Тыуған ил – йөрәктәрҙә31.10.2014
Тыуған ил – йөрәктәрҙә
Ватансылыҡ ҡайҙан башлана? Баланы илһөйәр итеп тәрбиәләр өсөн орлоҡто уның күңеленә ҡасан һалырға кәрәк? Ғөмүмән, был тойғоно тәрбиәләп буламы? Баш ҡалабыҙҙа үткән киң матбуғат саралары араһындағы «Рәсәй патриоты» XIII Бөтә Рәсәй конкурсының финалында тап ошо һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Сарала Рәсәйҙең Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлығы етәксеһе Михаил Сеславинский ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, конкурс 2003 йылдан бирле ойошторола. Быйыл ижади бәйгегә илдең 80-гә яҡын төбәгенән 3 меңдән ашыу эш ҡабул ителгән, шуның 500-ҙән ашыуы финалға һайлап алынған. Башҡортостан федераль матбуғат сараларынан ҡала иң юғары баҫҡыстарҙа килә – финалға беҙҙең республиканан 30-ҙан ашыу ижади эш үткән. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, Тыуған илгә һөйөү уятыуҙы пропагандалаған бындай конкурстар бик кәрәк.
– Унда бөтә ил ҡатнашты. Тәүҙә журналистар конкурстың яңғырауыҡлы исеменән баҙап ҡалыр тип уйлағайныҡ, әммә шикләнеүҙәребеҙ тәүге йылда уҡ юҡҡа сыҡты. Ижади бәйгегә матбуғат саралары дәррәү ҡушылды, был беҙҙе хатта аптыратты. Яңғырауыҡлы исем артында ябай, ғәҙәти тойғолар йәшерелгән: тыуған ереңә, яҡташтарыңа һөйөү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш. Башҡортостан – лидерҙар исемлегендә, һеҙҙең республиканан лайыҡлы эштәр ҡабул иттек. Шуға ла әлеге мәртәбәле сараның Өфөлә үтеүе юҡҡа түгел, – тине үҙ сығышында Михаил Сеславинский.
– Был конкурста икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Былтыр төбәк этабына үткәйнек, быйыл еңеүселәр исеменә индек. “Тыуған ил ҡайҙан башлана...” номинацияһына “Бүтән әрләшмәҫ” тип аталған репортаж ебәрҙек. Бында бәлиғ булмағандарҙы реабилитациялау тураһында һүҙ бара. Репортаж өсөн редакция менән акция ойошторҙоҡ, был балаларға төрлө бүләктәр тапшырҙыҡ. Сара уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, – тип һөйләне Новосибирск өлкәһе журналисы Ирина Сердюк.
Ошо уҡ номинацияла билдәләнгән “Тульские известия” гәзите мөхәррире менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе:
– Хәбәрсебеҙ Сергей Митрофанов – тарих менән ҡыҙыҡһынған кеше. Архивтарҙа эшләй, һәләк булған яугирҙәрҙе эҙләүҙә ҡатнаша. Уның ошо хеҙмәтенең бер емеше булып, “Филимоново фажиғәһе” тип аталған күләмле мәҡәләһе донъя күрҙе. Бында автор 1941 йылдың ҡышында Филимоново ауылында булған фажиғә тураһында һөйләй. Төндә ауылды фашистар баҫып ала. Йоҡлап ятҡан халыҡты, кейенергә лә ирек бирмәйенсә өйҙәренән ҡыуып сығаралар. Йорттарға ут төртәләр, ҡайһы бер кешеләрҙе атып үлтерәләр. Был фажиғәнең шаһиттарын табып, йөрәк әрнеткес факттар килтереп, Сергей гәзит биттәрендә сығыш яһаны, – тип һөйләне баш мөхәррир Ирина Михеева.
Конкурсҡа тәҡдим ителгән һәм еңеүгә өлгәшкән матбуғат саралары араһында Башҡортостандыҡылар иң күбе булды тип әйтеп үткәйнек инде. “Учалинская газета”, “Комсомольская правда в Башкортостане”, “Молодежная газета”, “Сельские нивы”, “Калтасинская заря” редакциялары, “Телецентр” телетапшырыуы, “Радио России – Башкортостан” каналы эштәре өсөн лайыҡлы баһа алды. “Рәсәйҙәр” номинацияһында “Юлдаш” радиоканалы “Мәңгелек хәтер” программалар циклы өсөн билдәләнде.
– Еңеү көнө алдынан радио хеҙмәткәрҙәре һуғыш, еңеү тураһында уйланыуҙарын ҡағыҙға төшөрҙө. Биш минутлыҡ утыҙ иншаны эфирға сығарҙыҡ, тыңлаусылар уларҙы йылы ҡабул итте. Утыҙ төрлө яҙмыш һөйләнелде. Быйыл был башланғысты дауам итмәксебеҙ. 70 төрлө инша яҙҙырып алырға планлаштырҙыҡ. Ғөмүмән, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү – киң матбуғат сараларының мөҡәддәс бурысы – был тойғоно балала тәүҙә ғаилә, һуңынан йәмғиәт тәрбиәләй. Миңә ҡалһа, был – рәсәйҙәргә генә хас тойғо. Шуға ла илебеҙ көслө, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты проект етәксеһе Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Был конкурс буйынса фотогалереяны ошо адрес буйынса ҡарай алаһығыҙ: Фоторепортаж


Вернуться назад