Тыуған яҡта таба күңел йылыһын31.10.2014
Тыуған яҡта таба күңел йылыһын – Әле кәртәгә 16 атты индереп тороуыбыҙ. Таң һа­рыһынан Ғафури районына барып һатып алдыҡ. Быға саҡлы ла биш баш йылҡым бар ине, хәҙер йәнә арттылар, – тип ҡаршыланы беҙҙе ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан Фәнүр Ибраһимов. – Йылҡы үрсетеү – күптәнге хыялым, ниһайәт, уны тормошҡа ашырып киләм. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә матурҡайҙарымды күреп китегеҙ...
Хужа ҡуралар яғына әйҙәне. Ҡолонҡайҙары арыған, күрәһең, теҙелешеп ятҡандар, ә аттар баш күтәрмәй утларға тотонған. Фәнүр Хәмиҙулла улы ситтәрәк торған­дарын яратып, һыйпап уҡ ҡуйҙы.
– Мал аҙығын мул ғына әҙерләнек. Анау тау итәгендә йөрөгән һарыҡтар ҙа беҙҙеке, уларҙы йөҙ башҡа еткерҙек. Ике мал аҙбары араһындағы ышыҡта торған һыйырҙар – быҙауларға тейешлеләре, шуға сығармай тотабыҙ. Ҡара-сыбар тоҡомлоларын һатып алдым, — тип хужалығы менән ихлас таныштырҙы фермер.
Элгәре көн бер туҡтамай яуған ямғыр үҙенекен иткән – аяҡ аҫты бысраҡ. Әле лә көндөң аяҙға тартылыуына өмөт юҡ, көҙгө әсе елдән тиҙерәк йылыға инеп ҡотолғо килә. Үҙебеҙҙе бер аҙға Фәнүр Ибраһимовтың урынына ҡуйып ҡарап, бер литр һөт йәки бер килограмм ит алыу өсөн генә лә ете ҡат тирең сыҡҡансы эшләү кәрәклегенә йәнә ышандыҡ. Алда атҡараһы эштәре бихисап, пландары ҙур фермерҙың төшөнкөлөккә бирел­мәүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Биләмәләрендә байтаҡ ағас ята, кәрәк-яраҡ өсөн унан таҡта әҙерләмәкселәр. Ҡойма тоторға ла, яңы бина төҙөү өсөн дә талап ителә материал. Мал аҙбарында эштәре теүәлләнеп килә, “500 ферма” программаһы буйынса төҙөл­гәндәренә тиңләшә алмаһа ла, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк әле ул.
Ҡулдарына “тере” аҡса, нигеҙҙә, һөт һатыуҙан инә. Ярай әле, ваҡытында иҫәп-хисап яһап бара икән Стәрлетамаҡтағы “Аллат” компанияһы. Яңы мал аҙбары бинаһында ла һөт һыуытыу ҡоролмаһы урынлаштырырға иҫәптәре бар. Яңыртаһы, булдыраһы эштәре күп фермер хужалығының, тик барыһына ла ҡул етеңкерәмәй, өлгөрөп булмай, ти Фәнүр Хәмиҙулла улы. Иң мөһиме – Себерҙә эшләп йөрөгән еренән тыуған ауылы Үтәймуллаға ҡайтып, игенселеккә, малсылыҡҡа тотоноуына һис тә үкенмәй. Эшен ҡуна ятып мал көтөүҙән, ярты гектар майҙанда башлаған ул. Бөгөн инде ауылдың тиҫтәләп кешеһен эшле иткән. Әле дүрт һауынсы 80-ләп һыйырҙы аппарат ярҙамында һауа.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы фатирын һатып, аҡсаһын мал-тыуар өсөн тотонған фермерҙың тыуған ауылында төпләнеүе ғәжәпләнерлек тә. Эше лә, йәшәр урыны ла булған. Быны ауыл кешеһен тыуған ере тартыуы менән, бәхетте ситтә түгел, кендек ҡаны тамған ерҙә эҙләүе менән генә аңлатырға мөмкиндер.
– Дәүләт ярҙамы һәйбәт булды, юғиһә бер урында тапанып ваҡытты сарыф итер инек. Бына уң ҡулыма әүерелгән ошо “Беларусь” тракторы грантҡа алынды. Хәҙер барлыҡ эштәрҙе шуның ярҙамында атҡарабыҙ. Ҡыш ауыл урамын да таҙартабыҙ, ошо ерҙә йәшәгәс, уны төҙөкләндереүгә, йәшәтеүгә үҙ өлөшөңдө индерергә кәрәк бит, – ти ул.
Фәнүр Ибраһимовтың тыуған еренә тартылыуы, мо­ғайын, ата-әсәһенең яҙмышына ла бәйлелер. Атаһы Хәмиҙулла Мулләхмәт улы – балта оҫтаһы, әсәһе Асия Абдулғәли ҡыҙы сөгөлдөрсөләр звеноһына етәкселек иткән, малсылыҡта эшләгән. “Әсәйемдең звеноһы һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә йөрөнө”, – тип ғорурлана ул ҡәҙерле кешеһенең хеҙмәте менән. Гүзәл менән Фәнүр Ибраһимовтарҙың ике улдары хәҙер үҙҙәренә таяныс, ә кескәй ҡыҙҙары – өй йәме. Фермерҙың алдағы көнгә өмөт менән ҡарап, үҙен тыуған ере өсөн яуаплы тойоуы айырыуса һоҡландырҙы.


Вернуться назад