Бөйөк Ватан һуғышына 15 меңдән ашыу ир-егетен оҙатып, ете меңен яу яланында юғалтҡан ауырғазылар яҡташтарының ҡаһарманлығын мәңгеләштереү бурысын онотмай. Быйыл көҙ Талбазыла тыл батырҙарына асылған һәйкәл дә — оло хөрмәттең бер сатҡыһы.
Тыныс, имен тормош бүләк иткән ветерандар сафы бермә-бер һирәгәйһә лә, бөгөн уларҙың вариҫтары — ер-әсәне хәстәрләүсе игенселәр, тормош сифатын яҡшыртыу өсөн көс түккән хужалар, ҙур инвестиция проекттарын бойомға ашырған ҡыйыу, белемле етәкселәр — төбәкте алдынғылар рәтенә сығарыу өсөн тырышлыҡ һала. Көнбайыш сәйәсмәндәре беҙҙе төрлө санкциялар, ҡыҫыуҙар менән ҡурҡытырға маташҡанда, төбәк эшсәндәре сеймал, сауҙа ҡеүәттәренә генә таянмай, өр-яңы проекттар өҫтөндә эшләй. Бөгөн районда яҡынса бер миллиард һумға баһаланған утыҙҙан ашыу инвестиция проекты иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа ғына ҡеүәтле “Ҡыҙыл таш” заводы, Талбазы дауаханаһының заманса хирургия корпусы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән күп функциялы үҙәк асылды. Талбазының көньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлә, “Йәнле ауыл” сауҙа комплексының проекты әҙер, ауылдарға газ үткәреү дауам итә, юлдар төҙөкләндерелә.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың, иҡтисадтың үҙаллы тармағы булып, көндән-көн аҙымдарының баҙыҡланыуы һөйөндөрә. Ун йыл элек уның бюджетҡа килеме 1,7 процент тәшкил итһә, әле күрһәткес 21 процентҡа етте. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре лә игенселәр өсөн ҡамасау түгел. Быйыл аграрийҙар продукция етештереүҙе былтырғынан 67 процентҡа арттырҙы. Шәкәр сөгөлдөрө уңышы ла ҡыуанырлыҡ — гектар ҡеүәте 220 центнерҙан арта. Бөтә технология нескәлектәрен еренә еткереп үтәгәндә бик яҡшы уңыш үҫтереп була, тип иҫәпләй ауырғазылар. Быға сағыу миҫал: “Салауат” крәҫтиән (фермер) хужалығы һәр гектарҙан 400 центнерҙан ашыу “татлы тамыр” алды. “Йәнле ауыл” социаль проектының, үтә “йәш” булыуына ҡарамаҫтан, тәүге аҙымдары ышаныслы, уйланылған булыуы ҙур өмөттәр уята.
Район хакимиәте үҙ иңенә алған социаль йөкләмәләрҙе — халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү, хеҙмәт хаҡын арттырыу, эшһеҙлекте кәметеү, һәр кемдең сәләмәтлеген хәстәрләү һәм башҡа етди мәсьәләләрҙе — яйға һалыу юлдарын эҙләй. Ә кешенең рухи тормошона — мәҙәниәткә, мәғарифҡа, спортҡа, йәштәр сәйәсәтенә, матбуғатҡа — һалынған инвестициялар күпмелер йылдан һуң мотлаҡ ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, шуға күрә был хаҡта бөгөндән хәстәрлек күреү мөһим, тип иҫәпләй район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисов.