Минең йөрәгемә был исем ҡасан килеп инде һуң әле? Бала саҡта тип әйтһәм, шаштырыу булыр, сөнки гәзит-журналдарҙа һирәк-мирәк күреп ҡалған шиғырҙарынан башҡа, уның тураһында бер ни ҙә белмәй инем. Хәйер, уның шиғырҙары ла ул саҡта зиһенемә барып етмәне, күңелемде арбаманы. Нимә генә тиһәң дә, балалыҡ аңы уларҙы төшөнөр кимәлдә булмаған, тимәк. Аҙаҡ ҡына белдем: ул әҫәрҙәрен Рәшит Назаров мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарҙа яҙған икән!..
Шағир ижады менән ныҡлап танышыуым Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгәндә булды. Бер көн мине Риф Тойғонов Яҙыусылар союзы идараһына саҡырып алды. Ул саҡта Союз рәйесенең урынбаҫары булып эшләй ине шикелле.
– Бына, ҡустым, Рәшит Назаровтың “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” тигән шәп китабы сыҡты. Шуларҙы тиҙ арала һатырға кәрәк, – тине. – Был мөһим эште һиңә генә йөкмәтергә булдыҡ, – тип ҡупыртып та ебәрҙе.
Алып-һатыу эшен енем һөймәһә лә, Рәшит Назаровтың китабы булғас, тәүәккәлләнем. Китаптарҙы университетҡа алып барыуым булды, күҙ асып йомған арала таралып та бөттө. Үҙемә лә өс-дүрт китап эләктереп ҡалдым. Ятаҡҡа ҡайтҡас, китаптан бер шиғырҙы уҡып сыҡтым, икенсеһен... һәм Рәшит Назаров шиғырҙарының “сире” йоҡто миңә. Ошо тиклем талант эйәһенең әҫәрҙәрен белмәй нисек йәшәгәнмендер – һуш китә! Бына был, исмаһам, шиғриәт! Күңелдең бер мөйөшөн оят тойғоһо кимерә башланы хатта. Беҙ ҙә, шиғыр яҙам, тип йөрөгән булабыҙ шунда!
Бынан һуң Ағиҙелдең байтаҡ һыуы аҡты, китап биттәреләй бихисап көн биттәре асып ябылды. Ләкин Рәшит Назаров ижадынан йоҡҡан шиғриәт “сире” минең йөрәгемдә, медицина теле менән әйткәндә, “хроник” булып ҡалды. Уның шиғырҙарын нисә тапҡыр уҡып сыҡҡанмындыр, әйтә алмайым. Тик уҡыған һайын яңы төҫ менән балҡый, яңы “еҫ” менән аңҡый. Беҙҙә бер ҡарт, ауылыбыҙҙың сибәрҙәрҙән-сибәр ҡыҙын күргәндә, әйтә торғайны: “И-и!.. Ошо ҡыҙҙы күргән һайын матурая бара!” Минең дә әҙип шиғриәтенә булған ғишҡым шул ҡарттыҡы ише буғай.
Рәшит Назаров “диңгеҙ”енең төбөнә төшөп тә, бар ынйыларын сүпләп тә булмай. Ни бары 10 – 15 йәшендә ғәжәп образдар менән эш иткән, фәлсәфәүи фекерҙәр тыуҙырған шағир. Бына, мәҫәлән, әле малай ғына сағында ошондай шиғри юлдарҙы йөрәгендә Хоҙай нурын йөрөткән даһиҙар ғына тыуҙыра алалыр:
Сабый булма. Хәтәр уйынсыҡ – дан!
Ынтылһаң да күккә, болотҡа,
Ныҡ түгел ул, тиҙҙән шартлар, һаҡлан!
Һин осаһың һабын ҡыуыҡта...
Есемеңде исемең данлай алмаҫ,
Исемеңде данлар есемең.
Шул хаҡлыҡты әгәр онотһа баш,
Дан үрмәксе була, һин – себен!
Ҡыҫҡа ғына шиғырҙа ниндәй тәрән фәлсәфә, образлы фекер, аҡһаҡалдар аҡылы тупланған.
Әлбиттә, Рәшит Назаров ижадын тикшереүҙе мин маҡсат итеп ҡуйманым һәм быға баҙнатсылығым да етмәҫ. Ләкин шуны әйткем килә: уның исемен мәңгеләштереү буйынса башҡараһы эштәр бихисап. Эйе, ижады Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, республикабыҙҙың гәзит-журналдары уның исемендәге конкурстар үткәреп тора. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы шағирҙың тыуған ауылындағы Төрөмбәт урта мәктәбендә “Рәшит Назаров аллеяһы”н булдырҙы. Әммә ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың һөйөүен яулаған шағирға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән юғары исемде рәсмиләштереп ҡуйғанда ғәҙел булыр ине.