“Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе”31.10.2014
“Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе”
Быйыл республика кимәлендә тәүге тапҡыр “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” тигән бәйге үткәрелә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан ойошторолған сара күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тиҙҙән уның еңеүселәре лә билдәле буласаҡ. Конкурстың маҡсаттары, талаптары, ғөмүмән, бәйгеселәр тураһында белешеү ниәтенән проекттың авторы, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Башҡорт Ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур ҠОЛҺАРИНАҒА мөрәжәғәт иттек.


— Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, берәүгә лә сер түгел, республикала төрлө йүнә­лештәге, төрлө кимәлдәге конкурстар, бәйгеләр йыш үткәрелә. “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе”нең дә халыҡ ара­һында үҙ йөҙөн, үҙ урынын табырына шигем юҡ. Шулай ҙа асылда бәйгенең маҡсаттары, бурыстары нимәгә ҡай­тып ҡала?
— Башланғысыбыҙҙы ниндәйҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙға, тәү сиратта ергә ерегеп йәшәгән һәм эшләгән гүзәл заттарыбыҙға ихтирам һәм иғтибар билдәһе тип аңларға кәрәк. Ғәҙәттә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең съезы, йә булмаһа конференцияһы маҡтау ҡағыҙҙары таратыу, бүләкләү тантаналары менән тамамлана. Һәм, әйтергә кәрәк, бындай сараларҙа маҡтау һүҙҙәре башлыса Өфө ҡалаһындағы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә төшә. Быға бер ҡаршылығым да юҡ. Өфө — баш ҡала­быҙ. Милләтебеҙҙең терәге булып торған күп зыялыларыбыҙ ошонда тупланған. Әммә ерҙә эшләүсе гүзәл заттарыбыҙҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Ауылда былай ҙа тормош еңел түгел: үҙ хужалығыңды алып барыу, ғаиләңде ҡарау, дәүләт эштәрендә ҡатнашыу... Ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Шул уҡ ваҡытта, ошо тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән бер рәттән, йәмәғәт эшен дә алып бара алған, халыҡты туплап, берләштереп, төрлө ярҙам күр­һәтеп, янып йәшәгән бөтмөр ҡа­тын­дарыбыҙ ҙа күп. Ошондай гүзәл заттарыбыҙҙы күрһәтергә, уларҙан өлгө алырға ине. Конкурстың асылы ана шул теләктән яралды ла инде. Ғөмүмән, ошондайыраҡ форматта конкурс ойоштороу ниәте менән күптән яна инем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең сираттағы идара ултырышынан һуң теләгемде, дөрөҫөрәге тәҡдимемде башҡаларға ла еткергәс, “инициатива наказуема” тигәндәй, проектты үҙемә үк ышанып тапшырып та ҡуйҙылар. Оҙаҡламай республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан апайҙарыбыҙҙы, ҡыҙҙарыбыҙ­ҙы йәлеп итер өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында тарихтағы беренсе республика конкурсын иғлан иттек.
— Исеме лә бик үҙенсәлекле, тәрән мәғәнәле — “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе”...
— Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына нигеҙ һалған гүзәл ханым Рабиға Ҡушаеваның һүҙҙәре был. Ул заманында: “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе. Милләтте тәрбиәләүсе лә, милләттең киләсәген билдәләүсе лә, уның бөгөнгө тормошонда ҙур роль уйнаусы ла ул — ҡатын-ҡыҙ”, — тип әйтеп ҡалдырған.
— Аңлауымса, конкурстың тәүге этабы урындарҙа үткәрелгән?
— Эйе, муниципаль этаптар ҡала һәм район хакимиәттәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең урындағы ойошмалары (филиалдары) һәм конкурсҡа битараф булмаған әүҙемселәр тарафынан ойошторолдо. Тәүге этап еңеүселәре — 150-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ — үҙ номинациялары буйынса портфолио эшләп тә ебәрҙе. Әйтергә кәрәк, бәйгеселәрҙең барыһы ла тиерлек — йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатындар. Улар, уҡытыусымы, мәҙәниәт йәки медицина хеҙмәт­кәреме — кем генә булып эшләһәләр ҙә, асылда йәмәғәт эшен дә алып баралар.
— Ҡалын-ҡалын портфолиолар үҙҙәре үк бәйгеселәрҙең конкурсҡа ни тиклем етди әҙерләнеүен һәм үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булыуын дәлилләй түгелме?
— Ысынлап та, шулай. Тәү ҡарашҡа ябай бер папка булһа ла, улар өсөн — ғүмер буйы тупланған эшмәкәрлек тәжрибәһе, ҡаҙаныштар. Бында — бәйгеселәрҙең грамоталары, дипломдары, ғүмер буйы эшләгән эштәренең һөҙөмтәһе, улар тураһында баҫылған мәҡәләләр, әңгәмәләр...
— Еңеүселәрҙе лә, бәлки, ҡотлап китербеҙ?
— Уныһы әлегә сер булып ҡалһын. Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы 20 ноябрҙә, Әсәләр көнө алдынан, баш ҡалабыҙҙың “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексына саҡырып тәбрикләү ине теләк. Рәсәй Феде­рацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән байрам бүләге әҙерләйбеҙ. Ғөмүмән, әлеге проектты тормошҡа ашырыуҙа Марсель Харис улының өлөшө ҙур. Теләгебеҙҙе, маҡсатыбыҙҙы аңлап ҡабул итте, бар йәһәттән терәк, таяныс булды, баш­ланғыстарыбыҙҙы үҫтереүгә, маҡ­сатҡа өлгәшеүгә эскерһеҙ ярҙам күрһәтте. Ҙур рәхмәт уға! Әйткәндәй, проект авторы булараҡ шуныһына ҡыуанам: беҙҙең башланғысыбыҙ дәүләт грантына лайыҡ тип танылды.
— Баһалама ағзаларына килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың эшмәкәрлеген кемдәр баһаланы?
— Комиссия составы шундай итеп төҙөлдө, һөҙөмтәлә һәр номинацияны айырым бер тармаҡ белгестәре баһа­ланы. Әйтәйек, “Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы” номинацияһына дәғүә итеүселәрҙең эшен республиканың Мәғариф министрлығы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы ҡараһа, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан вәкил йәш йәмәғәт эшмәкәрҙәренең хеҙмәтен баһаланы, Мәҙәниәт министрлығы мәҙәниәт өлкәһендә үҙ эшен тәҡдим иткән бәйгесе өсөн яуап бирҙе. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясоваға ла бик рәхмәтлебеҙ. Ул да — комиссия составында, махсус бүләктәрен дә булдырҙы.
— Номинацияларҙан күренеүенсә, берәүҙе лә ситләтмәгәнһегеҙ. Йәше лә, өлкән йәштәгеһе лә “сафта” тигән­дәй...
— Эйе. Хаҡлы ялдағыларҙы “Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ” номинацияһында билдәләһәк, әүҙем эшләгән йәштәрҙе ”Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре” номинацияһында атап үтәсәкбеҙ. Йәш ғалимәләрҙе лә йәлеп иттек, уларҙы ла күрһәтергә тейешбеҙ. Иң мөһиме —“Ҡатын-ҡыҙ — әсә” номинацияһы. Бында генералдарҙы, докторҙарҙы, ғалимдарҙы, ғөмүмән, бил­дәле шәхестәрҙе үҫтергән билдәле әсәйҙәрҙе күрһәтергә тырыштыҡ. Ҡыҫ­ҡаһы, номинациялар төрлө яҡлы һәм, моғайын, был киләсәктә ҡатын-ҡыҙҙа­рыбыҙҙа сәм уятыр, яңы ҡаҙаныштарға этәргес булыр тип ышанам.
— Иманым камил, конкурсығыҙ йолаға ла әүерелеп китер.
— Йыл һайын булмаһа ла, ике-өс йылға бер үткәрергә ине иҫәп.
— Киләсәктә күрше төбәктәрҙе лә йәлеп итергә теләмәйһегеҙме?
— Республика конкурсы тип кенә иғлан итһәк тә, быйыл да ситтән ҡатна­шыусылар булды. Хатта Ханты-Манси автономиялы округынан килергә теләк белдерҙеләр. Шуға күрә бында бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Башҡа милләт вәкилдәренән дә шылтыратыуҙар ҡабул иттек, уларға ла ҡаршы килмәнек, ҡуш ҡуллап риза булдыҡ. Конкурс милләткә, биләмә сиктәренә ҡарап ойошторолманы бит.
— Проект авторы булараҡ, һеҙ конкурстан ошондай һөҙөмтә көтә инегеҙме? Әллә халыҡ һеҙ уйлағандан да әүҙемерәк булып сыҡтымы?
— Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мәғлүмәт таратыу яғынан әллә ни ҙур эштәр башҡарманыҡ. PR бөтөнләй булманы тиһәк тә була. Шуға күрә ҡатнашыусылар күп йыйылмаҫ тип тә уйлағайным, шулай ҙа урындарҙа әүҙемлек күрһәттеләр. Әгәр ҙә беҙ “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән генә сикләнеп ҡалмай, башҡа киң мәғлүмәт сараларын да йәлеп итһәк, бәйгеселәребеҙ тағы ла күберәк булыр ине, моғайын. Был — әлегә “беренсе ҡоймаҡ”, Алла бойорһа, быйылға бурысты матур итеп атҡарып сыҡһаҡ, киләсәккә шуның шауҡымы етер тип уйлайым.
Форсаттан файҙаланып, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына рәхмәтемде еткерер инем. Студент ҡыҙҙарыбыҙ ойоштороу эштәрендә әүҙем ҡатнаша, бөгөнгөләй саралар уларҙың шәхес, атап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ, әсәй сифатында үҫешеүендә ҙур әһәмиәткә эйә булыр тип ышанғы килә. Беҙ ҙә улар кеүек саҡта йәмәғәт тормошона тәүге аҙымдарыбыҙҙы йәштәр ойошмаларынан башлаһаҡ та, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына йөрөп, өлкән апайҙарыбыҙҙың өлгөһөндө үҫтек, тәрбиәләндек. Улар кеүек ҡыйыу, аҡыллы булырға, ҙур-ҙур эштәр башҡарырға өйрәндек. Бүтән йәштәребеҙҙе лә йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырам: килһендәр, өйрәнһендәр, эшләшһендәр. Өйрәнеүҙәре — үҙҙәре өсөн. Элек комсомол йәштәргә һәр яҡлап үҫеү өсөн ҙур мөмкинлек, майҙансыҡ була торғайны. Ә хәҙер йәштәргә лә, өлкәндәр өсөн дә ойошмалар бик күп, милли-мәҙәни берекмәләр ҙә етерлек, ләкин һайлау мөмкинлеге артҡан һайын, кеше юғалып ҡала. Ҡыҙҙарыбыҙҙы саҡырам, теләктәре булһа, беҙ улар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ.
— Шулай ҙа ниндәй райондарҙы айырыуса билдәләп үтер инегеҙ?
— Ғәҙәттә, ниндәй конкурс ойоштор­һаң да, тәү сиратта көньяҡ-көнсығыш райондары халҡы күтәреп ала торғайны. Был юлы иһә Нефтекама, Борай, Балтас, Илеш, Бүздәк, Асҡын, Яңауыл, Стәрлет­а­маҡ, Федоровка, Дүртөйлө райондары ла башланғысыбыҙға дәррәү ҡушылды. Барыһына ла рәхмәт!
— Һеҙҙең “Батырҙар” мәктәбен дә әүҙем алып барыуығыҙҙы күҙ уңында тотҡанда, берәүгә лә үпкәләргә сәбәп юҡ. Ҡатын-ҡыҙ өсөн — бына тигән конкурс, ир-азаматҡа — көрәш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге...
— Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың атаһы — легендар көрәш­селәребеҙҙең береһе Харис Монасип улы Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған. Йыл да “Башҡортостан” гәзите менән берлектә уның иҫтәлегенә бағыш­ланған турнир ойошторабыҙ. Былтыр­ғыһы Мәләүез районында үткәрелһә, быйылғыһы батырыбыҙҙың тыуған төйә­гендә уҙғарылды. “Батырҙар” мәктәбенең эше нимәнән ғибәрәт? Атаҡлы көрәшсенең улдары Марсель менән Морис (әйткәндәй, Морис ошоғаса Бөтә Рәсәй Билбау көрәше федерацияһына етәкселек итте, әле — Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты рәйесе һәм Силәбе өлкәһенең Билбау көрәше һәм милли көрәш буйынса федерацияһы президенты) атаһының шөғөлөн ташламай, көрәш буйынса уҙғарылған төрлө сараларҙа бағыусы булып килә. Уларҙың көсө, атап әйткәндә, финанс ярҙамы менән беҙ Баш­ҡортостаныбыҙҙа һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара кимәлдәге ике бәйге ойошторҙоҡ. Береһе Билбау көрәше буйынса донъя кубогы булһа, икенсеһе — былтыр Салауат ҡалаһында ойошторолған Билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты. Райондарҙа, ҡалаларҙа үткән төрлө кимәлдәге турнирҙарҙан да ситтә ҡал­майбыҙ. Һуңғы ваҡытта ырыу батырҙары көрәше йәнләнеп китте. Ейәнсура районында — Үҫәргән, Ишембай районында — Юрматы, Ғафури районында Табын батырҙарын билдәләү матур йолаға әүерелеп бара. Әлбиттә, спорттың был йүнәлешен үҫтереүсе, көйләүсе федерациялар, ойошмалар күп, был – уларҙың мөҡәддәс бурысы ла. Беҙ иһә мөмкин тиклем үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ, уларға этәргес, кәрәк саҡта терәк, фекерҙәш булырға һәр саҡ әҙербеҙ.
— Киләсәктә тағы ниндәй проекттар тураһында ишетербеҙ икән?
— Пландар, проекттар күп. Киләһе йылға Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиә­тенең 25 йыллығы уңайынан конференция йәки съезд ойоштороу күҙаллана. Шулай уҡ йәштәр, көрәшселәр менән дә эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Башҡа төбәктәр менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә — төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ҡыҫҡаһы, янып эшләргә мөмкинлектәр ҙә, теләк тә ҙур.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад