Хоҡуҡтар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын01.11.2014
“Хеҙмәт кешеһе — иҡтисадты алға этәреүсе көс, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә. – Ғәҙел эш хаҡы түләү, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, квалификацияһын күтәреү, лайыҡлы һәм сифатлы тормош тәьмин итеү, хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау – властың бурысы”. Хәл итеүҙе талап иткән проблема сифатында республика етәксеһе былтыр 400 меңдән ашыу кешенең йәшәү минимумынан да түбән килем алыуы хаҡында әйтеп, хеҙмәткә түләүҙе яҡшыртыу буйынса саралар күрергә кәрәклеген белдерҙе.


Тәү ҡарамаҡҡа мәсьәлә ябай кеүек тойолоуға ҡарамаҫтан, хәл ителеше уға туранан-тура бәйле булмаған бик күп факторҙарҙан тора. Беренсенән, ул йәмғиәттең сирек быуат самаһы элек бөтөнләй икенсе социаль ҡоролошҡа күсеүенә бәйле булып, һаман үҙгәртеү осоронан ары китә алмауында; икенсенән, ошо ваҡыт эсендә проблеманың үтә ҡатмарлашып китеүендә; өсөнсөнән, һәм был, моғайын, иң мөһимелер, граждандарҙың айырып алғыһыҙ хоҡуҡтары нығытылған конституцион нормаларҙың эшләмәүендә. Әлбиттә, ошо хәлдә хеҙмәткә түләүҙең барлыҡ тармаҡтарҙа ла һәм һиҙелерлек дәрәжәлә күтәрелеүе тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Был Рәсәйҙең тышҡы финанс-иҡтисади хәленә туранан-тура бәйле киләһе йыл ҡаҙнаһының наҡыҫлығы менән аңлатыла.
Ватан йәмәғәтселегенең киләсәген билдәләгән проблеманы хәл итеүҙе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 1-cе статьяһында билдәләнгәнсә, “Рәсәй Федерацияһы – республика формаһында идара ителгән демократик федератив хоҡуҡи дәүләт” тигән норманың теорияла түгел, ғәмәлдә булыуына өлгәшеү мөһим. Күп йүнәлештә, шул иҫәптән ҡаҙна туплау өлкәһендә федератив дәүләт ҡанундары эшләмәй. Мәҫәлән, Башҡортостан һалым түләүселәренән йыйылған килемдең өстән ике өлөшөнөң Мәскәүгә оҙатылыуын “ҡаҙна федерализмы” тип атарға тел әйләнмәй.
Иҡтисади мәсьәләләрҙе Федерацияның һәр субъекты үҙаллы хәл итһә, шул рәүешле һалымын да йыйыр, эш урындарын да булдырыр һәм иҡтисадын тиҙләтеп үҫтерергә мөмкинлек алыр ине. Үкенескә ҡаршы, был положение 2000 йылдар башында “власть вертикале”н нығытыу барышында юҡҡа сыҡты. Стәрлетамаҡ районы миҫалынан күренеүенсә, һалымды аҙыраҡ йыйыу, тимәк, иҡтисад менән шөғөлләнмәү уңайлыраҡ булып сыға. Былтыр Красноярск ҡалаһында уҙған Иҡтисади форумда Себер ғалимдары һәм ҡайһы бер юғары чиновниктарҙың, беҙҙән һалымды аҙыраҡ талап итегеҙ, ҡалғанын үҙебеҙ булдырырбыҙ, тигәне тиктәҫкә түгел.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында урын алған “һалым принциптары федераль закондар менән билдәләнә” тигән ҡәтғи норма (75-се статья) әлегә Федерация субъекттарының иҡтисади мәнфәғәттәренә ҡаршы эш итеүгә ҡоролған. Конституцион положение үҙгәртелмәй йәки федератив дәүләт тәбиғәтенә хас ҡанундар буйынса эш итмәй тороп, хәлдең яҡшырыуына өмөтләнеү урынһыҙ. Был йәһәттән Федерация субъекттары яғынан көслө баҫым яһалмаһа, әлбиттә, рәсми Мәскәү хәлде үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу яғында буласаҡ.
Хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы түләү, именлек һәм гигиена талаптарына яуап бирергә тейешле шарттар тураһындағы положениелар (7-cе һәм 37-cе статьялар) хаҡында эш биреүселәрҙең байтағы бер ҙә ҡайғыртмай. Ошо йәһәттән АҠШ мәғрифәтсеһе, АҠШ конституцияһы авторҙарының береһе Томас Джефферсондың, закон һәм ҡағиҙәләрҙең кеше рухы үҫеше менән бер ҡатар атлауы мотлаҡ, тигән һүҙҙәрен иҫкә алмау мөмкин түгел. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы авторҙарының береһе Сергей Шахрай фекеренсә, “үҫәсәк кешегә иҫәп тотоп” ижад ителгән Төп Закон әлегә “үҫәсәк кеше”нең үҫергә теләмәүе менән үтәлмәй килә.
Башҡортостан Республикаһы Президен­тының Мөрәжәғәтнамәһендәге хеҙмәт киле­шеүендәге шарттарҙы боҙған өсөн ад­ми­нистратив яуаплылыҡты арттырыу тураһындағы фекерен көсәйтергә кәрәк. Республика хеҙмәт инспекцияһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған тиҫтәләрсә мең граждандың ошо көнгә ҡалыуына ғәйеплеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында һүҙ алып барырға ваҡыт. Яза саралары исемлегендә “мөлкәтен тартып алыуға саҡлы” тигән пункттың да булыуы — иң мөһим шарттарҙың береһе.
Үрҙә телгә алынған саралар закон сығарған һәм башҡарма органдарҙан ихтыяр көсө һәм тәүәккәллек талап итә. Әгәр ҙә улар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһындағы “Рәсәй Федерацияһында суверенитетты йөрөткән һәм властың берҙән-бер сығанағы – уның күп милләтле халҡы” тигән норманы (3-сө статья) инҡар итмәй икән, буйһонорға бурыслы. Шунһыҙ хеҙмәткә түләү тураһындағы проблеманы бынан 20 йылдар элек күтәрелеп, артабан онотолған хеҙмәткә түләүгә реформа үткәреү тураһындағы тәҡдим яҙмышы көтә. Был мөһим тәҡдим хәҙер хатта иҫкә лә алынмай.





Вернуться назад