Рәсәйҙең 2014 — 2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015 йылда БРИКС берекмәһендә рәйеслеге буйынса федераль ойоштороу комитетының Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков етәкселегендәге эш төркөмө тикшереү сәфәре менән Өфөгә килде.
Ойоштороу комитеты етәкселәре Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән халыҡ-ара саммиттарҙы үткәреүгә йәлеп ителәсәк инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты. “Өфө” аэропортында халыҡ-ара терминал төҙөлөшө, ҡойманы һәм аэродромды яңыртыу тамамланып килә. Төҙөлөш-монтаж эштәре быйыл декабрҙә аҙағына еткерелергә, аэропорт киләһе йыл февралдә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Артабан эш төркөмө вәкилдәре ШОС ағзалары һәм күҙәтеүселәре булған дәүләт башлыҡтары, БРИКС илдәре лидерҙары, саҡырылған дәүләттәрҙең, халыҡ-ара ойошмаларҙың делегация етәкселәре, уларҙы оҙатып йөрөгән кешеләр йәшәйәсәк ҡунаҡханалар төҙөлөшөн тикшерҙе.
Ойоштороу комитеты етәкселәре шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, Конгресс-холда булды. Бөтә объекттарҙа эш раҫланған графикка ярашлы бара, артта ҡалыу юҡ. Рәсәй Президенты Хакимиәте вәкилдәре күргәндәренән яҡшы тәьҫораттар ҡалыуын белдерҙе, объекттарҙың әҙерлек дәрәжәһе көтөлгәндәргә тап килеүен билдәләне. Улар әйтеүенсә, графикты артабан да тайпылышһыҙ үтәргә, эш барышын ҡәтғи контролдә тоторға кәрәк.