтар.