Ҡул көсө ҡулланылмай игелһә лә, сөгөлдөр – айырым иғтибар талап иткән үҙенсәлекле, наҙлы культура, тип иҫәпләй райондың баш агрономы Фидаил Хантимеров. Һөйләшеүҙе сөгөлдөр үҫтереүгә бәйле башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Һуңғы йылдарҙа был культуранан мул уңыш алып та уны тапшырыуы ҙур бәләгә әүерелде. Беренсенән, шәкәр заводтары ҡабул итеп өлгөрә алмай, икенсенән, ҡаҙып алыу ваҡыты етһә, ямғыр ҡамасаулай, һөҙөмтәлә йыйып алыу оҙаҡҡа һуҙыла. Ғөмүмән, емерелеп уңһа ла, сығым артыу сәбәпле, күп осраҡта өмөт аҡланмай.
— Сөгөлдөр үҫтереү үтә мәшәҡәтле: етди тәрбиә лә, махсус техника ла талап итә, — ти Фидаил Батырғәли улы. – Йәшерен-батырыны юҡ, һуңғы йылдарҙа ашламаға, орлоҡҡа, яғыулыҡ-майлау материалдарына туҡтауһыҙ хаҡ күтәрелеүе баҫыу эшсәндәрен айырыуса борсой. Химик утауға ла дәүләт ярҙамының кәмеүе үҙен һиҙҙерә. Әле райондың ете ҙур һәм ун крәҫтиән (фермер) хужалығы игә был культураны. Сөгөлдөр үҫтереү барлыҡ фермер хужалыҡтарының да көсөнән килә тип әйтеп булмай, сөнки уның өсөн махсус техника булыуы шарт. Әйткәндәй, әҙер продукцияны шәкәр заводтарына тапшырыу мәсьәләһе былтырғы кеүек ҡырҡыу тормай, көн һайын нисә машина ҡабул итәсәктәре алдан хәбәр ителгәс, хәл үҙгәрҙе.
Быйыл районда сөгөлдөр 1800 гектарҙа үҫтерелде, гектар ҡеүәте 230 центнер тәшкил итә. “Татлы тамыр” Мәләүез шәкәр заводына тапшырыла. Хужалыҡтар был техник культураны күберәк үҫтереү яғында, тик Хөкүмәт тарафынан ауыл хужалығына ҡараш тиҙ арала ҡырҡа үҙгәрмәһә, сәсеү майҙандарының кәмеүе ихтимал. Әлбиттә, “Разгуляй” кеүек ҙур компанияларҙа был күренеш күҙәтелмәҫ. Әммә бәләкәй хужалыҡтар ундай көслө хужалыҡтар менән ярыша алмай.
Элегерәк дотация һиҙелерлек ине, үкенескә ҡаршы, әле ярҙам күләме кәмене.
Көнбағышҡа килгәндә, уның сәсеү майҙаны арта бара. Элегерәк 2-3 мең гектарҙа сәселһә, быйыл ул 7 200 гектарҙа үҫтерелде, әле уның 70 проценты йыйып алынды. Сөгөлдөр менән сағыштырғанда, көнбағышты урыуға сығым аҙыраҡ тотонола. Хужалыҡтарҙың барыһы ла тиерлек үҫтерә уны. Нигеҙҙә заводтан үҙҙәре үк килеп алалар, шуға ла ташыуҙа проблема юҡ тиерлек. Ғөмүмән, көнбағышҡа ихтыяж ҙур, һәм быны хужалыҡтар яҡшы белеп, күберәк сәсергә тырыша, — ти баш агроном.
Районда быйыл бөртөклөләр 49 мең гектарҙан ашыу майҙанда үҫтерелгән, барлығы 90 200 тонна уңыш йыйып алынған. Уртаса гектар ҡеүәте 18,1 центнер тәшкил иткән. Район аграрийҙары продукция етештереүҙе былтырғыға ҡарағанда 67 проценттан ашыуға арттырған. Һөҙөмтәлә район республикала тулайым иген йыйыу буйынса – 7-се, уртаса гектар ҡеүәте буйынса 9-сы урынды биләй.
– Әлбиттә, орлоҡ ергә төшкәс, ямғыр яумауы, июнь айында көндәрҙең һис ҡасан булмағанса эҫе тороуы игенсене ауыр хәлгә ҡуйҙы. Шуға ҡарамаҫтан, ярайһы ғына уңыш йыйып алыуға өлгәшелде. Һөҙөмтәлә пайсылар ҙа өлөшһөҙ ҡалманы.
Әле хужалыҡтар киләһе йыл өсөн хәстәрлек күрә. 16200 гектар майҙанда ужым культуралары сәселде. Өҫтөнлөк ужым бойҙайына бирелә, сөнки ул игенсе өсөн отошло культура һанала, арышҡа ҡарағанда хаҡы юғарыраҡ. Орлоҡ та етерлек һалынды тип әйтергә мөмкин. “Урожай”, “Дружба”, “Салауат”, “Урал” хужалыҡтары һәм Мичурин йәмғиәте аяғында ныҡ баҫып торған коллективтар иҫәбендә, – тип райондың ауыл хужалығы тармағы менән ентекле таныштырҙы Фидаил Хантимеров.
Киләһе йылға пландары менән дә ихлас уртаҡлашты баш агроном. Иген культураларын ғына түгел, кукуруз үҫтереүҙе лә арттырмаҡсылар. Күп йыллыҡ үлән сәсеүҙе отошло һанап, уның майҙанын да киңәйтмәкселәр. Ҡыҫҡаһы, ете ҡат үлсәп эш итә игенселәр. Шунһыҙ булмай ҙа, сөнки заман яңынан-яңы талаптар ҡуя, тәбиғәт тә көйһөҙлөгөн күрһәтеүҙән туҡтамай.
Ауыл хужалығы буйынса төп белгес әйтеүенсә, дотацияны нисә гектар ерең булыуға ҡарап түгел, ә эш һөҙөмтәһенә, продукцияны һатыу күләменә ҡарап биргәндә дөрөҫөрәк булыр ине. Юғиһә, баҫыуҙарын яҡшы тәрбиәләп, юғары уңыш алғанына ла, ерҙе тейешенсә эшкәртмәй, артыҡ көс түкмәй эшләгәненә лә берҙәй күләмдә бүленә.
— Ул сағында икмәктең хаҡы күтәрелмәйәсәк, ауыл хужалығы тауары етештереүселәр ҙә һаҡлап ҡалынасаҡ, — тип дәлилләй ул әйткәндәрен.
Төбәктең ере уңдырышлы, барлыҡ төр культураны ла үҫтерергә мөмкин, ти. Тик игенселәрҙең кәйефен яғыулыҡ-майлау материалдарына, электр энергияһына хаҡтың туҡтауһыҙ артыуы ныҡ төшөрә. Ни өсөндөр ил Хөкүмәте етәкселәре ер кешеһенең зарын да, фекерен дә әлегәсә ишетергә теләмәй. Ә бына икмәккә, һөткә хаҡты 1-2 һумға күтәреү менән шунда уҡ ризаһыҙлыҡ тулҡыны күтәрелә, тип аптырай крәҫтиән.
Һуңғы осорҙа районда балыҡ үрсетеүгә, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереүгә тотоноусыларҙың артыуы ла күҙәтелә.
– Йәштәр араһында мал аҫрарға, иген игергә теләк белдереүселәр, артыҡ күп булмаһа ла, бар. Тик эшеңде башлау өсөн техникаң, күпмелер кимәлдә капиталың, һәләтең булыу ҙа кәрәк бит, — ти Фидаил Батырғәли улы.
Игенсе – мәңгелек һөнәр. Бер аҡыл эйәһе әйтеүенсә, бер ниндәй алтын киҫәге лә икмәк валсығынан артыҡ тартмай.